Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сулпан”ды болот сорнай
Сибай дәүләт балалар театры “Сулпан”дың ябылыу ихтималлығы тураһында хәбәр мәғлүм булды, был беҙҙе оло хәүефкә һалды. Бөгөн илебеҙҙә йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә кире күренештәр бихисап, шуға тағы бер көслө өҫтәмә кеүек яңғыраны был борсоулы яңылыҡ.

Һуңғы 25 йылда, йәғни капитализмға күскәндән һуң, илебеҙҙә меңәрләгән түңәрәк һәм спорт секциялары, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, йөҙҙән ашыу балалар театры ябылды. Был миллиондарса баланың яҙмышына ҡара тап булып ятты, үҫмерҙәр араһында берәҙәк, енәйәтсе, алкоголик һәм наркомандар бер нисә йөҙ тапҡырға артты.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләрендә был хаҡта оло хәүеф менән һөйләшеүҙәр алып барылды, афәттән ҡотолоуҙың төрлө юлдары хаҡында фараз ителде. Рәсәй Хөкүмәтенә бындай хәл тынғылыҡ бирмәй, ул йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә ҡулдан килгәнде эшләргә тырыша, шул иҫәптән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн булған мәҙәниәт, сәнғәт учреждениеларын тергеҙеүгә күп көс һала.
“Сулпан” балалар театры үҙенең ун биш йыллыҡ ғүмерендә үҫеп килгән быуын араһында бөтә Башҡортостанда, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында киң популярлыҡ яулап, уларҙың яратҡан театрына әүерелде. Театрҙың үҙ тамашасыһы бар һәм был йәһәттән һис тә Сибай ҡалаһындағы “өлкәндәр” өсөн театрҙан тамашасыларҙы айырмай. Шуға ҡарамай, бына инде бер нисә тапҡыр “Сулпан” театрын ябырға ынтылалар. Һөҙөмтәлә 1999 һәм 2001 йылдарҙа Мәҙәниәт министрлығында ике тапҡыр “Сулпан” театрын ябыу хаҡында ҡарар әҙерләнгәйне, фәҡәт шул осорҙағы премьер-министр урынбаҫары Хәләф Ишморатов хәстәрлеге менән был ҡара эш туҡтатылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Сулпан” театрын юҡҡа сығарыу хаҡында хәбәр ураған һайын кемдәрҙер тарафынан ҡуйыртылып тора. Уйлап ҡараһаң, бындай кире аҙым яһарға бер ниндәй нигеҙ юҡ. “Сулпан” театры — спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарыу һәм финанс күрһәткестәре буйынса республикала иң алдынғыларҙың береһе.
Һәм бына — балалар театрын ябыу эше килеп сыҡмағас, уны юҡ итеүҙең яңы һәм бик хәйләкәр ысулын уйлап табалар: Сибайҙағы өлкәндәр һәм балалар өсөн театрҙарҙы ҡушырға. Аҡылы булған һәр кешегә аңлайышлы бит инде — был аҙым “Сулпан” театрын юҡ итеү өсөн эшләнелә. Әлбиттә, берләшкәндән һуң тәү мәл А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры репертуарында балалар өсөн спектаклдәр күберәк ҡуйыласаҡ, әммә әкренләп уларҙың һаны кәмейәсәк.
Ике театрҙы ҡушыуҙы йәки “Сулпан” балалар театрын ябыуҙы финанс мәсьәләләре менән аңлатырға маташалар, әммә был дәлил ысынбарлыҡҡа тура килмәй.
Башҡортостандың “Мәҙәниәт тураһында”ғы Законына ярашлы, мәҙәниәт һәм сәнғәткә республика бюджетының 2,5 % өлөшө бүленергә тейеш. Ысынбарлыҡта был һан 1,5-1,7 %-тан артмай. Ә “Сулпан” балалар театрына республика бюджетынан барлығы 0,01% тирәһе генә эләгә. Был — Башҡортостандың бюджеты өсөн бик бәләкәй һан һәм унан ҡотолоу дөйөм ҡаҙнаға һиҙелерлек түгел.
Ике театрҙы бергә ҡушыу яңы коллективты бик ауыр хәлгә ҡуясағы көн кеүек асыҡ, сөнки хәҙерге көндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында ижади кадрҙар, бигерәк тә юғары белемле режиссерҙар етешмәй. Был ҡуйылған спектаклдәрҙең кимәленә һәм репертуарға кире йоғонто яһай. Ошондай хәлдә ике театрҙы ҡушыу хәлде тағы ла ҡырҡыулаштырасаҡ ҡына.
Бөгөн ике театрҙы ҡушыуҙың әһәмиәтен раҫлаған бер генә дәлил дә юҡ, тимәк, һүҙ был йүнәлештә түгел, “ә нисек итеп ике коллективҡа ойоштороу эштәрен яҡшыртыу, матди-техник базаны нығытыу, ижади кадрҙарҙың кимәлен күтәреү, юғары белемле режиссерҙар әҙерләү һәм спектаклдәр ҡуйҙыртыу өсөн саҡырыу хаҡында, ошо юҫыҡта ярҙам итеү тураһында алып барылырға тейеш. Мәҙәниәт министрлығына театрҙар менән бергәләп аҡса табыуҙың яңы юлдарын эҙләргә, түләүле эштәрҙе күбәйтергә, ижади мөмкинлектәрҙе киңәйтергә кәрәк.
Уңышлы эшләп килгән коллективтарҙы ябыу еңел ул. Әммә ҡурҡыныс йүнәлеште һайларға һис тә ярамай, ул юлды фәҡәт юҡҡа сығып барған йәмғиәт кенә үҙ итә һәм китаптарын, белем усаҡтарын яндырырға, әҙәбиәт менән мәҙәниәтен, йәғни халҡының рухын юҡ итергә тотона. Беҙгә, киреһенсә, бар көсөбөҙҙө һалып, мәҙәни һәм тарихи байлыҡтарыбыҙҙы үҫтерергә һәм тергеҙергә, яңы мәктәптәр, сәнғәт учреждениелары асырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, иң ауыр осорҙарҙа бер мәктәпте лә, театрҙы ла япмағандар, киреһенсә, яңыларын асҡандар, сөнки белгәндәр: халҡының рухын уйлаған илдең киләсәге бар. Беҙ бөгөн дә бер нимәгә ҡарамай рухи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡларға һәм үҫтерергә тырышырға тейешбеҙ. Был — беҙҙең киләсәк һәм үҫеп килгән быуын алдындағы бурысыбыҙ. Ошондай хәлдә йәмғиәт тә битараф ҡалмаҫ, сәнғәтебеҙҙе ҡоротоусы хәүефле эштәргә ҡарата үҙ фекерен әйтер, тип ышанабыҙ.
Нәжиб АСАНБАЕВ,
драматург, Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы;
Әхтәм АБУШАХМАНОВ,
Башҡортостандың театр йәмғиәте эшмәкәрҙәре ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы;
Риф ТОЙҒОНОВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре;
Наил ҒӘЙЕТБАЙ,
драматург.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504