Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғәнәһеҙ бәхәс
Мәғәнәһеҙ бәхәсЙыһат Солтановтың “Аҙнамөхәмәт, Салауат һәм Юлай йондоҙлоғо. Мәсьәләгә яңыса ҡараш” тигән брошюраһы донъя күргәндән һуң киң мәғлүмәт сараларында (“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 110, 114, 168, 169-сы һандарында) бәхәс тыуҙы.

Мәҡәләләрҙә, нигеҙҙә, Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналиндың тыуған ере, уларҙың шәжәрәһе хаҡында һүҙ бара. Берәүҙәр (Йыһат Солтанов, Фаил Тикеев) батыр — хәҙерге Иглин районының Тәкәй ауылында, икенселәр (Радик Вахитов һ.б.) Салауат районындағы Тәкәй ауылында тыуған, тигән фекерҙә. Бәхәс ике ауылдың да бер үк атама йөрөтөүенә ҡорола. Ләкин ундайҙар аҙмы ни? Мәҫәлән, ошо уҡ Салауат районында ике Арҡауыл бар. Шуларҙың береһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов донъяға килгән. Әммә әлегә тиклем мәшһүр шағирҙың ҡайҙа тыуыуына берәү ҙә шикләнмәне.
Тәү ҡарашҡа ул әллә ни мөһим дә күренмәгән кеүек, ләкин хәл беҙ уйлағанса ябай түгел. Бәхәс әленән-әле ҡабатлана.
Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында уҡ КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетындағы махсус комиссия, мәсьәләне ентекле тикшереп, Салауат Юлаев БАССР-ҙың Малаяҙ районындағы Тәкәй ауылында тыуған тигән уртаҡ фекергә килә. Шуға күрә халыҡтың тәҡдиме һәм үтенесе буйынса районға Салауаттың исеме бирелә.
Шул осорҙан 60 йылдан ашыу ваҡыт үткән. СССР тарҡалғандан һуң айырым кешеләрҙең мин-минлеге ысынбарлыҡтан һәм хәҡиҡәттән өҫтөнлөк итә башланы. Хәтерегеҙҙәлер, 2008 йылға тиклем Салауат районы делегацияһы батырыбыҙ һөргөнгә ебәрелгән Палдиски ҡалаһына күп тапҡыр сәфәр ҡылғайны, ә 2008 йылда Башҡортостандың элекке Президенты М.Ғ. Рәхимовтың фатихаһы менәндер, күрәһең, унда Иглин районы делегацияһы юлланды.
Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу алдынан да “иглиндәрҙең фекерен” яҡлаған кешеләр ошо уҡ мәсьәләне күтәреп маташты. Билдәле ғалимдар, яҙыусылар (мәҫәлән, Рәшит Шәкүр) дәлилләп сығыш яһағандан һуң ғына улар “шымырға” мәжбүр булды.
Быйыл мәсьәлә тағы ла көн үҙәгенә сыҡты. Шулай ҙа һүҙҙе иң элек Салауат Юлаевтың үҙенә бирергә кәрәктер.
Уның лирик шағир булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Ә һәр шағир, ҡағиҙә булараҡ, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә дан йырлай. Салауат та “Йүрүҙән”, “Һин беҙҙең тыуған йылға...”, “Йүрүҙән”, “Йүрүҙән шауы” һәм башҡа шиғырҙарында атайсалын оло һөйөү менән һүрәтләй. Ошо хәл генә лә батырҙың ҡайҙа тыуғанын туранан-тура сағылдырмаймы ни?! Бер генә шиғырында ла Иглин районының Тәкәй ауылы эргәһенән аҡҡан Баш йылғаһын телгә алмаған бит ул.
Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында (Өфө, “Китап”, 2001 йыл, 127-се бит): “П.С. Палластың 1770 йылғы сәйәхәте осоронда Шайтан-Көҙәй улусының үҙәге — Юлай ауылында старшина Юлай Аҙналин, уның улы Салауат Юлаев йәшәгән. Шулай уҡ Сенаттың Йәшерен экспедицияһында Пугачев ихтилалында ҡатнашыу тураһында һорау алыу протоколында ла уларҙың Ырымбур губернаһының Өфө провинцияһындағы Тәкәй ауылында йәшәүе билдәләнә”, тип яҙылған. “Салауат Юлаев: Энциклопедия” тигән китапта (Өфө, Башҡортостан энциклопедияһы, 2004 йыл, 326-сы бит) былай тиелә: “Тарихи карталар, яҙма сығанаҡтар, шулай уҡ П.С. Палластың мәғлүмәттәре нигеҙендә ХVIII быуат аҙағында Салауат районы биләмәһендәге Аҙналы, Ҡасай, Морат, Тәкәй, Юлай, Яҡуп, Смаил (Ыҫмайыл) ауылдарының Хөкүмәт ғәскәре тарафынан яндырылыуы билдәле”. Унда шулай уҡ “Салауат Юлаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге райондағы байтаҡ ауылдарға бәйле: Тәкәйҙә тыуған, Юлай ауылында йәшәгән, 1774 йылдың йәйендә Лаҡлы ауылында һуғыш алып барған” тигән юлдар ҙа бар.
Әнүәр Әсфәндиәров ошо уҡ хеҙмәтендә: “Карателдәр тарафынан ут һалынған Аҙналы, Тәкәй, Юлай, Морат, Ҡасай, Яҡуп, Смаил (Ыҫмайыл) ауылдарының иҫән ҡалған халҡы Шығанай, Иҙрис ауылдарына күсеп ултыра”, — тип яҙа.
Китаптың 130-сы битендә: “Урман-Көҙәй улусының Төркмән аймағындағы Тәкәй ауылы менән Шайтан-Көҙәйҙәге ошондай уҡ атамалы ауылдың бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Был ауыл ХVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән”, — тип билдәләнә. Салауат Юлаевҡа ҡағылышы булһа, карателдәр уны күптән яндырып, ер менән тигеҙләр ине бит.
Тарихи сәйәхәтте артабан да дауам итергә мөмкин. Әммә бының кәрәге юҡтыр, сөнки Салауат Юлаевтың тормошон һәм эшмәкәрлеген тикшереүселәрҙең күпселегендә (И.М. Гвоздикова, Ә.З. Әсфәндиәров, В.В. Сидоров, Ф.А. Нәҙершина, М.Х. Иҙелбаев, А.И. Баһуманов, Р.Ғ. Исламшин һ.б.) батырыбыҙҙың ҡайҙа тыуыуы шик тыуҙырмай. “Дөйөм алғанда, был мәсьәләлә фекер айырмалыҡтары юҡ: Салауат та, уның атаһы Юлай Аҙналин да Өфө провинцияһының Себер юлында урынлашҡан Көҙәй улусының Тәкәй ауылында (әлеге Салауат районында) тыуған. Улар Тәкәйҙән йыраҡ түгел Юлай ауылында йәшәгән. Был мәғлүмәттәр шаһиттар күрһәтмәһенә, Салауат менән Юлайҙан һорау алыу протоколдарына, шулай уҡ улар мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелгән Эстляндияла төҙөлгән документтарға нигеҙләнә”, тип яҙған күренекле тикшеренеүсе В.В. Сидоров. Ә бәхәсләшергә теләүселәргә Салауат районы үҙәгенә барырға кәңәш итер инем. Ундағы республикабыҙ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы асылған Салауат Юлаев музейында быуындан быуынға тапшырылған архив документтарын, урындағы кешеләрҙең Салауат тураһындағы хәтирәләрен, хикәйә, риүәйәттәрен, шулай уҡ батырҙың эйәре менән ҡылысын күреп, бәлки, бәхәскә сик ҡуйырһығыҙ.
Икенсенән, Салауатты “һеҙҙеке-беҙҙеке”нә бүлеүҙе туҡтатығыҙ: ул — уртаҡ батырыбыҙ, республикабыҙ халҡының ғорурлығы. Йыр, опера, кантата, балет, кинофильм, спектакль, әҙәбиәттә һәм башҡа сәнғәт әҫәрҙәрендә Салауаттың исеме яңғырай, уны барлыҡ ҡитғаларҙа беләләр. Ҙур ҡала, теплоход, пароход, спорт клубтары, командалар һ.б. батырҙың исемен йөрөтә. Шуны онотмайыҡ: бүлеш яҡшыға килтермәй. Хатта ҡан-ҡәрҙәштәр, бер милләт кешеләре араһында ла кире эҙемтә тыуҙырыу хәүефе бар. Илебеҙҙә иғлан ителгән Тарих йылында был айырыуса әһәмиәтле. Рәсәй Президенты В.В. Путин быйыл августа Саранск ҡалаһында яһаған сығышында ла ошо хаҡта иҫкәрткәйне.
Иглин вариантын яҡлаған кешеләргә әйтәһе һүҙем шул: көс-дәртегеҙҙе һәйкәлдәрҙе хеҙмәтләндереүгә, төҙөкләндереүгә йүнәлтһәгеҙ ине. Һүҙ Иглин районының Тәкәй ауылындағы Салауат Юлаевтың һәйкәле (һүрәттә) хаҡында бара. Һамар — Силәбе федераль юлы эргәһендә туҙан эсендә ултырған батырыбыҙ һыны ашыҡ-бошоҡ, исем өсөн генә ҡуйылған төҫлө. Күрегеҙ, йәнәһе, бында Салауат төйәге. Ҡаһарман милләттәшебеҙ ошондай мөнәсәбәткә лайыҡмы ни? Янғантауҙағы, Палдискиҙағы һәйкәлдәрҙе күрегеҙ.
Һәйкәл ҡуйыуҙың да билдәле бер ҡағиҙәләре, тәртибе бар. Ғәҙәттә, ул биләмә үҙәгендә ҡуйыла, ҡойма менән уратыла, гөл-сәскәгә күмелә.
Хакимиәттән һәйкәлде ауыл уртаһына, йә булмаһа Иглингә күсереүҙе һорап, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтә юҡ, ул әле лә шунда. Мәҙәниәт министрлығы ошо мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтер, тип ышанабыҙ.
Раян ВАХИТОВ,
Халыҡ-ара информатика
академияһы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519