Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Башҡа сара юҡ

Өфөлә 2025 йылға тиклем 30 юл өҫтө һәм юл аҫты үткелдәре барлыҡҡа киләсәк, тип вәғәҙә итә ҡала властары.
Транспорт хәрәкәте йылдан-йыл әүҙемерәк була барғанға күрә, баш ҡаланың ҙур магистралде йәйәү киҫеп үтә торған урындарында ошондай ҡоролмалар төҙөмәй сара юҡ.
Әлеге ваҡытта "Үҫмерҙәр китапханаһы", "Дан бульвары" туҡталыштарында төҙөлөш бара. Киләһе йыл Октябрь проспектының "Рәми Ғарипов исемендәге гимназия", "Мир" фирмаһы" туҡталыштарында ла юл аҫты үткелдәре төҙөй башламаҡсылар.
“Башинформ”.


Мөмкинлектәр күбәйә
Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын Белоретта лайыҡлы ҡаршыланылар: ҡалала бер нисә йыл рәттән өр-яңы балалар поликлиникаһы һәм бала табыу йорто уңышлы эшләй.
Июлдә Ермиловтарҙың күп балалы ғаиләһенә республика етәкселеге ҙур, бөтә уңайлыҡтары булған коттедж асҡысы тапшырҙы, ә күптән түгел улар микроавтобуслы булды.
Сентябрҙә иһә 220 бала Лиза Чайкина урамындағы өр-яңы балалар баҡсаһына барҙы. Үҙәнбашта яңы мәктәп төҙөлә, шулай уҡ М.Ғафури урамында, Абҙаҡта һәм Инйәрҙә яңы балалар баҡсалары сафҡа индереләсәк.
"Белорецкий рабочий".


Чемпиондар тәрбиәләйәсәкбеҙ!

"Халыҡ проекты" буйынса Ҡалтасыла роллер трассаһы төҙөлдө.
Киңлеге 6 метр тәшкил иткән спорт ҡоролмаһын сафҡа индереүҙе Нефтекама ҡалаһының "Танып" акционерҙар йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Трасса парк биләмәһендә урынлашҡанға күрә, майҙанды ағастарҙан һәм ҡыуаҡтарҙан таҙартырға, 500-гә яҡын йөк машинаһы ҡырсынташ түгергә, асфальт һалырға тура килгән. Спорт һөйөүселәргә ҡараңғынан да ҡурҡаһы түгел: роллер трассаһының тирә-яғы 40 фонарь менән яҡтыртыла.
"Ҡалтасы таңдары".


Енәйәткә тиң
Вәкийәр ауылына барғанығыҙ бармы? Юл күркәм урындан – урман буйынан үтә. Әммә күптән түгел ошо төбәктә булып, халыҡтың аяуһыҙлығына һәм битарафлығына хайран ҡалып ҡайттыҡ.
Ауылға етер алдынан, урман буйында, ҙур сүп-сар өйөмө хасил булған, халыҡ һис тартыныуһыҙ көнкүреш ҡалдыҡтарын шунда бушата. Бер аҙ аҫтараҡ ағыусы шишмә ҡороған, сөнки уның юлында – сүп-сар тауҙары. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экология мәсьәләләре киҫкенләшкән заманда вәкийәрҙәрҙең күрәләтә тыуған ерен бысраҡҡа батырыуы енәйәткә тиң.
"Беҙҙең Ҡыйғы".


Ил төкөрһә, күл була
Аҫҡар ауылы халҡы берҙәм: майҙа мәсеткә микрофон алырға һөйләшеп, һәр йорттан 100-әр һум аҡса йыйырға ҡарар иткәйнеләр. Шөкөр, берәү ҙә ярҙамһыҙ ҡалдырманы – хәҙер ауылда аҙан тауышы яңғырап тора.
Йәй аҙағында шулай уҡ ауыл халҡы берләшеп зыяратты тәртипкә килтерҙе, өмәлә ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. Элек-электән дәррәүлеге менән айырылып торған аҫҡарҙар киләсәктә лә ошо сифатын юғалтмаһын ине.
"Таң", Бөрйән районы.


Уҡымлы һәм тормошсан
Яҡташыбыҙ Рәйес Байгилдин, күптән түгел генә район яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булып китеүенә ҡарамаҫтан, икенсе шиғырҙар йыйынтығы сығарҙы.
"Тыуған яғым – яҡты моңом" тип аталған тәүге китап яҡындарына, бала саҡ хәтирәләренә бағышланһа, "Тормошом миҙгелдәре" тип аталған икенсе баҫма йәшәйеш тураһындағы уйланыуҙарҙан тора.
Рәйес Байгилдин һөнәре буйынса – страховка агенты. Уға төрлө кешеләр менән танышырға, аралашырға тура килә. Тормош ыңғай күренештәрҙән генә тормай – ҡайһы бер ҡыҙғаныс осраҡтарҙы ул сатирик әҫәрҙәрендә сағылдыра. Иң мөһиме – яҡташыбыҙҙың һәр әҫәре уҡымлы һәм тормошсан.
"Стәрлебаш шишмәләре".


Тәмәке тартам тип...
Шишмә районында иҫерек гастарбайтер магазинға тәмәке алырға юлланған. Әммә... йәйәү түгел, ә "Белорусь" тракторында, етмәһә, уға картуф ҡаҙый торған ҡоролма тағылған булған.
Тик 29 йәшлек үзбәк уҙаманы "ҡорос ат"ҡа идара итә алмайынса бер ни тиклем барғас, юл ситенә төшөп киткән. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре иҫерек эшсенең водитель танытмаһы булмауын да асыҡлаған. Үҙенсәлекле ысул менән магазинға йөрөргә яратыусы егет ун тәүлеккә ҡулға алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506