Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Абруйлы һәм табышлы һөнәр
Абруйлы һәм табышлы һөнәрРәсәйҙең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе билдәләнде

Хәҙерге заманда иретеп йәбештереүсе һөнәре иң кәрәкле һәм яуаплыларҙан һанала. Бөгөн бөтә донъя тик тимерҙән генә тора тиерлек. Унһыҙ бейек йорттарҙы, биналарҙы, машиналарҙы, караптарҙы, һыу-газ үткәргестәрҙе осратмаҫһың. Иретеп йәбештереүселәр төҙөлөш майҙандарында, машина, карап төҙөүҙә, энергетика өлкәһендә көс түгә. Был һөнәр һәр ҡайҙа кәрәк, шуға ла хеҙмәт баҙарында иретеп йәбештереүсе ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Өфөлә 1 – 5 октябрҙә үткән Бөтә Рәсәй "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" оҫталыҡ конкурсында Рәсәйҙең 78 төбәгенән 200-гә яҡын оҫта "Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе" номинацияһында көс һынашты. "Свартэкс" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
– Элек-электән оҫталар араһында төрлө бәйгеләр үткәреү йолаһы йәшәп килә, бындай конкурста иң яҡшылар билдәләнә. Ябай эшсе һөнәре ил иҡтисадын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Әле иретеп йәбештереүсенең хеҙмәте файҙаланылмаған бер генә сәнәғәт тармағын да күҙ алдына килтереп булмай, – тине Фидус Ямалетдинов.
Мәртәбәле сара Рәсәй Хөкүмәте тарафынан эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу маҡсатында йыл һайын ойошторола. Өфө ҡалаһы конкурс үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланмаған, сөнки тап бынан 60 йыл элек бында тәүге Бөтә Рәсәй иретеп йәбештереүселәр мәктәбе асыла. Бөгөн был һөнәргә баш ҡаланың "Свартэкс" йәмғиәтенең һөнәри әҙерлек үҙәгендә уҡыталар.
Бәйге барышында йәмғиәттең уҡыу корпустарында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы күргәҙмә эшләне. Һәр теләгән кеше унда булып, заманса йәбештереү ҡорамалдары, төрлө материалдар менән таныша алды.
Көсөргәнешле бәйге оҫталар араһында ике этапта үтте. Беренсеһендә улар торбаларҙы йәбештереүҙә оҫталығын һәм белемен күрһәтһә, икенсеһендә хеҙмәтте һаҡлау буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә еңеү яулаусыларҙың эшен 40-ҡа яҡын эксперт күҙәтте һәм ғәҙел баһа бирҙе. Ҡорос нервыға, көслө ҡулға һәм үткер күҙгә эйә булыусы оҫталар конкурста һынатманы, һәр береһе еңеүгә ынтылды. Әммә бәйге еңеүсеһеҙ булмай тигәндәй, кис баш ҡаланың "Нур" театрында еңеүселәр асыҡланды.
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә Рәсәйҙең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе исеменә Ырымбур өлкәһенән Максим Осипов лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Башҡортостандан Валерий Артюхов менән Татарстандан Евгений Владимиров бүлеште. Конкурс тамамланды, еңеүселәр асыҡланды, әммә бәйгелә ҡатнашҡан һәр кем еңеүсе, үҙ эшенең оҫтаһы булды.

Виктор ЗАЯЦ, "Свартэкс" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иретеп йәбештереү сәнәғәте буйынса һөнәри белгестәр әҙерләү үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары:
– Бөгөн эшсе һөнәрҙәргә, шул иҫәптән иретеп йәбештереүселәргә лә, ихтыяж артҡандан-арта. Ҡайһы бер уҡыу йорттарында был һөнәргә конкурс ҙур, хатта бер урынға биш кеше тура килә. Хеҙмәт хаҡы ла юғары, әлбиттә. Мәҫәлән, ҡалала иретеп йәбештереүсе 25 меңдән алып 40 мең һумға тиклем эш хаҡы алһа, вахта ысулы менән эшләүселәрҙеке 60-100 меңгә ҡәҙәр барып етә. Абруйлы, табышлы һөнәрҙәрҙең береһе ул.
Валерий АРТЮХОВ, Өфө ҡалаһы:
– Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа етенсе йыл ҡатнашам, бер нисә тапҡыр еңеү менән дә ҡайттым. Быйыл Башҡортостанда үткән бәйгелә "Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе" исеменә лайыҡ булдым. Был һөнәрҙе үҙләштергәнемә үкенмәйем.
Сергей ОХОТИН, Ҡалмыҡ Республикаһы:
– Ғаиләбеҙҙе иретеп йәбештереүселәр династияһы тип атарға була. Атайым, ағайым, ҡустым, хатта улым да яҙмышын ошо һөнәр менән бәйләне, сөнки уға һәр ерҙә лә ихтыяж ҙур.
Алексей САРАЖИН, Ханты-Манси автономиялы округы:
– Өфөгә тәүге тапҡыр килеүем, һеҙҙең ҡала бик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Таҙалығы, төҙөклөгө менән һоҡландыра. Ә конкурсҡа килгәндә, ул яҡшы ойошторолдо, ярыш өсөн уңайлы шарттар булдырылды.
Самат ҒӘЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509