Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих ҡабатланмаһын ине
Ун етенсе быуатта Рәсәй батшаһы хөкүмәте башҡорт ерҙәрендә завод, фабрика, ҡәлғәләр төҙөү эшен киңәйтә. Өҫтәүенә төрлө һалымдың күләме арттырыла, урындағы халыҡҡа башҡа сикләүҙәр ҙә индерелә. Ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтарына ҡурҡыныс янауы башҡорттарҙы борсоуға һала.

Тәүҙә башҡорт бейҙәре, старшиналары батшаға барып, һөйләшеүҙәр юлы менән үҙҙәренең талаптарын ыңғай хәл итеү тәңгәлендә килешеүҙәргә өлгәшә. Тик Рәсәй дворяндары һәм помещиктары башҡорт ерҙәрен, урмандарын һәм ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереп, урындағы халыҡты ҡыҫырыҡлауҙы дауам итә. Бындай хәлдә башҡорттар, үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғон тыныс юл менән һаҡлай алмаясағын аңлап, ҡулына ҡорал алып, баҫҡынсыларға ҡаршы яуға күтәрелергә мәжбүр була.
Әлбиттә, бындай ихтилалдарҙы батша аяуһыҙ рәүештә баҫтыра. Көстәр тигеҙ булмаған бәрелештәрҙә күп башҡорт ир-егеттәре башын һала. Шуға ҡарамаҫтан, ата-бабаларыбыҙ Рәсәй батшаһын милләтебеҙҙең ергә, урмандарға, йылға-күлдәргә хоҡуҡтары танылған указдарға һәм фармандарға ҡул ҡуйырға мәжбүр иткән.
Хәҙер беҙ егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ. 70 йыл донъяла АҠШ-тан ҡала иң ҡеүәтле икенсе ил һаналған СССР тарҡалғас, Рәсәй үҙаллы федератив дәүләт булып ойошто.
Шул ваҡыттан алып социализмдың терәге булған хөкүмәт мөлкәтен шәхси ҡулдарға бушҡа тигәндәй таратыу, йәғни “Чубайсса хосусилаштырыу — прихватизация” башланды. Был кампания Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостанда ла барҙы. Ҡасандыр бик бай иҫәпләнгән республикабыҙ мөлкәтһеҙ төбәккә әйләнде.
Эре сәнәғәт предприятиелары, хәтһеҙ ерҙәр, урмандар һәм иҡтисадтың башҡа мөһим тармаҡтары аҡсалы шәхси ҡулдарға күсте. Милектең яңы хужалары, башлыса, Мәскәүҙә йәшәй, ни өсөн тигәндә, илдең күпселек аҡсаһы ошо ҡалала әйләнә.
Рәсәй төбәктәрендә алынған килемдең ҙур өлөшөн үҙәккә тартып алыу сит илдәрҙә әҙерлек үткән Гайдар, Мостовой һәм Чубайс кеүек менеджерҙар ҡулы менән хосусилаштырыуҙы алып барырға мөмкинлек биргән алдан күреп эшләнгән аҙым тип аңлайым.
Егерме йыл дауамында барған милекте хосусилаштырыу Башҡортостан иҡтисадына ыңғай этәргес бирмәне. Был — республикабыҙҙың күренекле иҡтисадсыларының фекере.
Ситтән килтерелеп тәғәйенләнгән хужалыҡ етәкселәренең эш алымдары күпселек халыҡҡа оҡшап етмәй. Иң хәүефлеһе — был етәкселәр шәхси хужаға эшләгән урындағы инженерҙарҙың, белгестәрҙең һәм эшселәрҙең мәнфәғәтен иҫәпкә алмай, үҙ кеҫәләрен ҡалынайтыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Реформа, модернизация һылтауы менән ҡайһы бер осраҡта сәнәғәттә, аграр секторҙа күп йылдар эшләгән кешеләр ҡыҫҡартыуға дусар ителә. Хеҙмәт хаҡын тейешенсә түләмәү осраҡтары ла бар. Ҡайһы бер предприятие директорының (күпселектә генераль директорҙың) эшселәрҙе шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү көндәре лә билдәләнмәгән.
Кешеләрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе ныҡ борсоған мәсьәлә — эшкә һәләтле, перспективалы белгестәрҙе үрләтеп барманылар. Һөҙөмтәлә улар республиканан ситкә сығып китергә мәжбүр булды. Ә быныһы инде төп милләт яҙмышына кире йоғонто яһай.
Милектең ниндәй хоҡуҡи формала булыуына ҡарамаҫтан, уның хужаһының эшен һәр ваҡыт тикшереп, күп милләтле республикабыҙ халҡы файҙаһына эшләтеү өсөн Башҡортостанда тейешле органдар етерлек.
Рәфит ЗӘЙНЕШЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840