Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Миллионер” Салауат
“Миллионер” Салауат“Ауыл табибы” программаһы республикала 1 ғинуарҙан эшләй башланы. Был проект йәш белгестәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, сөнки ошо арауыҡта күп кенә район-ауыл дауаханаларына юғары белемле белгестәр эшкә килде.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011-2012 йылдарҙа юғары уҡыу йортон тамамлап, республика ауылдарына эшкә ҡайтҡан 35 йәшкә тиклемге медицина хеҙмәткәрҙәрен аҡсалата дәртләндереү тураһындағы ҡарарына ярашлы, биш йыл дауамында ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән белгестәргә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр компенсация бирелә.
Балтас районында ла яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлап, яҙмышын ауыл менән бәйләгән медицина белгестәре етерлек. Салауат Ғилметдинов – ана шундайҙарҙың береһе, район үҙәк дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог.
Юғары белем алғанға тиклем Салауат райондың Көндәшле мәктәбен тамамлай. Дуҫ-иштәре хәҙерге заманда абруйлы һәм аҡсалы һөнәрҙе һайлағанда, ул Бөрө медицина колледжына уҡырға инә. Егет уны уңышлы тамамлап, Көндәшлелә фельдшер булып эш башлай. Уңған, тырыш, һәр саҡ яңы идеялар менән янған йәш егетте хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Ауылдаштары араһында ла абруй яулай. Айырыуса баш табип Любовь Зуева егеттең эште урыны-еренә еткереп башҡарыуын күреп, юғары белем алырға тәҡдим итә. Салауат икеләнеп тормай, туғандары менән кәңәшләшкәндән һуң документтарын медицина университетына тапшыра, етмәһә, баш табип маҡсатлы йүнәлтмә алып биреүҙә ярҙам итә.
Университетта тырышып белем ала егет, бер лекцияны ла ҡалдырмай, лаборатория эштәрендә әүҙемлек күрһәтә, уҡыу йортонда ойошторолған сараларҙан ситтә “Миллионер” Салауатҡалмай. 2008 йылда ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған Альбина исемле ҡыҙға өйләнә. Йәштәр студент ятағында матур итеп донъя ҡороп ебәрә. 2010 йылда Салауат Ғилметдинов Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлап, уҡыуын интернатурала дауам итә. 2011 йылда ҡулына диплом алғас, район үҙәгенә эшкә ҡайта. Республикала ул ваҡытта “Ауыл табибы” программаһы ҡабул ителмәгән була әле. Салауат – район үҙәк дауаханаһына, ә Альбина Иҫке Балтас ауылының 1-се мәктәбенә эшкә урынлаша.
– Эш башлап китеүе ауырҙан булманы, Бөрөлә алған белемдең дә файҙаһы ҙур, – ти йәш табип Салауат Фоат улы. – Бала саҡтан табип булырға хыялланмаһам да, яҙмышымды ошо һөнәр менән бәйләүемә һис үкенмәйем. Кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ тоям. Ҡулдарымдың шифаһын алып һауығып сыҡҡандарҙы күреп ҡыуанам.
Бер йыл эшләгәс, Салауатты “Ауыл табибы” программаһына индерәләр, уға ярашлы бер миллион һумлыҡ компенсация бирелә. Ғилметдиновтар ғаиләһенең шатлығының сиге булмай, сөнки йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе киҫкен торған. Шуға ла ошо форсаттан файҙаланып, Салауат менән Альбина район үҙәгендә яңы йорт һатып ала. Аҡсаның бер өлөшө өй эсен биҙәкләүгә китә. Уларға 15 сутый ерҙә рәхәтләнеп баҡса үҫтерергә лә мөмкинлек бар. Йәшәү шарттары ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай: һыу, газ – йорт эсендә. Ауыл ерендә тыуып үҫкән егет иң тәүҙә мунса, гараж һәм ҡош-ҡорт өсөн һарай төҙөп ултырта.
– Хоҙайға шөкөр, фатирлы булдыҡ, иркен, заманса йортта йәшәргә күптән хыяллана инек. Өс йәшлек Артур улым да, атай-әсәйем дә бигерәк һөйөндө, – ти Салауат Ғилметдинов.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519