Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдаштарға рух юлдаш булһын
Юлдаштарға рух юлдаш булһынЮлдаш ауылын Бөрйән Юлдашы тип тә йөрөтәләр. Сөнки бындағы башҡорттарҙың ата-бабалары ҡасандыр Башҡортостандың көнсығышында Ирәндек итәген төйәк иткән Бөрйән ырыуынан сыҡҡан. ХVII–ХVIII быуаттарҙа төрлө сәбәп арҡаһында тәүҙә Көнгәк, Торатау, аҙаҡ Ашҡаҙар буйына күсеп ултырып, иң һуңынан Һалмыш йылғаһы буйын, йәғни Ырымбур өлкәһе сигендәге йылҡы тотоу өсөн уңайлы, иркен урынды һайлайҙар. Башҡа башҡорт ауылдарында иһә юрматылар йәшәй.

Беҙҙе оҙатып йөрөгән вәкил — район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән туған телдәр буйынса методист Гөлзада Баҡыева юлдаштарҙы маҡтап телгә алды. Тырыш, берҙәм, татыу, сәмсел халыҡ йәшәй бында, тине. Элекке мәктәп директоры, ошо яҙҙа юл фажиғәһендә һәләк булған 47 йәшлек ир-уҙаман Фәтих Зәйнәғәбдинов ауылдаштарын ойоштора белгән, абруйы ҙур булған. Полиция участка инспекторының, юлдаштар өсөн күңелем тыныс, сөнки унда Фәтих Әхәт улы тәртип боҙоуға юл ҡуймай, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тиҙ яйға һала, тип әйткәне лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Урындағы халыҡтың тырышып донъя көтөүе ауылға ингәс тә күҙгә ташланды: өйҙәр ҡупшы, бәләкәйҙәре лә, яңы төҙөлгәндәре лә, заманса ҡыйыҡлы, көпләнгәндәре лә бар, һәр ихатала тиерлек — еңел трактор йә автомобиль. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер хужаһыҙ йорттар ғына ауылдың йәмен ебәрә.
Уҡыусылар менән осрашыу урта мәктәптә уҙҙы. Бер нисә урынға белдереү элеп, ата-әсәләрҙе лә саҡырғандар, тик хәҙер халыҡты йәһәт кенә урынынан ҡуҙғатырмын тимә, өҫтәүенә сара төш мәленә тура килде.
Юлдаш мәктәбендә 74 бала уҡый, уларға 13 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Директорҙары — абруйлы, тәжрибәле белгес Зәйнәп Радик ҡыҙы Мырҙабаева. Коллектив райондың белем усаҡтары араһында алдынғылар исемлегендә. Төрлө фәндәр буйынса ғына түгел, спортта ла (айырыуса саңғы, еңел атлетика, туризмда), художестволы үҙешмәкәрлектә лә һынатмайҙар.
“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа башлыса юғары класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Шәйехзада Бабич исемендәге премияның беренсе лауреаты, яҙыусы, тәржемәсе Фәрзәнә Аҡбулатова журналист булараҡ хеҙмәт юлын “Башҡортостан”да башлағайны. Бөгөн әҙибә “Юлдаш” радиоһында аһәңле, халыҡсан тапшырыуҙар алып бара. Беҙҙең баҫма менән дә ихлас хеҙмәттәшлек итә. Ул башта үҙенең ижады тураһында һөйләне, эстон, урыҫ шағирҙарының шиғырҙарын үҙенең тәржемәһендә уҡып ишеттерҙе, әлеге көндә лә “Башҡортостан”дан айырылмауын әйтте. Яҙыусыны барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңланы. Уның “Атай икмәге” әҫәренең яҙылыу тарихы, геройҙарҙың прототиптары, дауамы хаҡында һорау бирҙеләр. Хикәйәнең нигеҙендә ысынбарлыҡ ята. Һуғыш ошо афәтте кисергән быуындың яҙмышында, уларҙың балалары хәтерендә мәңгелеккә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Әҙибәнең олатаһы яуҙа һәләк булған, атаһы япон һуғышында ҡатнашып йәрәхәтләнеп ҡайтҡан, уның ҡустыһы ағыулы башаҡ ашап үлгән.
— Һәр ғаиләгә ҡағылған фажиғәне яҡтыртмау, был теманы күтәрмәү гонаһ булыр ине, — тине яҙыусы. — Шуға күрә мин уға тотондом да инде.
“Атай икмәге” хикәйәһендә бер ғаиләнең кисерештәре аша һуғыш осорондағы күп балаларҙың яҙмышы сағыла. Шуның менән ул тәбиғи килеп сыҡҡан. Ҡәҙерле атаһына арнап яҙған шиғырын да уҡып, Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы: “Балалар атайлы үҫһен, бәхетле булһын”, “Бәләкәй хеҙмәт бәләкәй бәхеттән башлана”, “Һеҙ ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, ниндәй генә вазифа биләһәгеҙ ҙә, һеҙгә башҡорт тип ҡараясаҡтар. Шуның өсөн милләтебеҙҙе яратығыҙ, уның менән ғорурланығыҙ, уға тап төшөрмәгеҙ”, — тип әйткән һүҙҙәрҙе һәр бала күңеленә һалып ҡуйғандыр.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсәсәк Хәмит ҡыҙы Әтитәрова, юлдаштар исеменән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, “Башҡортостан” гәзитенә ҡарата фекерен белдерҙе.
— Элек һандан-һанға ҙур-ҙур мәҡәләләр баҫылған саҡта, уҡып өлгөрөп булмай торғайны, ҡайһылары ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуҙырманы. Бөгөн гәзит нигеҙҙә ҡыҫҡа, фәһемле яҙмалар биреүе менән отошло. Йәше лә, ҡарты ла уҡырлыҡ, файҙалы мәҡәләләр донъя күрә, — тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Шулай уҡ биш тапҡыр сыҡҡан гәзиттең хаҡы ауыл кешеһе өсөн ҡиммәтерәк булыуын, күбеһенең “Башҡортостан”-Йома” һанын алдырыуын әйтте.
Драматург Исхаҡ Зәйни, яҙыусылар Миңниса Баһуманова, Хәмит Ирғәлин, гәзитебеҙҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан журналист Юнир Кинйәбаев, төрлө фән эшмәкәрҙәре сыҡҡан ауыл халҡы “Башҡортостан”ға артабан дәррәү яҙылыр тигән ышаныс менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ошондай уҡ теләгебеҙҙе Батыр мәктәбендәге осрашыуҙа ла еткерҙек.
Ф. ӘҺЛЕТДИНОВ.
Федоровка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518