Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балаң ситләшмәһен тиһәң...
Балаң ситләшмәһен тиһәң...Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағындағы Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең “Ышаныс телефоны” хеҙмәте мөдире Ғәлиә СӘЛИХОВА гәзит уҡыусыларға психолог ярҙамы күрһәтә. Күңелегеҙҙе өйкәгән һорауҙы беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Бер хат та иғтибарһыҙ ҡалмаҫ.

“Улыбыҙ өйләнде лә алыҫ ҡалаға күсергә йыйына башланы. Ҡалырға өгөтләһәк, беҙҙе тыңлағыһы ла килмәй. Күҙ ҡараһылай күргән балабыҙ беҙҙән ситләшмәһен, араларыбыҙ һыуынып ҡуймаһын тип борсолабыҙ. Быны нисек булдырмаҫҡа?
А. Ғәләүетдинова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы”.


— Ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәт йылдар үткән һайын үҙгәрә. Бәләкәстәр тулыһынса өлкәндәр ҡарамағында, шуға күрә улар өсөн атай-әсәй тормошта иң мөһиме. Ҙурая килә баланың үҙ шөғөлө, донъяға үҙ ҡарашы барлыҡҡа килә, ул иреккә ынтыла. Был ҡотолғоһоҙ, сөнки тәбиғәт ҡанундары шундай.
Ҡайһы бер ата-әсә балаларының буй еткереп, үҙаллы йәшәй башлауын ауыр кисерә. Һөҙөмтәлә йыш ҡына быуындар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға. Психологтар бының бер нисә сәбәбен билдәләй.
1. “Мин балама башҡа кәрәкмәйем”. Ошондай уй арҡаһында ололарҙың күңелен бушлыҡ биләүе, бөтөн донъяға һәм балаһына ҡарата үпкә тотоуы ихтимал.
Бындай күңел төшөнкөлөгөнән ҡотолоуҙың иң шәп ысулы — күңелеңә ятҡан һәм шатлыҡ килтергән шөғөл табыу. Балағыҙ бәләкәй булғанда һәм үҙегеҙ өсөн ваҡыт етмәгәндә нимә тураһында хыялланыуығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Бәлки, шул эштәргә тотонор мәл еткәндер?
Ир менән ҡатын был осорҙа бер-береһенә иғтибарҙы күберәк бүлә ала. Ошоғаса һирәк аралашҡан дуҫтар һәм туғандар менән бәйләнештәрҙе нығытырға була. Балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ ҙә һеҙҙең иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж.
2. “Минең хаталарҙы ҡабатлап ҡуймаһын”. Олоғайған ата-әсә балаһын хаталаныуҙан араларға тырыша. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре хыял итеп тә тормошҡа ашмай ҡалған теләктәрен балаларының үтәүен теләй.
Барыһы ла өлкәндәр уйлағанса ғына булмай шул. Ҙурайған баланың — үҙ фекере. Теләк-маҡсаттарҙың тура килмәүе үҙ-ара мөнәсәбәтте ҡаҡшата, өлкәндәр буйһондороусы кеүек ҡабул ителә башлай.
Мәсьәләне нисек хәл итергә? Иң тәүҙә баланың үҙенсә йәшәргә хоҡуғы барлығын аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк. Бының бер ҡурҡынысы ла юҡ. Өлкәндәр, тормош тәжрибәһенән сығып, аҡыллы кәңәш бирә ала. Балаларҙың ата-әсә һүҙенә ҡолаҡ һалыуы, уларҙың күңелен ҡыймауы мөһим.
3. “Балама һөйөү һәм иғтибар биреп еткермәнем”. Ысынлап та булған йәки уйлап сығарылған ошондай ғәйеп тойғоһо кисергән ата-әсә, хатаһын төҙәтәм тип, балаларының тормошонда өлгөрлөк күрһәтә башлай. Бының шәхси тормошҡа ҡыҫылыу кеүек ҡабул ителеүе ихтимал.
Бөтөнләй кәрәкмәгән ғәйеп тойғоһонан ҡотолор өсөн ҡайһы берҙә балалар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҙә етә. Үҙҙәре лә атай-әсәй булырға өлгөргән балаларға күңелде өйкәгән уй-хистәрҙе аңлатып, уларҙан ғәфү үтенеп алырға мөмкин. Бер-берегеҙ менән аңлашҡандан һуң, үткәндәргә ишекте ябып, был һорауға ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫҡа тырышыу шарт.
Ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәт ике яҡтан да сабырлыҡ һәм ихтирам талап итә. “Ата-әсә һәм бала араһында бихисап проблема булыуы ихтимал. Бындай мөнәсәбәттәрҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә кәрәк. Быуындар араһындағы бәйләнеш тигеҙлеккә, бер-береңдең шәхесен хөрмәт итеүгә һәм кәрәк саҡта ярҙамға килергә әҙерлеккә ҡоролорға тейеш”, — тип яҙа Американың билдәле психологы Вирджиния Сатир.
Ғөмүмән, нисә йәштә генә булһа ла, ата-әсә өсөн бала һәр саҡ бала булып ҡала. Шулай ҙа уның бәләкәй түгеллеген аңларға, шәхси тормошҡа хоҡуғын ихтирам итергә кәрәк. Балалар иһә ата-әсәгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһен, олоғайған көндәрендә терәк-таяныс булырға тырышһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518