Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ямғырҙы көттөләрме икән?
Ямғырҙы көттөләрме икән?Эшкә килеүселәр өсөн ошо араны үтеү оло бер михнәткә әүерелә. Аяҡ аҫтын ҡарап атларға, ҡолап имгәнеп ҡуймаҫҡа тырышаһың. Юл ситенән барыр инең, унда машиналар тығылышҡанлыҡтан, тәгәрмәс аҫтында ҡалыуың ихтимал. Өфөнөң бер ситендәге түгел, ә ҡаланың үҙәгендә, дөрөҫөрәге, Матбуғат йорто ҡаршыһындағы күренешкә ҡағыла был.

Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем яҙыуы булмағас, кемгә ҡуйылғанын бик һирәктәр генә белә) майҙанында төҙөкләндереү эше күптән Ямғырҙы көттөләрме икән?башланғайны, әле булһа осона сыға алмайҙар. Эшләүен эшләйҙәр ҙә ул, тик бик һүлпән ҡыбырлайҙар. Ҡайһы саҡ эшселәр пәйҙә булып ҡала, ләкин күберәк тик ултырғандарын күрәбеҙ. Әллә көҙгө ямғырҙарҙы көттөләрме икән? Бына хәҙер көн дә яуа, аяҡ аҫты бысраҡ, эшләй ҙә алмайҙар.
Ямғырҙы көттөләрме икән?Бер ҡараһаң, әллә ни ҙур объект та түгел һымаҡ, әммә эш оҙаҡҡа һуҙылды. Бындағы төҙөкләндереү эшенә ниндәй ойошма яуап биреүе хаҡында белешмә алыр өсөн Өфө ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәт идаралығына мөрәжәғәт иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуаплы вазифа биләүсенән аныҡ ҡына яуап булманы. “Төҙөкләндереү эшен “Горзеленхоз” ойошмаһы алып бара. Ул бурысын графикка ярашлы башҡара. Әгәр ниндәйҙер тотҡарлыҡ бар икән, был ямғырға бәйле”, — тип ҡоро ғына хәбәр иттеләр телефондың теге осонан. Ә ҡасан тамамланырға тейешлеген әйтергә теләмәнеләр. Күрәһең, үҙҙәре лә бындағы төҙөкләндереү эшенең ваҡытында теүәлләнәсәгенә ышанмайҙыр.
Ф. ӘҺЛЕТДИНОВ.


Р. СӘЙФУЛЛИНА, уҡытыусы:
— Шул ус аяһындай ғына ерҙә оҙон йәй буйы тапаныуҙарына аптырайым. Һуҙылырҙар ҙа шул, ҡасан ҡарама эшселәре ашап йә эсеп ултыра. Йөҙҙәренә ҡараһаң, эш өсөн янып йөрөгән кешеләргә лә оҡшамайҙар. Ҡайҙан йыйғандарҙыр уларҙы.
М. МОТАЛОВ, табип:
— Аңлайым, баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндерергә, матурларға кәрәк. Тик ниңә шулай мыштырларға? Эште йылдамыраҡ башҡарырға нимә ҡамасаулай икән? Сит илдә “һә” тигәнсе тамамлап ҡуйырҙар ине. Юл төҙөлөшөндә лә шул уҡ хәл. Төрлө урында ҡаҙып ташланылар ҙа йүнәтеп өлгөрә алмайҙар йә ашыҡ-бошоҡ эшләп китәләр.
Р. ШАФИҠОВА, студент:
— Эшләйҙәрме ни ул? Күпме иғтибар иткәнем булды, бер ҙә ҡолас ташлап эшләп йөрөгәндәрен күргәнем юҡ, гәп һатып ултыралар. Ойошма тендер отҡан да ул, әммә оҫталарҙы йәлеп итә алмаған шикелле. Шуға күрә кем тура килә, шуларҙы эшләтәләрҙер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511