Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Альберт МИФТАХОВ: “Һәр кеше лайыҡлы ҡартлыҡҡа хоҡуҡлы”
“Оло быуын” федераль партия проектына ярашлы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты, “Башкомснаббанк” дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды һәм “Берҙәм Рәсәй. Башҡортостан” гәзите редакцияһы “Лайыҡлы хеҙмәт — лайыҡлы киләсәк” төбәк социаль проектын берлектә тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Рәсәйҙә пенсия бүлеү системаһын, уның тупланма өлөшөн үҙгәртеүгә, дәүләттең һәр кеше алдындағы страховка йөкләмәләрен үтәүгә йүнәлтелгән пенсия реформаһы тормошҡа ашырыла. Уның төп бурысы — пенсия системаһында финанс тигеҙлегенә өлгәшеү, шулай уҡ граждандарҙың тәьминәтен яҡшыртыу, социаль системаға өҫтәмә килем йәлеп итеү өсөн тотороҡло сығанаҡ булдырыу. Реформа эш биреүсе менән хеҙмәткәр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тамырынан үҙгәртеүгә ҡорола. Хеҙмәткәрҙең ҡартлығын тәьмин итеү, ә эш биреүсенең страховка иғәнәләрен түләү йәһәтенән яуаплылығы артасаҡ. Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.
— Ниңә пенсия реформаһы һөҙөмтәһеҙ тормошҡа ашырыла? Сөнки кешеләр дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына аҡса һалмай. Улар күп һанлы, шул уҡ ваҡытта аҙ билдәле ойошмаларға ышаныс күрһәтә. Был йәһәттән беҙ төбәк пенсия фондын ойошторғанда, республикала 21 йыл эшләгән “Башкомснаббанк”ка таяндыҡ. Уның социаль һәм пенсия программалары бик күп. Ойошма аҡсаны йыйып алып, юҡҡа сығырлыҡ бер көнлөк фирма түгел. Өҫтәүенә проект Башҡортостан Хөкүмәтендә лә хуплау таба. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов “Башкомснаббанк” дәүләткә ҡарамаған пенсия фондының Попечителлек рәйесе итеп һайланды. Көнбайышта бындай фондтар ҡеүәтле ойошмалар иҫәбенә инә. Шуға күрә проект уңышлы һәм оҙайлы булыр тип ышанам. Ул күп йылдар дауамында һөҙөмтәле эшләһен өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланасаҡбыҙ, — тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов.
“Башкомснаббанк” дәүләткә ҡарамаған фонды советы рәйесе Флүр Ғәлләмов билдәләүенсә, был ойошма — төбәктәге берҙән-бер дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды. Уның иҫәбенә күскән аҡса Башҡортостан иҡтисады файҙаһына эшләйәсәк.
— Пенсия реформаһында дәүләткә ҡарамаған фондтарға ҙур әһәмиәт бирелә. Статистикаға ярашлы, йыл һайын Рәсәй Пенсия фондынан халыҡтың 10 проценты тиерлек аҡсаһын дәүләткә ҡарамаған фондтарға күсерә. Республикабыҙҙа ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. “Башкомснаббанк” фонды советында тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шуға күрә әле һалынған аҡса киләсәктә пенсионерҙарға мул килем булып әйләнеп ҡайтасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән хеҙмәттәшлек проекттың Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырылыуына ышаныс өҫтәй, — тине Флүр Ғәлләмов.
Проектты берлектә тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә Ололар көнөндә ҡул ҡуйылыуы айырым әһәмиәткә эйә. Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә “Йәш гвардия” ағзалары байрам концерты ҡуйҙы, ветерандар менән аралашты.
Өфө ҡала Советы депутаттары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзалары Тимур Хәкимов менән Илдус Ғүмәров пенсионерҙар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн байрам табыны ойошторҙо. Өлкәндәр бик ҡәнәғәт ҡалды.
— Хөрмәтле ветерандар! Ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Һеҙгә күңел йылылығы, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныс, яҡындарығыҙҙың һөйөүен теләйбеҙ. Күк йөҙө тыныс булһын, ҡояш һәр саҡ йылмайып торһон, — тине үҙенең тәбрикләү һүҙендә Өфө ҡала Cоветы депутаты Тимур Хәкимов.
Л. ФӘРИТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 612

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505