Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙнамә. 23 — 28 октябрь
Был аҙнала барлыҡ эштәрҙе алдан уйлап, һәр аҙымды үлсәп эшләгеҙ. Етдилек, иҫәпселлек, алдан күҙаллау барыһына ла хас булыр. Киләсәккә маҡсаттар ҡуйғанда, һәр ваҡ-төйәкте иҫәпкә алыу уңыш килтерәсәк. Эш һеҙҙе тулыһынса ялмап ала икән, тимәк, уңышлы буласаҡ. Ҡасандыр тормошҡа ашыра алмаған проектҡа яңынан тотонһағыҙ, уны ахырына еткерә аласаҡһығыҙ, аҡса яғынан да ул отошло булмаҡсы. Етәксегеҙ йә ҡасандыр хеҙмәттәшлек иткән кешеләр көтмәгәндә ярҙам ҡулы һуҙыр. Был аҙнала ауыҙығыҙҙы үлсәп асығыҙ, яңылыш осоп сыҡҡан һүҙ өсөн һуңынан яуап бирергә тура килер. Дүшәмбе — барлыҡ башланғыстар өсөн дә уңышлы көн. Шишәмбе алкоголле эсемлектәр менән һаҡ булығыҙ. Шаршамбы барлыҡ эштәрҙе лә еңеп сығыу ауырға төшәсәк. Яңы башланғысҡа тотоноуҙан баш тартығыҙ. Кесе йома һаҡ булығыҙ, иң мөһиме — ашыҡмағыҙ. Йома туған-тыумаса, яҡындарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы ихтимал, әҙер булығыҙ. Һиҙемләүгә ышанмағыҙ, хис-тойғоларға бирелмәгеҙ.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).

Хаталарҙы төҙәтергә ваҡыт. Үҙегеҙҙе ғәйепле тойһағыҙ, ғәфү үтенегеҙ.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Һеҙҙе ялмап алған хис-тойғолар ауыр һынау булыр. Был аҙнала күңел торошоғоҙ шәптән түгел. Быға алдан әҙерләнегеҙ, шик тыуҙырған эшкә тотонмағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).

Яҡшы кәйеф, матур хис-тойғолар артынан ҡыуырһығыҙ. Ләкин теләгегеҙгә ирешә алмай, яҡындарығыҙҙы ҡырыҫлыҡта, иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләй башларһығыҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).

Эшлекле даирәләрҙә баҫалҡы булыу килешмәй. Был сифаттан арыныу фарыз. Уңыш һеҙгә йылмайһын өсөн сағыуыраҡ булырға тырышығыҙ.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).

Юғары маҡсаттарға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирешә алмаҫһығыҙ. Шуға ла был аҙнала мөһим эштәргә тотонмай тороғоҙ. Уларҙың килеп сыҡмауы ихтимал йә һеҙҙең көсөгөҙ етмәҫ.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).

Ҡайҙа ғына бармағыҙ, гел иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Шуға өҫ-башығыҙҙы гел тәртиптә тотоғоҙ. Аралашыуға әҙер булыуығыҙҙы баһаларҙар, яңы эш урыны тәҡдим итеүҙәре ихтимал.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ — был мәҡәл һеҙҙең өсөн аҙна девизы. Һәр аҙымығыҙҙы уйлап эшләгеҙ, ашыҡмағыҙ.Тормошоғоҙҙағы “ҡара һыҙат” ай аҙағында ғына тамамланыр.

САЯН (24.10 — 22.11).

Был аҙнала, ниһайәт, үҙегеҙҙе ирекле итеп тойорһоғоҙ. Ғаиләгеҙҙә лә, эштә лә хәл-ваҡиғаларҙың үҙгәреше тап һеҙ теләгәнсә барыр. “Юҡ” тип әйтергә өйрәнегеҙ, шул саҡта башҡалар һеҙҙе үҙ маҡсатында файҙаланыуҙан туҡтар.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Хеҙмәттәштәрегеҙ менән артыҡ асылып китеп һөйләшмәгеҙ, ниндәйҙер сер белеп ҡалаһығыҙ икән, уны башҡаларға асмағыҙ. Шул саҡта дөрөҫ һығымталар эшләп, яңлышлыҡҡа юл ҡуймаясаҡһығыҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Аҙна башында артыҡ ашыҡмаһағыҙ ҙа була. Фекер төйнәр, маҡсат ҡорор өсөн уңайлы мәл. Ошо арала күптән ауыр йөк булып торған бурыстан ҡотола алырһығыҙ.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнеп була. Шуға ла ошо көндәрҙә холоҡ-фиғелегеҙҙе, һүҙҙәрегеҙҙе ҡабатлаған кеше менән эш итергә тура килер. Был көнәркәшлектә еңеп сығырға тырышығыҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Үткән аҙнала хәл итә алмаған ауыр мәсьәләләр үҙенән-үҙе хәл ителер. Буш ваҡытығыҙҙы заяға үткәрмәгеҙ, күптән табипҡа күренергә ваҡыт. Яңы эш урыны эҙләү уңышлы булмаҡсы
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504