Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нахаҡҡа рәнйетелгәндәр
Нахаҡҡа рәнйетелгәндәрТөрлө сәбәптән сәйәси золом ҡорбаны булған кешеләр тураһында элек һағайып, хатта шыбырҙап ҡына һөйләштеләр. Йәмғиәтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре тураһында һүҙ барғанда ла кешеләр иң яҡын туғандарынан да шикләнде. Ҡасандыр “сәйәси золом ҡорбаны” мөһөрө тағылған, ләкин барлыҡ һынауҙы имен үтеп ҡайтыусылар менән осрашып, һөйләгәндәрен яҙып алғайным.
Ауылдаштарымдан Әҡсән Миһранов 19 йылға иркенән мәхрүм ителә, туғыҙ йылдан бәхетле осраҡ менән амнистияға эләгеп ҡайта. Ғөбәйтулла Таһировҡа, Рамазан Сәлимовҡа ла һуғыш ауырлыҡтарын үтеп, тыуған яғын тағы ла күреү бәхете тейә.

Башта Әҡсән Миһрановтың аяныслы хәтирәләрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксемен:
“Мин башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, уҡыуҙы ташлап, атайым менән бергә һунарға йөрөнөм. Һунарсылыҡ союзы менән килешеү төҙөп, һуҫар, төлкө, шәшке, айыу, бүре, ҡуян тиреләрен тапшырып торҙоҡ. Һунарсылыҡтан тыш, солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләндек. Бал мул булды, йыл һайын һатыу иттек. Шуға ла, ғаиләбеҙ ун кешенән тороуға ҡарамаҫтан, етеш йәшәнек. 16–17-гә етеү менән ағас ҡырҡырға тотондом. Беҙҙең ҡорал арҡыры бысҡы менән балта булды. Планды тултырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ. 1937 йылда тыныслыҡ бөттө. Күрше ауылдарҙа ҡулға алыу башланды. Балта оҫтаһын да, уҡытыусыны ла, ауыл Советы рәйесен дә алып китеүҙәрен ишеттек. Беҙҙең ауыл кешеләре лә үҙ “сиратын” көтә башланы. “Минең арттан ҡасан килерҙәр икән?” – тип гел ҡурҡып йәшәнек. Бына сират миңә лә етте. Атайымды, башҡа ауылдаштарҙы ҡулға алдылар. Бөтәбеҙҙе лә районға алып киттеләр. Юл буйы башта бер уй ҡайнай: “Минең турала кем һәм нимә тип яҙып ебәрҙе икән?”
Был хәл 1937 йылдың ноябрь башында булды. Диләнкәлә ағас ҡырҡып йөрөгәндә һыбайлылар килде һәм аттарынан да төшмәй, фамилияларҙы ҡысҡырып, үҙҙәре янына саҡырып алдылар ҙа һаҡ аҫтында ауыл Советына алып киттеләр. Бында күрше ауылдарҙан да “халыҡ дошмандары” йыйылғайны. Ғаилә менән хушлашыр өсөн дә өйгә индермәнеләр. Беҙҙең аяҡта — сабата, өҫтә — урманда йөрөгән кейем, һырылған салбар, тамаҡ ас. Район үҙәгендәге төрмәгә килтереп бикләнеләр. Өс көн ваҡыт үткәс, һорау алыу башланды. Ашар өсөн бер һыныҡ икмәк тә тоҙло һыу. Шулай ғына тамаҡ ялғайбыҙ. Төрмә тигәнебеҙ элекке таш келәт. Иҙәне юҡ. Ҡулға алыныусылар күп, аяғөҫтө баҫып саҡ һыйҙыҡ.
Һорау алыу өсөн айырым ултырған ике ҡатлы йортҡа алып баралар. Минең менән бергә Талха исемле уҡытыусынан да һорау алдылар. Өс тәүлек үткәс, уны төрмәнең ишек алдына ташлап киткәндәр. Минән дә яғылған эҫе мейес янында дүрт тәүлек аяғөҫтө баҫтырып һорау алдылар. Һорау алыусының береһе туҡмап арыһа, уны икенсеһе алыштыра. Ҡайһы саҡта бергәләп тә туҡмайҙар.
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, яҙыу аҫтына ҡултамғамды ҡуйманым.
— Һеҙ Совет власына ҡаршы сығырға йыйынғанһығыҙ. Кем етәкселек итте? — Тора биргәс, — әйтһәң дә, әйтмәһәң дә — ун йыл буласаҡ, — тип ҡурҡыта башланылар. Өҫтәлдә папка ята. Өҫтөндә ятҡан ҡағыҙға 10 һаны яҙылған. Протоколға ҡул ҡуймағас, эсергә һыу ҙа, ашарға ла бирмәйҙәр.
Һорау алған бүлмә эҫе. Унда бер туҡтауһыҙ яғып торалар, ә беҙҙең кейемде һалдырмайҙар, киреһенсә, мейескә яҡыныраҡ баҫтырып ҡуялар һәм эсер өсөн күп итеп тоҙ һалынған һыу ҡуялар. Тамаҡ кипте, баш әйләнеп, йығылыр хәлгә еттем. Шул саҡ йыйыштырыусы инде һәм һорау алыусы беҙҙе ҡалдырып сығып китте. Мин һыуһап, хәлдән тайып барыуыма сыҙамай, шул иҙән йыуған биҙрәне күтәреп туйғансы эстем. Йыуынты һыу миңә балдан да татлы булып күренде. Йөрәк эшләп китте, баш асыҡланды. Йыйыштырыусы ныҡ ҡурҡты, күреп ҡалһалар, эштән ҡыуыу ғына түгел, үҙен дә ҡулға алырҙар ине бит...
Дүрт тәүлек һорау алыуҙан һуң да протоколға ҡул ҡуймағас, мине туҡмай башланылар. Сыҙарлыҡ хәл ҡалмағас, һорау алыусыларҙың береһе яҡынлашҡан арала наганына йәбештем, ләкин ҡоралды ҡулға эләктерә алманым. Хәҙер инде мине тағы ла нығыраҡ туҡмарға тотондолар. Битте, танауҙы, бөтә асыҡ урынды тәмәке менән өттөләр. Ыҙалата торғас, һуштан яҙғанмын. Төрмәгә нисек килтереп ырғытыуҙарын иҫләмәйем.
Район үҙәге Белоретта бер ай тотҡандан һуң “халыҡ дошмандары”н Өфөгә оҙаттылар. Унда сиркәүҙе төрмәгә әйләндергәндәр икән. Бында ете меңдән ашыу “халыҡ дошманы”н бикләп ҡуйҙылар. Өс ҡатлы урындыҡ. Эҫе, тын алырлыҡ та түгел, тынсыу...
Өфөлә оҙаҡ тотманылар, тауар вагондарына тейәп бамлагка (Байкал-Амур холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры) алып килделәр. Ҡышҡы сатнама һыуыҡта, йылытылмаған вагондарҙа кешеләр күпләп һәләк булды. Уларҙы махсус пункттарҙа ғына алып ҡалдылар. Айырыуса йылы яҡ кешеләре күпләп ҡырылды. Хәрбиҙәр өсөн тимер юл һалдыҡ. Ҡайһы бер үлгән кешеләр ҙә шул юл аҫтында тороп ҡалды, сөнки үлеүселәргә бер ниндәй иғтибар булманы. Ҡайҙа йығылһалар, шунда ятып ҡалдылар.
Бөйөк Ватан һуғышы алдынан көнсығышта ла тынысһыҙ булды. Бамлагта атайым менән бергә булдыҡ, һуңынан уны Колымаға алып киттеләр, һәм ул шунда хәбәрһеҙ юғалды. Мине Коми АССР-ына оҙаттылар. Унда ла тимер юл һалдыҡ. Ҡыҙыу һуғыш йылдарында ла шул уҡ эштә булдыҡ.
Ғәҙел хөкөм ителмәүебеҙ тураһында яҙып кемгә генә хат ебәрмәнек, хатта Сталинға ла яҙҙыҡ, ләкин яуап бер булды: “Хаҡлы хөкөм ителгәнһегеҙ”.
Хөкөм ҡарары менән билдәләнгән ун йыл үткәс тә беҙҙе ҡайтарманылар. Ҡайһы беребеҙгә тағы ла ун йыл “сәпәнеләр”. Өс йылдан мине ҡайтарҙылар. Ҡайтҡас ҡына ауылдағы хәлдәр тураһында белдем: ағайым, әсәйем, атайым үлеп ҡалған икән.
Ауылда леспромхозға эшкә индем, һунарсылыҡ менән шөғөлләндем. Ваҡыты еткәс, хаҡлы ялға сыҡтым, ләкин эшләүемде дауам иттем. Башымдан үткән 13 йыл кәмһетелеүем, язаланып, ас-яланғас булыуымды оноторлоҡ түгел. Күп кенә таныштарым, яҡындарым нахаҡҡа ҡорбан булды”.
Ғөбәйтулла Таһировтың хәтирәләре:
“1937 йылдың көҙөндә ҡар иртә төштө, ләкин колхоз баҫыуҙарындағы иген, башҡа уңыш ваҡытында йыйып бөтөлмәне. Ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләнем. Кис өйҙә ултырғанда мине ҡулға алдылар. Район төрмәһенә килтереп яптылар. Һорау алған урында тимер мейес ҡуйылған, ул эҫе итеп яғылған. “Халыҡ дошмандары”н шунда яҡын ғына итеп бер нисә тәүлеккә баҫтырып ҡуялар. Һөйләмәгәнде уйлап сығарып яҙып ҡул ҡуйҙырталар. Ҡул ҡуймаһаң, иҫтән яҙғансы туҡмайҙар, ашарға, эсергә бирмәйҙәр. Бер ай тирәһе тотҡандан һуң, бер мәл фамилияны ҡысҡыралар. Начальник алдына теҙләнеп ултырғас:
– Ни өсөн ултыраһың, статьяң ниндәй, нисә йыл ултырасаҡһың? – тип һораны.
– Мин белмәйем.
– Хәтереңә һалып ҡуй, статьяң — 58, срогың — 10, – тине.
Ошонан һуң бер аҙна үткәс, һалҡын вагондарға тейәп көнсығышҡа алып киттеләр. Ай ярым барғандан һуң, Тайшетта бушаттылар һәм 50–60 саҡрым араны йәйәү үтеп, 50-се колонияға килеп еттек. Был 1938 йылдың феврале булды. Тышта 40–50 градус һыуыҡ. Палаткалар ҡороп шунда йәшәйбеҙ. Ағас ҡырҡабыҙ, эшләгән ваҡытта һыуыҡ әллә ни һиҙелмәй, тирләтә, ә һуңынан туңдыра. Планды тултырырға тырышабыҙ. Хәл дә юҡ. Ашарға серегән балыҡ, бер һыныҡ арыш икмәге һәм туңған кәбеҫтә һурпаһы. Башҡортостандан да тотҡондар күп ине, ләкин береһе лә иҫән ҡалманы.
Төндәрен мейескә ут яғып, йоҡомһорап ҡына ултырҙыҡ. Йоҡо юҡ. Ағас баҫып та, ауырып та үлеүселәр күп булды. Бер ағай хәлһеҙләнеп йығылғас, уны үлтергәнсе туҡманылар ҙа ҡайҙалыр алып барып ташланылар. Үлтерҙеләр, ә ҡағыҙға, үпкәһенә һыуыҡ тейгән, тип яҙып ҡуйҙылар. Һыуыҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр баштарына мендәрен бәйләп йөрөнө. Аяҡтарында тишек итек йәки ботинка, өҫтәрендә лә йоҡа ғына кейем ине. Әҙерләнгән бүрәнәләрҙән тәүҙә — хужаларға, һуңынан ғына үҙебеҙгә казармалар төҙөнөк. Баракка йыйылғас, ыңғырашыу, йүтәлләү, ауыр һыҙланыу ауаздары төнө буйы ишетелә. 60 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырай. Суд ҡарары менән сығарылған хөкөмдө көнөнә тиклем тултырып, 1947 йылдың көҙөндә генә һаҡ аҫтынан “ҡотолдом”. “Ҡотолдом”, ләкин ул мөһөр мине ғүмер буйы эҙәрлекләне. Ауылыма ҡайттым, ләкин унда минекеләр юҡ ине. Төрлөсә мыҫҡыллауға сыҙай алмай, ғаиләм баш һуҡҡан яҡҡа сығып киткән. Уларҙың ҡайҙалығын бер кем белмәй ине. Миңә лә ауылдаштарым ҡырын ҡарай, һөйләшмәйҙәр. Улар баштан үткән ауырлыҡтарҙы, ҡәһәрләүҙәрҙе белмәй ине шул. Яратҡан ҡатынымды, балаларымды эҙләп ҡараным, ләкин асыҡлай алманым. Бик күп йылдар үткәндән һуң, уларҙың Ырымбур яғына сығып китеүен белдем. “Халыҡ дошманы” тип ҡулға алғас, күҙҙәрен дә астырмай ҡыйырһытҡандар, кеше атҡара алмаҫтай эш ҡушҡандар.
Әле, ун йыл ултырып ҡайтҡас та, минең “халыҡ дошманы” булыуымды һәр урында иҫкә төшөрөп торҙолар. КПСС-тың ХХ съезынан һуң ғына, реабилитация ҡағыҙын ҡулға алғас, ауылдаштарҙың да, етәкселәрҙең дә беҙҙең кеүектәргә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе.
Ҡатыным һәм бер балам баштарына төшкән ауырлыҡтарҙан вафат булған. Бер балам иҫән ҡалған. Мин дә яңынан ғаилә ҡорҙом. Тормош иптәшем менән балалар тәрбиәләп үҫтерҙек, оло юлға баҫтырҙыҡ”.
Өсөнсө ағай – Рамазан Сәлимовтың һөйләгәндәрен тотошлай яҙмайым. Хәтирәләренең бер өлөшөн генә телгә алып китәм. Участка милиционеры ҡулға алынған ағайҙар эргәһенә инеп йөрөгән. Уны район милиция бүлегендә күргәс, ошондай һөйләшеү булған:
— Һин ни эшләп бында? Ниндәй ғәйебең бар? Мин хәҙер начальникка инеп сығырмын, — тип инеп китә. Унда оҙаҡ та тормай, башын түбән эйеп килеп сыға ла ағайға:
— “Һин нимә уның урынына үҙең китергә уйлайһыңмы? Минең былай ҙа оҙатырға кешем етмәй”, — тип яуапланы етәксе. — Ғәфү ит.
Бынан күренеүенсә, ошондай һығымта яһарға була: һәр районға, ауыл Советына план төшөрөлгән булған. Эшләй алырҙай кешеләр көнсығышҡа оҙатылһа, хәлһеҙҙәр һәм ауырыуҙар туҡмап йә атып үлтерелгән.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514