Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет утрауында
Бәхет утрауындаБәхет төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Берәүҙәр уны ғүмер буйы эҙләп тә таба алмай, икенселәр тәүәккәлләп ситкә сығып китеүҙе хуп күрә. Ә бына Рәсихә менән Йәмил Байгөбәковтар ырыҫты үҙҙәренсә ҡойған. Стәрлетамаҡта бынамын тигән йорт-ҡәлғә төҙөп, бәләкәй генә ер киҫәген әкиәт иленә әйләндереп йәшәгән улар.

Бына ҡайҙа ул гүзәллек!

Уларҙың йортона килгән һәр кемде, “хуш килдегеҙ!” тигәндәй, ҡапҡа төбөндә мәңге йәшел ылыҫлы артыш ҡаршы ала. Өй хужаһы уны үҙенең тыуған ере Күгәрсен яҡтарынан алып килеп ултыртҡан. Тылсымлы үҫемлек ошо татыу ғаиләгә ырыҫ-бәхет, хәйерле ғүмер юрап ултырһа, ихаталағы аллы-гөллө сәскәләр тирә-йүнгә нур бөркә, ә веранда тирәләй үрмәләнеп-үрмәләнеп үҫкән виноград суҡтары йәнде иркәләй.
Алмағастар уратып алған баҡсалағы беседкала бала-саға менән бергәләшеп самауыр сәйе эсеүҙәре үҙе ни тора! Ошо күркәм матурлыҡ һине йорт эсенә тиклем оҙата килә. Әйләнеп сыҡҡыһыҙ ҙур донъя ялт итеп тора. Баҫалҡы тәбиғәтле Рәсихә ханымдың уңған хужабикә икәнлегенә ишара был.
Эштән ҡайтыу менән бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт-ҡура мәшәҡәттәренә тотона егәрле ғаилә башлығы. Әйткәндәй, мин уның миндек бәйләгән ваҡытына тап булдым. Ире янында бөтөрөлөп йөрөгән ҡатынының ҡояштай балҡыған йөҙөнә ҡарап, ниндәй һоҡланғыс ғаилә, ҡайһылай пар килгәндәр, тип уйланым.

Мөхәббәттәре — үҙе бер матур тарих

…Рәсихәнең Маячный ҡасабаһындағы мәктәп-интернатта белем алған осоро. VII класта уҡыған ҡыҙҙы әхирәте Күгәрсен районының Нуҡай ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайта. Ауыл клубына киске уйынға сыҡҡанда осрата ул буласаҡ тормош юлдашын. Төҫкә-башҡа һылыу, ипле, тыныс тәбиғәтле ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ була Йәмил. Рәсихә лә егеттең мөхәббәтенә шундай уҡ тойғо менән яуап ҡайтара.
Киләсәккә матур уйҙар ҡора йәштәр, ә хыялдары — юғары уҡыу йортона инеп белем алыу. Йәмил баш ҡалалағы медицина институтын һайлаһа, Рәсихә Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Бына шулай Өфө – Стәрлетамаҡ араһын ҡыҙыра-ҡыҙыра студент йылдары ла үтеп китә. Уҡыуҙарын тамамлар алдынан Күгәрсен районы егете менән Әлшәй ҡыҙы сәстәрен сәскә бәйләй.
Утыҙ биш йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, тормош һуҡмағынан артыла Байгөбәковтар. Стәрлетамаҡ та күптән инде улар өсөн ғәзиз ҡалаға әүерелгән. 20 йыл ғүмерен рентгенолог һөнәренә арнаған Йәмил Яппар улы — оло хөрмәт ҡаҙанған, юғары категориялы табип. Бөгөн ул 2-се ҡала дауаханаһында рентгенология бүлегенә етәкселек итә.
Рәсихә Бәхтегәрәй ҡыҙының хеҙмәт юлы Стәрлетамаҡтың китапхана селтәрендә үтә. Татыу ғаиләлә атай-әсәйгә лайыҡлы алмашсы булырҙай балалар тәрбиәләнгән. Улдары Илһам ҡалалағы психоневрология интернатын етәкләй. Ҡыҙҙары Ләйсән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында психология фәненән уҡыта.
Халыҡта “Ирмен тигән ир-егет үҙ ғүмерендә өй һалырға, улдар үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш” тигән фекер йәшәй. Ысынлап та, үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә! Ошо уй тынғы бирмәй ауылда тыуып үҫкән Йәмилгә. Бөрйәндән ағас алып ҡайтып, бура бурай. Ағалары менән күмәкләп тотонғас, эш ырамлы ғына бара. Туғанлыҡ тойғоһо, берҙәмлек кеүек күркәм сифаттар хас уларҙың нәҫеленә. Яңы Отрадовка ауылында төпләнеүҙәренә лә хәҙер ун йыл булып киткән.

Нәҫелдәре менән көслөләр

Күмәк балалы ғаиләлә үҫкән Йәмил бәләкәйҙән эшһөйәрлеге, тәүәккәллеге, сәмлелеге менән айырылып тора. “Ғаиләлә алты малай, ике ҡыҙ үҫтек, — тип иҫкә ала ул бала саҡ йылдарын. — Әсәйем бик уңған, һәр эшкә оҫта булды. Мейес сығарырға тип, күрше райондарҙан да килеп алып китә торғайнылар үҙен. Йәне йәннәттә булһын…”
Бәләкәйҙән Әбделғәни олатаһының вәғәздәрен тыңлап үҫә малай. Олатаһы ауылда ғына түгел, тирә-йүндә лә данлыҡлы, абруйлы мулла була. Тәмәке тартҡан йәки эскән кеше аҡһаҡалдың күҙенә салынырға ла ҡурҡҡан, тиҙәр.
Атаһы Яппар олатай — ауылдарында иҫән ҡалған берҙән-бер һуғыш ветераны. Сталинград өсөн алышта ҡатнашып, Берлинғаса барып еткән. 86 йәшлек ветеран әле лә һис ҡул ҡаушырып ултырмай, ниндәй ҙә булһа эш менән мәшғүл. Йәштәрҙән ҡалышмай, әлегәсә велосипедта йөрөнө, ти ауылдаштары.
Ошо урында үҙемдең бала саҡтағы хәтирәмде лә иҫкә алып үткем килә. Атайымдың үҙенең фронтташ дуҫтары менән хат алышып, хәбәрләшеп торғаны хәтеремдә. Күгәрсен районының Нуҡай ауылынан Насрулла Байгөбәков менән дә хатлашты. Уны айырыуса бер йылылыҡ менән иҫләр ине атайым. Һуғыш башланғандың тәүге йылдарында бер ротала хеҙмәт итә улар. “Дошманды ҡыйратып саҡ ҡына ялға туҡтаған арала Насрулла йыйылмалы поход ҡурайын ала ла һыҙҙырып уйнап ебәрә. Ғүмерендә ҡурай моңо ишетмәгән урыҫ һалдаттары иҫе китеп тыңлай торғайны”, — тип һөйләгәйне атайым. Баҡтиһәң, ул Йәмил Яппар улы менән туған икән. Бына ниндәй көслө рухлы, саф күңелле Байгөбәковтар нәҫеле!
Рәсихәнең атаһы Бәхтегәрәй Ғәзизов та ил өсөн ҡан түккән һуғыш ветераны, байтаҡ йылдар Әлшәй районының Ҡыпсаҡ ауыл Советы рәйесе булып эшләгән.

Милләтебеҙ биҙәге

Көслө нәҫелдән сыҡҡан итәғәтле, эшһөйәр Байгөбәковтар ғаиләһе балаларын да шулай тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ете быуын ата-бабаһының нәҫел ағасын юллап, тамырҙарының сығышын өйрәнергә лә ваҡыт таба Йәмил Яппар улы. Шуныһы иғтибарға һәм маҡтауға лайыҡ: Байгөбәковтарҙың башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы алдырмай ҡалғаны юҡ. “Ашҡаҙар” гәзите беҙҙең өсөн айырыуса ҡәҙерле. Һәр һанын яратып уҡыйбыҙ”, — ти улар.
Ғаиләнең яратҡан шөғөлө — спорт. Ҡыш көндәрендә саңғыла йөрөйҙәр, бассейнда йөҙәләр. Ейән-ейәнсәрҙәрен дә спорт менән дуҫ булырға өйрәтәләр.
Ә иң ҙур бәхет — балаларың, ейәндәрең менән йыйылышып, ата-бабаларҙан ҡалған рухи ҡомартҡыларҙы, йолаларҙы, үҙең белгәндәрҙе вариҫтарыңа өйрәтеп ҡалдырыу, тейешле тәрбиә биреү. Ошо яҙылмаған тормош ҡанундарын яҡшы аңлай Байгөбәковтар. Ожмахтай еребеҙҙең ҡәҙерен белеп, аһәңле итеп йәшәй улар, шуға күрә тормоштары ла һынауҙарға бирешмәгән.
Утыҙ биш йылдың миҙгелдәре бер төрлө булмаған кеүек, тормошта ла гел генә ал да гөл түгел. Ана шул ауырлыҡтарҙы, донъя мәшәҡәттәрен бергәләп еңеп сығыу, бәләкәй генә шатлыҡты ла ҙур итеп ҡабул итә белеү, хәләл көсөң менән ҡорған донъяңдың уңыштарына һөйөнөп йәшәү — тормош асылы ул.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512