Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡсаға һат, аҡсаға һатылма…
Аҡсаға һат, аҡсаға һатылма…Рәсәй адвокаттарының “Кеше хоҡуҡтары өсөн” ойошмаһы билдәләүенсә, һуңғы дүрт йылда илебеҙҙә ришүәтселек күләме 33 тапҡырға артҡан. Улар фекеренсә, илдәге тулайым эске продукт күләменең 52 проценты ришүәтселек йоғонтоһона эләгә. Ойошма вәкилдәре Рәсәйҙәге ришүәтселек кимәлен билдәләү өсөн 2008 йылдан башлап мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алған: ул ваҡытта уның уртаса күләме 9 мең һум булһа, бөгөн 300 мең һумға еткән. Ришүәтте Приморье крайында, Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә йышыраҡ алалар. Илдең баш ҡалаһында бер ришүәттең уртаса күләме 395 мең һумға барып баҫа! Халыҡ фекерен өйрәнеп, социологтар шундай һығымтаға килгән: һуңғы өс йылда илдә биш кешенең береһе коррупция осрағына юлыҡҡан, уларҙың 63 проценты мәсьәләне ришүәт ярҙамында хәл итергә мәжбүр. Ҡалған 32 проценты башҡа мөмкинлек эҙләгән, ә 25 проценты ҡулында аҡса булмау арҡаһында ғына был юлдан баш тарта икән.

Рәсәй халҡының яҙмышы ришүәтселеккә бәйле


Беҙҙең илдә “майламайынса”, йәғни ришүәт бирмәйенсә алыҫ китеп булмай, тигән төплө фекер нығынған. Мәҫәлән, ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәрҙән ришүәт алмаһалар, әлеге көндә магазин кәштәләрендәге аҙыҡ-түлеккә хаҡ 30 процентҡа кәмерәк булыр ине, тип фаразлай белгестәр. Әлеге лә баяғы, “Коррупцияға ҡаршы үҙәк” эксперттары белдереүенсә, төрлө дәрәжәләге бюджет аҡсаһының 20 проценттан ашыуы урлана.
Рәсәйҙә һөт, ит, йәшелсә, еләк-емеш һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереү былай ҙа арзан түгел. Сығымдарҙың табыштан күберәк булыуын да етештереүселәр үҙ елкәһендә татый. Мәҫәлән, һөт хаҡының 4 процентҡа артыуы — электр, газ һәм һыу ҡулланыуға киткән өҫтәмә сығым. Бинаға электр һәм газ индереүҙе рәсмиләштереү үҙе генә лә алтын хаҡына төшә тип зарлана ауылда ферма төҙөүселәр. Ғаилә фермалары, крәҫтиән хужалыҡтары булып теркәлгән эшҡыуарҙарҙы бөгөн кем генә тикшермәй ҙә, кем генә уның кеҫәһен ҡапшамай?!

Нисек кәметергә?

Берәүҙәр ришүәт алыусыларға ҡарата ҡаты яза булдырыу, закондарҙы ҡырыҫыраҡ итеү һөҙөмтә бирер тип уйлай, икенселәр закон башҡарыусыларҙың ғәҙеллегенә ышанып етмәй.
Башта тауыҡ барлыҡҡа килгәнме, әллә йомортҡамы? Коррупция мәсьәләһе лә ошоға оҡшаш — уның ҡасан килеп сығыуын әйтеүе ауыр. Түрәләр ниңә ришүәт ала? Биреүсе булғанғамы, әллә үҙҙәре талап итәме? Бында ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар. Әммә ришүәт алған түрәләр өҫтөндәге яуаплылыҡ ҙурыраҡ түгелме? Улар бит дәүләткә хеҙмәт итә. Шуға ла уларҙың эшмәкәрлегенә күберәк иғтибар йүнәлтергә кәрәк.
Халыҡ фекеренә нигеҙләнеп, коррупция иң үтеп ингән ойошмалар тип түбәндәгеләрҙе билдәләргә була: яуап биреүселәрҙең 75 проценты ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең йыш ришүәт алыуын телгә ала, медицина учреждениелары, юғары уҡыу йорттары, хәрби комиссариаттар, эске эштәр органдары, прокуратура, суд. Пенсия фонды вәкилдәре, уҡытыусылар, Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре ришүәтселеккә һирәк осраҡта ғына бара. Һорау алыусыларҙың биш проценты ғына уларҙы телгә алған. Был — рәсәйҙәрҙең фекере. Ниңәлер Башҡортостандағы мәғлүмәттәр уларҙан бер аҙ айырыла. Хәйер, республикалағы хәлгә һуңғараҡ туҡталып үтербеҙ.
Сабыйҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыу өсөн уртаса 20 мең һум “төртөргә” кәрәк. Ә табипҡа барһаң, яҡынса 3 мең 800 һум түләргә тура киләсәк. Социаль торлаҡ алғанда, 150 мең һумдан ашыу ришүәт һорайҙар икән.

Түләүһеҙ уҡыу түләүлегә әүерелде түгелме?

Һуңғы йылдарҙа мәғариф тармағындағы үҙгәрештәр халыҡта ризаһыҙлыҡ тойғоһон арттырғандан-арттыра. Мәктәпкә бюджеттан бирелгән сығымдың етмәүе аңлашыла кеүек. Тик ошо һылтау менән ҡайһы бер уҡытыусыларҙың ата-әсәләрҙән аҡса һығыуы бер ҡалыпҡа ла һыймай.
Яңыраҡ күптәнге танышымды осраттым. Киләһе йыл ҡыҙы беренсе класҡа бара икән. Хәл-әхүәл белешкәс, танышым:
– Һинең Н. район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә таныштарың юҡмы?
– Юҡ. Нимә булды һуң?
– Шундағы билдәле гимназияға баланы уҡырға бирергә ине. Директоры менән барып һөйләшкәйнем, 200 мең һум аҡса һорай.
– Нисек инде! Нимә өсөн инде шул сама аҡса?!
– “Ирекле-мәжбүри” ярҙам. Аҡса күсерелмәйенсә, баланы мәктәпкә алмайҙар. Беренсе класҡа барасаҡ балаларҙың исемлеге төҙөлә башлаған инде. Блокнотына унлаған фамилияны теркәп ҡуйған. Тимәк, уларҙың аҡсаһы йәки дәрәжәле туғаны бар.
Бындай “ярҙам”ды бер ошо мәктәптә генә һорамайҙар шул. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ тигән кәңәшемә танышым ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы.
Берҙәм дәүләт имтихандары ваҡытында уҡытыусыларҙың аҡсаға ярҙам итеүе лә сер түгел. Был хәлде иҫкәртеү өсөн ниндәй генә сара күрелмәһен, урау юлдары табылып тора. Һүҙҙе ҡуйыртҡы килмәй. Мәктәптәрҙәге хәлдең ал да гөл түгел икәнлеге көн кеүек асыҡ.

Уның тамыры ҡайҙа?

Ришүәтселектең барлыҡҡа килеүенә дәүләт үҙе нигеҙ һалған. XII быуатта батша баярҙарҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә ебәрә. Уларға хеҙмәт хаҡы түләнмәһә лә, ҡул аҫтында булған халыҡ иҫәбенә үҙен аҫрау хоҡуғы бирелә. Бынан тыш, мал-тыуарын, хеҙмәтселәрен аҫрау өсөн дә ризыҡ алыу рөхсәт ителә. Ғәҙәттә, ябай халыҡтан яһаҡ Раштыуа, Пасха байрамы, изге Петр менән Павел көндәрендә алынған булған. Оҙаҡламай алыш-бирештең бындай төрө бөтөрөлә, һәм баярға аҡсалата түләй башлайҙар. Урындағы етәкселек был мөмкинлектән оҫта файҙалана. Баяр менән бергә эшләгәндәр күберәк байлыҡ туплап ҡалырға тырыша. XV быуатта кенәздәр был идаралыҡтың һөҙөмтәһеҙ икәнен аңлай һәм урындағы етәкселәрҙе ҡыҫырыҡлай.
Реформалары менән тарихҡа инеп ҡалған Петр I ришүәтселекте тамырынан йолҡоп ташларға ынтыла. Дәүләт аҡсаһын үҙләштергән түрәләрҙе аҫыу тураһында ҡарар әҙерләй. Тик ярандары батшаға был ҡарарын тормошҡа ашырырға ирек бирмәй. Ниңә тип уйлайһығыҙмы? Сөнки ҙур суммала ришүәт алыусылар тап үҙҙәре булған. Петр I ришүәтселекте бөтөрөр өсөн тағы бер мөһим аҙым эшләгән: түрәләрҙең эш хаҡын ярайһы ғына арттырған. Башҡа юл менән аҡса эшләп маташыуҙы енәйәткә тиңләгән. Был фармандың файҙаһы булмауы ғына ҡыҙғаныс.
СССР төҙөлгән ваҡытта ришүәтселек ҡырҡа кәмегән. 1922 йылғы Енәйәт кодексында уны контрреволюцияға тиңләгәндәр һәм был енәйәттә тотолғандарҙы атҡандар. Ә НЭП ваҡытында коррупция йәмғиәткә тағы ла үтеп ингән. Сталин заманында түрәләргә аҡса түгел, әшнәлек, “блат” мөһим булған. Машина, дәүләт дачаһы, Мәскәү үҙәгендәге фатир ҙур байлыҡ тип һаналған. Шулай ҙа түрәләр дәүләт милкен балаларына ҡалдыра алмаған. Андропов илгә етәкселек иткән заманда ришүәтселеккә ҡаршы көслө көрәш тағы көсәйә. Мәҫәлән, партия етәкселәренең өстән бер өлөшө, ришүәтселектә ғәйепләнеп, эшенән ҡыуыла. Брежневтың эске эштәр министры булған кейәүе, Краснодар крайы өлкә комитетының беренсе секретары, Үзбәкстандағы “мамыҡ” мафияһы ағзалары ришүәтселектә ғәйепләнеп төрмәгә ябыла.
Ришүәтселеккә ҡаршы ете быуат буйы барған көрәш тарихынан шуны күрергә була: илдә ниндәй генә закондар, ҡарарҙар сығарылмаһын, еңел аҡса эшләүселәр барыбер табыш артынан ҡыуа, закон боҙоуға бара.

Электрон Хөкүмәт ҡотҡарырмы?


Коррупция осраҡтары буйынса асылған енәйәттәр һаны быйыл ике тапҡырға артҡан. “Былай дауам итһә, биш йылдан барлыҡ чиновниктарҙы ултыртып бөтәсәкбеҙ”, – тигән Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин.
Рәсәй Хөкүмәтенең Премьер-министры Дмитрий Медведевтың билдәләүенсә, коррупцияға ҡаршы көрәштә технология буйынса артта ҡалыуыбыҙ ҙа ҡамасаулай. Ришүәт биреүгә (алыуға) шарттар булдырмаҫ өсөн халыҡҡа дәүләт органдарының эшмәкәрлеге тураһында ваҡытында мәғлүмәт бирергә, түрәләр менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеге булдырырға кәрәк. Ошо маҡсаттан Электрон Хөкүмәт системаһы ҡулланыла башланы ла инде. Әлеге система тураһында һөйләгәндә, белгестәр Сингапурҙы өлгө итеп ала. Бынан утыҙ йыл самаһы элек был илдә коррупция көслө була. Хәҙер иһә ришүәтселектән арынған илдәр исемлегендә беренселәрҙән тора. Илдә чиновник вазифаһына ентекле һайлап ҡына тәғәйенләйҙәр. Дәүләт эшенә иң лайыҡлылар ғына күрһәтелә. Эшләп, ғаиләне аҫрар өсөн бөтөн шарттар ҙа булдырылған. Ә ришүәт алған өсөн язаның иң ҡатыһы бирелә. Электрон Хөкүмәт булдырылды, үрнәк алырлыҡ ил дә табылды. Шулай ҙа был система әле биш – ун йылһыҙ бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәк.

Ә беҙҙә хәлдәр нисек?

Былтыр Башҡортостан Прокуратураһы тарафынан ришүәткә бәйле 6 мең хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. “Хоҡуҡ боҙоу теркәлгән икән, уны бөтөрөргә һәм тейешле саралар күрергә кәрәк”, – ти Башҡортостан прокуроры Сергей Хуртин.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарын ҙур күләмдә ришүәт алыусыларға ҡаршы көрәшергә саҡырҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, республикала коррупцияны бөтөрөүҙә бурыстар билдәләнгән. Әммә тотолғандарҙың күбеһе — ваҡ мутлашыусылар. Ҡыҙғанысҡа, эре коррупционерҙар йыш ҡына яуаплылыҡтан ҡотолоп ҡала.
– Ябай ришүәтселек — ул кисәге көн, – ти Рөстәм Зәки улы. – Тендер үткәргәндә дәүләт заказсыһының туған-тыумасаһы ойошторған фирмалар еңеп сыға. Тәү ҡарашҡа, барыһы ла законға ярашлы эшләнгән кеүек, ә һөҙөмтәлә бюджет зыян күрә. Беренсе сиратта, бөтөн халҡыбыҙҙың көнкүрешенә сиктән тыш ҙур зыян килтергән коррупцияның тап ошондай осраҡтарына ҡаршы көрәшергә кәрәк. Мутлашыусылар менән наҙланып тормаясаҡбыҙ. Республикала намыҫлы, әҙәпле власть булырға тейеш. Был һүҙҙәр тормошҡа ашырыла. Быны һандар менән дә дәлилләргә мөмкин.
Былтыр коррупция осраҡтарына ҡаршы 914 протест белдерелгән, судҡа 934 ғариза тапшырылған, ике меңдән ашыу кеше дисциплинар, 167-һе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Тикшереүҙән һуң 119 материал нигеҙендә енәйәт эше асылған. Быйыл беренсе кварталда ришүәткә бәйле ике меңдән ашыу закон боҙоу осрағы теркәлгән, 817 протест, 640 ғариза яҙылған, дисциплинар яуаплылыҡҡа — 373, административ яуаплылыҡҡа 42 кеше тарттырылған, 27 енәйәт эше асылған.
Башҡортостан Прокуратураһы ришүәтселек күберәк асыҡланған йүнәлештәрҙе лә атаны. Тәү сиратта был — дәүләт һәм муниципаль мөлкәткә идара итеү өлкәһе. Былтыр әлеге юҫыҡта 304 хоҡуҡ боҙоу, быйыл беренсе кварталда 117 осраҡ теркәлгән. Дәүләт һәм муниципаль өлкәләге кәрәк-яраҡ өсөн заказ биреү мәлендә лә мутлашыуҙар йыш осрай. Мәҫәлән, былтыр — 360, быйыл 246 хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Милли проекттар буйынса бюджет аҡсаһын бүлеү өлкәһендә лә закон боҙоуҙар бар.
Былтыр хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 1 мең 308 коррупция осрағы асыҡланған. Шуларҙың 404-е ришүәтселек: 306 осраҡта ришүәт алыусы тотолған, 98-е ришүәт биреү мәлендә ҡулға алынған. Быйыл 970 енәйәт теркәлгән. Шуларҙың 205-е ришүәт алғанда, 14-е биргәндә тотолған.
Башҡортостанда коррупцияға айырыуса ныҡ дусар булған өлкәләрҙе телгә алайыҡ.

2011 йылда:

30 % – һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре;
20 % – мәғариф өлкәһендә эшләүселәр;
18 % – федераль һәм республиканың дәүләт власы органдары хеҙмәткәрҙәре;
17 % – Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре;
5 % – урындағы үҙидара органдары.

2012 йыл:

52 % – һаулыҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре;
17 % – мәғариф өлкәһендә эшләүселәр;
7 % – эске эштәр идаралығы, полиция хеҙмәткәрҙәре;
4 % – федераль һәм республиканың дәүләт власы органдары хеҙмәткәрҙәре.
Былтыр коррупцияла ғәйепләнеүсе 271 кешегә ҡаршы асылған 236 енәйәт эше судҡа тапшырылған, шуларҙың 195-е хөкөмгә тарттырылған. Ришүәт биргән өсөн 50 кешегә ҡарата енәйәт эше асылған, шуларҙың 43-ө хөкөм язаһына тарттырылған.
Нисек кенә булмаһын, ришүәтселек – дәүләт мехнизмын тут һымаҡ яйлап ҡына баҫа бара. Бер урында механизмды майлап торалар, икенсе урында ул тағы ла тутлана башлай.
Лилиә НУРЕТДИНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513