Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡ әйҙәй уны
Яҡтылыҡ әйҙәй уныМашина фараһынан ағылған нур төн йөҙөндә һикергеләй. Руль артында ултырған Азат, гүйә, шул нур ебенә тотоноп, тыуған йортона оса. Яҡтылыҡ әйҙәй, яҡтылыҡ саҡыра уны! Ә ул уның күңеленә бала саҡтан уҡ һалынған, ата-әсәһе, ғәзиз төйәге ҡабыҙған был утты. Тыуған йортон, бәләкәй сағы үткән Аҡбейек тауын, өлтөрәп торған әсәһен, һынсыл ҡарашлы атаһын күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы Азат.

Атаһы Фәйзулла Ямалетдин улы тотош ғүмерен тыуған төйәгенә бағышланы, балаларында ла ошо изге тойғоно тәрбиәләргә тырышып, эш һөйөргә өйрәтте. Нәҫелдән киләлер был. Фәйзулланың атаһы Ямалетдин ағай ҙа “алтын ҡуллы” кеше була. Нимәгә тотонһа ла, һәр эште еренә еткереп башҡара. Хатта уға яҡын-тирә ҡала-райондарҙан сәғәт йүнәттерергә килер булғандар. Тағы ла бер ғәҙәте тураһында әле лә һағынып һөйләйҙәр: һәр йомала, ихатаға оҙон өҫтәл ҡуйып, төрлө ризыҡ менән ауылдың етем-еһерен һыйлар булған. Атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, Фәйзулла ла атаһының һәр һөнәрен отоп ҡына тора: ул сәғәт йүнәтеү, тимер-томор менән булышыу, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү тиһеңме — барыһына ла өлгөрә. Ә иң оҡшағаны — китап уҡыу. Ҡулына эләккән китаптарҙы һыу кеүек эсә егет. Атаһы кеүек сәмсел була Фәйзулла. Эш башҡарһа, кешеләр һоҡланырлыҡ булһын тип тырыша. Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Кушнаренко районының Илек ауылынан Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, ғүмере буйына уҡытыусы була, ҡайһы ғына мәктәптә эшләмәһен, ҙур абруй ҡаҙана. Бер генә миҫал. Мохтажлыҡта йәшәгән, уҡыу ауыр бирелгән балаларҙы Стәрлетамаҡ, Ишембай, Красноусол интернаттарына урынлаштырып йөрөй Фәйзулла. Был эште ул башҡарырға тейеш булмаһа ла, балалар яҙмышы өсөн йәне әсеп, күңеле һыҙлап йөрөгән кеше үҙ теләге менән үҙ иҫәбенә изге эшкә егелгән. Үкенескә ҡаршы, дүрт йыл элек фани донъянан китеп барҙы ул. Атаһы хөрмәтенә һалынған мәсет эргәһендә мәҙрәсә асыу тураһында изге ниәт менән йәшәй бөгөн Азат.
...Ағылған нурҙар кеүек Азат Фәйзулла улының уйҙары үткән тормош юлын яҡтыртты.
Кисә генә кеүек, яҙмышы уны ошо юлдан тыуған төйәге Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан ҡала тарафтарына илтте. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Күмертау физик тәрбиә биреү педагогия училищеһының физкультура бүлегенә уҡырға керҙе. Бала саҡта уҡ спортты бик ярата ине. Малайҙар менән ярышып, көрәшеп бер була торғайнылар. Әкиәттәрҙәге бил бирмәҫ батырҙар хаҡында уҡып, шулар кеүек көслө булыу теләге сәмләндерҙе микән әллә? Шуға ла ул училищеға килеү менән дзюдо көрәшен һайлай. Тиҙҙән егетте армия сафына алалар — ил сиге ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә. Армияла ла һынатмай башҡорт егете — самбо буйынса хәрби частың данын яҡлай, бик күп дипломдар менән бүләкләнә.
Армиянан ҡайтҡас, Өфөлә педагогия институтында рабфак асылғанын ишетеп, шунда юллана Азат. Бында ла спорт менән дуҫлығын ташламай, Өфөнөң 20-се мәктәбендә һәм Аксаков урамындағы “Орленок” спорт клубында каратэ секцияһы ойоштороп ебәрә.
1986 йылда донъяны тетрәткән Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә ҡатнашырға тура килә уға. Азат Фәйзуллин СССР Президентының Рәхмәт хаты, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы, “Ватанды һаҡлаусы” орденына һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ була.
Дуҫтары Азатҡа Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә тәҡдим итәләр. Юридик факультеттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә керә егет, бер аҙҙан уны БДУ-ның студенттар ҡаласығы директоры итеп ҡуялар. Тырыш һәм талапсан егет күҙгә тиҙ салына: тора-бара уны БДУ-ның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры Баязит Сабирйән улы Ғәлимовтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Уҡыу йортоноң ул саҡтағы ректоры Рәғиб Насретдин улы Ғимаев менән проректор Баязит Сабирйән улының тормош һабаҡтарын әле лә һағынып хәтерләй ул. Улар кеүек кешелекле, изге күңелле һәм шул уҡ ваҡытта талапсан шәхестәр күберәк булһын ине! Тиҙҙән Азат Фәйзулла улына капиталь төҙөлөш эштәре буйынса проректор вазифаһын йөкмәтәләр. Бында ла ең һыҙғанып эшләй, БДУ-ның матди хәлен яҡшыртыуға ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. Шулай итеп, университетта 13 йыл эшләргә тура килә уға. Унан һуң Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында иҡтисад һәм социаль-көнкүреш мәсьәләләре буйынса проректор вазифаһын башҡара. Был урында шуны әйтеү ҙә етә: социаль-көнкүреш шарттары буйынса юғары уҡыу йорттары араһында үткәрелгән конкурста сәнғәт академияһы байтаҡ йыл инде беренселекте бирмәй. Эш менән бергә белемен нығыта Азат Фәйзуллин, үҙе юридик факультетты бөтөүгә ҡарамаҫтан, Баязит Сабирйән улының тәҡдиме менән социаль философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа. Диссертацияны яҡлағанда, билдәле ғалимдар Азат Фәйзулла улына, һеҙҙең был хеҙмәтегеҙ докторлыҡ эшенә тарта, дауам итегеҙ, тиҙәр. Йылы һүҙ — йән аҙығы, тигәндәй, дәртләндерә был йәш ғалимды. Ете йыл буйы докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй, төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнә. Ниһайәт, күп көс талап иткән был эшен дә ослап ҡуйырға уйлай ул.
Әлбиттә, йылдар буйы докторлыҡ диссертацияһы яҙып ҡына ултырмаған Азат, замандың ҡырыҫ елдәренә ҡаршы торорҙай үҙ ҡәлғәһен булдырған, йәғни эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Азат Фәйзуллиндың бизнесҡа тотоноуы ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға. Абруйлы ғына республика гәзитенең баш мөхәррире былай ти: “Башҡорт егеттәре араһында эшҡыуарлыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеүселәр күренмәй. Бына, Азат, һинең ҡулыңдан килә, нишләп тотонмайһың?” Ысынлап та, ниңә тотонмаҫҡа әле? Беҙ кемдән кәм! Шулай башлап ебәрә егет бизнес донъяһында тәүге аҙымдарын. Башта аҙыҡ-түлек менән эш итә. Һуңынан Башҡортостан Республикаһы Президентының 2002 йылдың 12 ғинуарында сыҡҡан “Башҡортостан Республикаһының эсәр һәм минераль һыуҙары” тигән Законына ярашлы, Ғафури районында Красноусол минераль һыу ҡойоу заводын асып ебәрә.
...Таныш боролошҡа еткәс, Азаттың хәтеренә бер ваҡиға төштө.
Машина фараһынан ағылған нурҙар юлда торған кемдеңдер һынын яҡтыртты. Ауылдар араһы апаруҡ ҡына, кем йөрөй икән һуң бынау көҙгө ямғырлы төндә? Автобусҡа һуңлаған юлаусылыр, моғайын. Азат машинаһын туҡтатты. Ишекте ҡыҙ бала асты. Быҫҡаҡлап яуған ямғырҙа күшегеп бөткән ҡыҙҙы күреп, ғәжәпләнгәндәй итте ул. Юлсыны ултыртып, апаруҡ ҡына һүҙһеҙ барғас, ҡыҙыҡһынып ҡуя:
— Бынауындай саҡта нишләп йөрөйһөң?
Ҡыҙыҡайҙың күҙҙәренә йәш төйөлә:
— Ағай, әгәр һеҙҙе минең яҙмышым ҡыҙыҡһындырһа, һөйләйем, — ти моңһоу ғына. — Табын ауылынан мин. Атайым менән әсәйем айырылышты. Әсәйем эскегә һабышты, өйҙән өйгә йөрөй. Атайым Өфөгә китеп, яңы ғаилә ҡорҙо. Әле уларҙан ҡайтып киләм. Дөрөҫөрәге, атайым уҡырға индерәм тип Өфөгә саҡырғайны. Уның ниәтен үгәй әсәйем белеп, мине ҡыуып сығарҙы. Хәҙер ни эшләргә лә белмәйем.
Ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы йәнен тетрәтә Азат Фәйзуллиндың:
— Һеңлем, — ти ул, — бына, минең адрес, Өфөгә кил. Берәй сараһын табырбыҙ.
Тиҙҙән ҡыҙ Өфөгә килә. Азат Фәйзулла улы төҙөлөш училищеһында эшләгән дуҫына шылтырата. Ярҙам итәләр. Уны уҡырға алалар, дөйөм ятаҡтан урын бирелә, хатта матди ярҙам күрһәтелә. Бөгөн ул училищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, үҙ донъяһын ҡорған. Бер көн ул былай тип шылтырата:
— Азат ағай, һеҙгә булған рәхмәтем сикһеҙ. Ләкин насар уйлай күрмәгеҙ, нисек итеп бүләкләргә белмәйем һеҙҙе.
— Әгәр тормош юлыңда ауыр хәлгә ҡалған берәйһе осраһа, ярҙам ит. Шул булыр миңә иң ҙур бүләгең, — ти Азат Файзуллин.
Әлбиттә, мин бында эшҡыуарҙың тормошондағы бәләкәй генә бер ваҡиғаны килтереп үттем. Ә бит Красноусол минераль һыу ҡойоу заводы тарафынан тыуған ауылын төҙөкләндереүҙә, Табындағы ҡарттар, балалар йорттарына, мәктәптәргә, мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөтөүҙә, “Тай-тулаҡ”, “Сулпылар” телетапшырыуына, “Гәлсәр һандуғас” телеконкурсына, Чечняла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк оҙатыуҙа һәм башҡа, һәм башҡа ярҙам күрһәтелә. Ғафури районында Әбйәлил ишандың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыу, кәртәләп, ағас ултыртыуҙы ла әруахтарға ҡарата изге ихтирам итеп һанай ул. Ярҙам ғынамы ни, Азат Фәйзуллиндың 120 кешелек эш урыны булдырыуы үҙе күп нәмә тураһында һөйләй, тимәк, шунса ғаилә яҙмышы өсөн дә борсолорға тура килә уға.
Азат Фәйзуллин Стәрлебаш районы ҡыҙы Гөлнара менән ғаилә ҡороп, ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Ҡатыны — табип. Уның ата-әсәһе лә бөтөн ғүмерен кешеләр дауалауға арнаған.
Хәйер, Азат Фәйзуллиндың үҙен дә табип тип атаһаҡ, һис арттырыу булмаҫ. Өфөлә ул Тибет дауалау һәм фәнни-тикшеренеү үҙәге асып, күпме кешегә һаулыҡ бүләк итте. Үҙәктә булған кеше бындағы бөхтәлеккә, табиптарҙың итәғәтлелегенә һоҡланмай ҡалмай.
...Ҡараңғылыҡты телеп нур ағыла. Гүйә, Азат Фәйзулла улының яҙмыш юлы. Шуны яҡшы белә ул: яҡтылыҡ артынан барғандар аҙашмай.
С. ӘБҮЗӘРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507