Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусы ла, шағирә лә, әсә лә!
Уҡытыусы ла, шағирә лә, әсә лә!Ошо өс юғары исемде лайыҡлы йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар бар арабыҙҙа. Шуларҙың береһе — Фирүзә Алсынбаева.

Ул — Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы ҡыҙы. Уҡытыусы булыу теләге Фирүзә Илһам ҡыҙын Сибай педагогия училищеһына алып килә. Тап ошонда уның күңеленә ижад орлоғо һалына, бында ул үҙенең класс етәксеһе, шағирә Рәсимә Ураҡсинаның ярҙамы ҙур булды тип иҫәпләй. Күренекле яҙыусылар, артистар менән осрашыуҙар тиһеңме, төрлө спектаклдәр ҡарау, әллә үҙ шиғырҙарыңдың ташҡа баҫтырылғанын күреп ҡыуаныумы — былар барыһы ла орлоҡтоң шытым биреүенә ерлек була. Училищены тамамлағас, Фирүзә Алсынбаева юллама буйынса Октябрьский ҡалаһына эшкә бара. Әммә артабан юғары белем алыу теләге уға тыныслыҡ бирмәй, күңеле лә ижадҡа тартыла.
Йәшлегенең иң матур осоро Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарға тура килгәненә рәхмәтле ул яҙмышына. “Шоңҡар” әҙәби берекмәһендә шөғөлләнеү, шиғыр кисәләрендә ҡатнашыу, шағир һәм яҙыусылар менән осрашыу, ижади командировка тәьҫораттары күңелендә әле лә һаҡлана. Университетты тамамлағас, Фирүзә Илһам ҡыҙы Сибай ҡалаһында эш башлай. Әлбиттә, ҡала мөхитендә йәш белгескә еңелдән булмай.
Мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусы Фирүзә Алсынбаева дәрестәрендә тәрбиәүи темаға өҫтөнлөк бирә. Тел күренештәрен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижадын уның үткәненә бәйләп аңлатыу, уҡыусының зиһененә һалыу — фәнеңә булған хөрмәт нигеҙе ул, тип иҫәпләй. “Минең халҡыма, туған телемә, уҡытҡан фәнемә хөрмәт йөҙөнән тик башҡортса сәләмләгеҙ”, — тигән талабын уҡыусыларының ихлас ҡабул итеүе лә уҡытыусыға ҡарата хөрмәтте аңлата. Әлбиттә, урыҫ мәктәптәрендә туған телде уҡытыу — ауыр эш. Әммә үҙ фәнен төплө белгәндәр генә уҡыусылар менән уртаҡ тел таба ала. Фирүзә Илһам ҡыҙы үҙе менән булған бер хәлде иҫкә төшөрҙө:
— VIII класта “Салауат Юлаев — башҡорт халҡының милли геройы” темаһын башлап ҡына тора инем, Ярослав тигән бер уҡыусым: “Ни өсөн башҡорттар бер генә геройын шундай юғары күтәргән? Башҡалары юҡмы ни?” — тип һорау бирҙе. “Бөйөк халыҡ ҡына батырҙарын күтәрә, ә батырҙар — халыҡты”, – тиһәм дә, ризалашмауы күҙгә ташлана. Уҡыусының һорауына яуап биреү өсөн дәресемде икенсерәк юҫыҡта дауам итергә тура килде. “Герой тураһында иң беренсе романды кем яҙған? Степан Злобин, урыҫ яҙыусыһы. Тәүге фильмды кем төшөргән? Протазанов, урыҫ режиссеры. Тәүге бюсты ағастан кем эшләгән? Фрих Хар — немец милләтенән. Бюсты кем ҡойған? Нечаева — украин ҡыҙы. Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлдең авторы кем? Тавасиев — осетин”. Күҙ алдымда уҡыусым йыуашлана барҙы, оялды.
Ысынлап та, балалар өсөн уҡытыусы дәрес материалын еткереүсе генә түгел, ә оло тормошҡа әҙерләүсе лә. Шуға күрә класта ниндәй милләт балалары белем алыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәр саҡ юғары кимәлдә, үҙ предметын тәрән үҙләштергән, зауыҡлы, мәҙәниәтле һәм һәр уҡыусының күңеленә асҡыс таба белергә тейеш. Был сифаттарҙың барыһына ла эйә Фирүзә Илһам ҡыҙы. Үҙе генә ижад менән шөғөлләнеп ҡалмай, уҡыусыларҙа ла уға ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Тәрбиәләнеүселәренең йыл һайын ҡала буйынса үткәрелгән ижад бәйгеләрендә тик призлы урындар яулауы, әленән-әле матбуғат биттәрендә шиғырҙары, әкиәттәре һәм мәҡәләләре баҫылып сығыуы — бәрәкәтле хеҙмәт емеше ул.
Уҡытыусы эше еңел булмаһа ла, буш ваҡытында яратҡан шөғөлөнә тотонорға барыбер ваҡыт таба. Илһам килгән минуттарын бушҡа үткәрмәҫкә тырыша, ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан, янында һәр саҡ блокноты йөрөй. Эш менән ял араһында ижад иткән шиғырҙарынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2004 йылда “Балҡыштар” йыйынтығында — “Күңел иле”, 2009 йылда баҫылған “Салауат вариҫтары” серияһында “Донъяны мин асам үҙемә” исемле китаптары баҫылып сыҡты.
Тормош иптәше йәшләй генә вафат булғас, ике ҡыҙын бер үҙенә тәрбиәләргә тура килә әсәгә. Бында ла юғалып ҡалмай оло йөрәкле ҡатын: Азалия менән Ғәлиәне сәнғәт мәктәбенең бейеү түңәрәгенә йөрөтә, ҡаланың абруйлы мәктәбенә уҡырға бирә, уларҙың киләсәге хаҡында алдан хәстәрлек күрә. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡыҙҙары әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып уҡыу менән бер рәттән, мәктәп тормошонда ихлас ҡатнаша, бейеүҙәрен дә ташламай. Хатта Азалия мәктәптә уҡыған сағында уҡ Сибай дәүләт филармонияһының әҙерлек бейеү студияһында шөғөлләнеп, бер аҙ эшләп алырға ла өлгөрә. Бөгөн өлкән ҡыҙы — Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты студенты, Ғәлиә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала.
Иңенә бихисап бурыс йөкмәгән мөләйем йөҙлө, һәр саҡ йылмайып йөрөгөн был ханымға ҡарайһың да ҡайһы саҡ аптырап та ҡуяһың. Шундай яуаплы һөнәр башҡарып та, яҙышырға ҡайҙан ваҡыт таба, ҡайҙан илһам ала? Күрәһең, яратҡан эше, яратҡан шөғөлө илһамландыралыр, ҡыҙҙары — йондоҙҙары ҡанатландыралыр.
К. ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509