Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр үҙ еренә тартылмағас...
Бөгөнгө мәғариф өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙы өлкән быуын вәкилдәре күңеленә айырыуса яҡын ала. Бәләкәй ауылдарҙағы мәктәптәрҙең ябылыуын, уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыуын үҙ йөрәге аша үткәрә, мәсьәләнең асылына төшөнөргә тырыша улар. Был мәҡәләмдең геройы ла — тап шундайҙарҙан.

Биш йыл элек дауаханала Мәсетле районының Тайыш ауылынан Менәүәрә исемле апай менән танышҡайным. Буйға бәләкәйерәк, үткер ҡарашлы, көслө рухлы ҡатын үҙ ғүмерендә күпте күргән. Уның менән осрашыу миңә тынғылыҡ бирмәне. Яҡындан танышыу ине теләгем. Хыялым тормошҡа ашты.
...Бына Ыҡ йылғаһы буйында ятҡан Тайыш ауылы. Тау башынан әллә ҡайҙарға күренеп, тирә-яҡҡа нур сәсеп, мәктәп ултыра. Ауыл ҙур ғына. Әммә йорттарҙың күбеһе, хужалары эш эҙләп ситкә китеү сәбәпле, етемһерәп ҡалған.
Совет дәүерендә Тайыш, Айып, Әбдрәхим, Йонос ауылдары Салауат Юлаев исемендәге иң бай хужалыҡҡа ҡараған, халыҡ мул, иркен йәшәгән. Әммә әле ул колхоздан бер нәмә лә ҡалмаған. Тайыш ауылы бөлгөнлөктә көн күрә.
Менәүәрә апайҙың йортона яҡынлайым. Ишек алды, йорт-ҡураның бөхтәлеге балаларының хәстәрлекле булыуын дәлилләй. Ауылдың иң оло кешеһе, ағинәһе, 92 йәшен ҡаршылаған Менәүәрә апай бер аҙ бәләкәйләнә төшкән, әммә күҙ ҡарашы элеккесә үткер, аҙымдары ышаныслы.
Ул урта хәлле ғаиләлә тыуған. Атаһы Кәлимулла, иген сәсеп, мал-тыуар аҫрап, үҙ көсө менән донъя көткән. Етеш йәшәүе сәбәпле, кулак мөһөрө тағылып, Себергә һөрөлә.
Менәүәрә апайҙың бала сағы Аҙанғол ауылында үтә. Һуғыштан алда Тайыш ауылына килен булып төшә һәм барлыҡ ғүмерен ошо ер менән бәйләй.
— Миңә уҡыу теймәне, — ти әңгәмәсем. — Теләктәрҙе, уй-хыялды һуғыш юйҙы. Әммә юғалып ҡалманыҡ. Һәр саҡ эш өҫтөндә булдыҡ: урманын да ҡырҡтыҡ, бесәнен дә саптыҡ, ураҡта ла алдан йөрөнөк. Уйнарға, бейергә лә ваҡыт таба торғайныҡ. Ҡарағол тауы яҙғыһын айырыуса гөрләп торор ине. Эсеү, һуғышыу юҡ. Күпте күргән, кисергән серле, моңло тауыбыҙҙа бөгөн уйын-көлкө, йыр-моң ишетелмәй...
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Менәүәрә апай мәктәптә үткәрелгән байрамдарҙан ҡалмай, үҙе лә сығыш яһай, ҡобайыр һөйләй, йырлай, шиғыр һөйләргә лә әүәҫ. Уҡыу йортоноң киләсәктә ябылыу алдында тороуына ныҡ көйәләнә ағинәй. Тайыш мәктәбе 2009 йылда яңы биналы булған. Әле унда 39 бала белем ала, ун уҡытыусы эшләй. Уҡыусылар аҙ булғанлыҡтан, мәктәп киләһе йылда ябыла, тигәндәр.
— Йәштәребеҙ ситтә бит, — тип әсенә Менәүәрә апай. — Беҙҙекеләр, ҡырға китеп, яттарға ялсы булып йөрөй, ә икенселәр, киреһенсә, бында аҡса таба. Ауылды үҫтерерҙәй, уның яҙмышын үҙ ҡулына алырҙай ир-ат ҡайҙа? Уларҙың күбеһе, тыуған төйәгенә ҡул һелтәп, ситтә йөрөгәс, балалар һаны ҡайһылайтып артһын да мәктәп нисек ябылмаһын?! Халҡым өсөн йөрәгем һыҙлай...
Ләлә БЕЙЕШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518