Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫке Сытырман ағинәйе
Иҫке Сытырман ағинәйеӨҫтөндә — сәскәле оҙон күлдәк, башында – артҡа сөйөп бәйләнгән матур яулыҡ. Тыйнаҡ, еңел хәрәкәтле, мөләйем йөҙлө, сабыр ҡарашлы инәйҙән күҙемде алмайым. Ҡыҙы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр кафедраһы доценты Нәзирә, һикһән алтынсы йәше менән барған әсәһе хаҡында һөйләгән саҡта, йәшермәйем, уны тап шундай итеп күҙ алдына килтергәйнем. Осрашҡас, уйлағанымдың раҫ килеүенә үҙем дә аптырап ҡуйҙым.
Тормош йомғағын һүткәндә ыҙа күреп, михнәт менән донъя көткән, ут йотоп балаларын аяҡҡа баҫтырған, уҡытҡан Герой әсәнең ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәүенә хайран ҡалдым. Ә бит инәйебеҙгә яҙмыш “нужа ҡаласын” аҙ ашатмаған, ихтыяр көсөн аҙ һынамаған...
...Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылы ҡыҙы Нәбирәгә һуғыш башланғанда ун ике генә йәш була. Ғаиләне мохтажлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ урап үтмәй. Ҡарт-ҡоро ыңғайына уға ла хужалыҡтағы иң ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килә. Ҡайҙа инде белем алыу, уҡыу тураһында хыялланыу?
— Ауылыбыҙҙа Федоровка районындағы Иҫке Сытырмандан килен булып төшкән Сәфәрбикә еңгә бар ине. Бер саҡ өс йыл буйы ут эсендә йөрөп, аҙаҡ Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһындағы хәрби механика заводына эшкә ҡайтарылған ҡустыһы ҡунаҡҡа килде, — тип хәтирәләргә бирелә инәйебеҙ. — Ошо 25 йәшлек Латипҡа апалары мине, 15 йәшлек ҡыҙҙы, димләп кейәүгә бирҙе. Орск ҡалаһындағы бер барактың бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәнек. Ағайығыҙ механик сүкеш машинисы булып эшләне, мин ике мең немец әсире тотолған лагерҙың һаҡсы хеҙмәтендә торҙом. Бер нисә йыл тимер юл станцияһында эшләргә тура килде, меңәрләгән тонна брикет, таш күмер ҡулдан үтте...
Биш йылдан Әхмәровтар ғаиләһе тыуған яғына, Иҫке Сытырман ауылына, ҡайта һәм тормошон өр-яңынан ҡорорға керешә. Һуғыштан һуңғы йылдар. Ул арала ғаилә лә ишәйә бара, донъя мәшәҡәттәре артҡандан-арта. Латип ағай ауылда тәүҙә механизатор, аҙаҡ мал ҡараусы булып эшләй. Нәбирә апай ун алты йыл фермала һауынсы була, сөгөлдөр үҫтерә.
Ниһайәт, 1967 йылда ғаилә йорт һалып сыға, бигерәк тә балаларҙың ҡыуанысының сиге булмай. Өлкәнерәктәре ҡул аҫтына инеп, хужалыҡта ярҙамлаша, ҡайһылары мәктәп тамамлап, артабан һөнәр алырға ынтыла. Һөйөнөп кенә ғүмер кисергәндә, ғаилә ҙур фажиғәгә тарый: совхоз һыйырҙарын көткәндә 58 йәшлек Латип ағайҙы нәҫел үгеҙе һөҙөп үлтерә. Ете бала иллеһе лә тулмаған әсә ҡулына тороп ҡала. Хоҙай үҙе генә белә торғандыр ҡатындың нисек өҙгөләнгәнен! Барлыҡ йәшәү сығанағы — өс балаһына алған 25 һум пособие менән һауынсының ҙур булмаған эш хаҡы. Әсә кеше төндәрен ултырып дебет шәл бәйләй, ай һайын баҙарға һатырға йөрөй. Күргән михнәттәрҙе, ауырлыҡтарҙы һанап ҡына бөтөрөрлөкмө ни? Шулай ҙа яҙмыш һынауҙары әсә күңелен һис ҡатыра алмаған.
Бөгөн Нәбирә инәй бәхетле ҡартлыҡ кисерә, ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй. Иң ҙур шатлығы, таянысы — ғәзиз балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре. Ун бер балаға ғүмер биргән Герой әсәнең бөгөн ете балаһы — өс улы, дүрт ҡыҙы — иҫән-һау. Дүрт улының ғүмере бик иртә өҙөлөүенә йылдар буйы уфтанып, йөрәге һыҙланып йәшәгән инәйҙең кисерештәрен аңларға мөмкин. Әсә мөхәббәте ҡояштан да ҡайнар, диңгеҙҙән дә тәрән, тиҙәр бит.
Әле балалары илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралған, әммә атай нигеҙен ташламайҙар. Өлкән улы Фәтих Бала Сытырманда йәшәй. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер — академия) физика-математика факультетын тамамлаған. Ҡатыны Тәнзилә менән дүрт бала үҫтерҙеләр. Ҡыҙы Менәүәрә лә хаҡлы ялда, Мәләүездә йәшәй. Икенсе ҡыҙы Гөлбикә апаһы янында, Мәләүездә төпләнгән, банкта эшләгән. Ҡыҙы Нәзирә, әйтеүебеҙсә, Өфөлә йәшәй. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, белем алыуын Германияла, Галле университетында дауам иткән. Бер нисә йыл Мәләүез мәктәптәрендә эшләгәс, хәҙер туған университетында уҡыта. Стәрлебаш районының Күндерәк ауылында йәшәүсе Хәбирәһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улы Урал Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Әле Мәскәүҙә йәшәй. Кинйә улы Фәйрүз ғаиләһе менән инәй янында. Зоотехник һөнәре алған, ике ҡыҙ үҫтерәләр.
— Балаларға, иншалла, баймын, улым, — ти әңгәмәсем. — Ун алты ейән-ейәнсәрем, һигеҙ бүлә-бүләсәрем бар.
Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған Нәбирә инәйҙең сәләмәтлегенә, теремеклегенә күҙ теймәһен. Ҡышын Өфөлә, ҡыҙы Нәзирәһе эргәһендә йәшәй. Яҙ башы менән Иҫке Сытырманына ҡайтып, ҡара көҙгә тиклем донъяһын яңғыҙ көтә. Мал тотмаһа ла, ҡош-ҡорттан өҙөлгәне юҡ.
Нәбирә инәйҙе юҡҡа ғына ололап ағинәй тип йөрөтмәйҙәр. Ул хәҙер ҡырҡ биш йылдан ашыу дин юлында. Намаҙын ҡалдырғаны, Хоҙай ғәмәлдәренән ситләшкәне юҡ. Тәбиғәт биргән ҡул шифалары ла бар. Изгелеген тирә-йүндәге ауыл халҡы ла күп күргән, рәхмәтлеләр. Ә бына милләтте бөлдөрөр, халыҡты юҡҡа сығарыр күренештәргә, ғибрәт хәлдәргә йәне әсей, күңеле әрней ағинәйҙең.
Юнир КИНЙӘБАЕВ
Федоровка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518