Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзит килә – ҡыуаныс килә
Гәзит тәрән йөкмәткеле, файҙалы мәҡәләләрҙең күп булыуы менән оҡшай.
“Аҙна ҡаҙнаһы”н яратып уҡыйым. Ғөмүмән, был баҫма халыҡты борсоған, ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләргә яуап бирә, тип әйтә алам.
Яуаплы, шул уҡ ваҡытта үтә файҙалы һәм кәрәкле эшегеҙҙә ижад үрҙәре, бәхет һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйем.
Рәфит ЗӘЙНӘШЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.
* * *
Мин “Башҡортостан”ды ғүмер буйы алдырып уҡыйым.
Бала сағымда атайым яҙыла торғайны. Гәзитте көтөп алам, бер мәҡәләһен дә ҡалдырмай уҡып барам.
Йәнбикә ҠАҺАРМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.
* * *
Хәреф таный башлағандан бирле “Башҡортостан” ды яратып уҡыйым. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгәс, уны дәрестәремде байытыуҙа, кластан тыш эштәрҙә ҡулландым. Тора-бирә үҙем дә гәзиткә яҙыша башланым.
Күптән хаҡлы ялдамын. Яратҡан баҫмамды әле лә көтөп алам, рәхәтләнеп уҡып, үҙемә кинәнес табам. Гәзит бай йөкмәткеле, матур сыға. Фәһемле яҙмалар күп. Гәзиттең тәрбиәүи роле ҙур, тормошто йәмләй, фәһем бирә. Шуға күрә һәр кеше уны алдырып уҡырға, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен дә ылыҡтырырға, үҙ баҫмабыҙ ғаилә гәзитенә әүерелергә тейеш.
Рәйсә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Ғафури районы.
* * *
Хоҙай ғүмер биргәс, быйыл да киләһе 2013 йылға “Башҡортостан” гәзитенә яҙылдым.
Гәзит бик матур, уҡымлы. Шулай ҙа мине борсоған мәсьәлә лә бар. Мәҫәлән, “Йома” һанында дин тураһында күберәк уҡырға теләр инек.
Хоҙайбирҙе ВӘЛИЕВ.
Салауат ҡалаһы.
* * *
Хәҙер ауылдарҙа ғына түгел, хатта район үҙәктәрендә лә китап магазиндары юҡ.
Шуға ла күптәр яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыуҙан мәхрүм. Был йәһәттән “Башҡортостан”ды алдырыусылар һис отолмай тиер инем. Айырыуса һуңғы осорҙа гәзиттә хикәйәләр, шиғырҙар йыш баҫыла. Был бик дөрөҫ алым.
Солтан ҒАРИФУЛЛИН.
Нефтекама ҡалаһы.
* * *
“Башҡортостан” – ул башҡорт халҡының йөҙөк ҡашы тиһәк тә артыҡ түгел, гәзитебеҙҙе ҡулға алғас та шатланып, йотлоғоп уҡып сығам. Республикабыҙ, Рәсәй, донъя яңылыҡтары менән танышабыҙ. Тик ошондай шәп гәзиттең тиражы аҙыраҡ булыуы эсте бошора.
Бына тағы гәзит-журналға яҙылыу кампанияһы башланды. Яратҡан баҫмабыҙға күберәк яҙылайыҡ!
Фәнил ЮЛДАШБАЕВ.
Ейәнсура районы.
* * *
Мин “Башҡортостан”ды илле йылдан ашыу алдырам, һәр һанын ентекле уҡып барам.
Кәрәкле мәҡәләләрҙе киҫеп алам. Ҡатыныма айырыуса аш-һыу әҙерләү буйынса төрлө кәңәштәр оҡшай. Гәзит күптәрҙең зауығын ҡәнәғәтләндерә, аң-фекерҙе тәрәнәйтә, донъяға ҡарашты киңәйтә.
Һуңғы ваҡытта сыға башлаған “Юрист кәңәштәре”, “Өлгөрбай яҙмалары”, “Матур үтһен ялығыҙ!” бик тә фәһемле. “Ялыу кенәгәһе”, “Халыҡ тауышы” рубрикаларын асып, ҡайһылай йәтеш иттегеҙ. Ниһайәт, тәнҡит яҙмалары донъя күрә башланы.
Йомғаҡлап шуны әйтке килә: гәзит дөрөҫ юлдан бара, уға барыбыҙ ҙа ярҙам итәйек, йәғни киләһе йылға дәррәү яҙылайыҡ.
Хәмит ҺАҘЫЕВ.
Нуриман районы.
* * *
Гәзиттәге хужалыҡ эштәре буйынса мәҡәләләр, бал ҡорто тотоусыларға файҙалы кәңәштәр ауыл халҡына бик кәрәк. “Финанс ғилеме”н дә ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ.
Йәнбулат БАЙРАҠАЕВ.
Баймаҡ районы.
* * *
“Башҡортостан” – илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә һибелеп көн иткән халҡыбыҙҙың аралашыу майҙаны. Был йәһәттән “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһы ҙур әһәмиәткә эйә.
Күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында ла мәҡәләләр йыш баҫыла. Яңыраҡ ҡына Пермь, Ҡурған башҡорттары хаҡындағы яҙмаларҙы бирелеп уҡыным.
Бер осор ниндәйҙер сәбәп менән гәзиткә яҙыла алмай ҡалғайным, эй ҡыйын булды. Үҙемде һуҡыр, һаңғырау ҡалғандай тойҙом. Республикабыҙҙағы хәлдәрҙе, яңылыҡтарҙы, башҡа төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте фәҡәт “Башҡортостан” еткерә беҙгә.
Әнисә САДИҠОВА.
Учалы ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Саит
    Саит от 23.10.2012, 12:36
    Халык фекерен биреу якшы, тик рохсет алмайса, кемдендер исеменан языу килешаме икен?!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510