Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш Ельцинда ғына түгел
Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...” тигән мәҡәләһен (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 13 ғинуар) уҡығас, фекеремде белдерергә булдым. Профессор Зифҡәт Сәйетғәлиевтең, Фуат Толомбаевтың, Рәфит Зәйнишевтың һәм башҡаларҙың шул уҡ темаға яҙмалары уйландыра. Рәсәйҙә бер ҡасан да ауыл кешеһенә еңел булмаған, тыныс ваҡытта ла, һуғыш барған осорҙа ла бөтөн ауырлыҡ крәҫтиән иңенә төшкән. Ләкин ауыл хужалығы йәшәргә, аҙыҡ-түлек етештерергә тейеш. Тик артабан нисек үҫер һуң был тармаҡ?

Сыуалыш һәм ғәҙелһеҙлек аша

Тарихҡа билдәле булыуынса, 1861 йылдағы крәҫтиән реформаһынан һуң ҡайһы бер ауыл кешеләре ер участкалары (надел) һатып алып, хужаға әйләнә, ә мөмкинлеге булмағандар ваҡытлыса бурыслы — крәҫтиән хәлендә ҡала. 1906 йылда Рәсәй премьер-министры үҙгәртеп ҡороу үткәрә, ул тарихта Столыпиндың аграр реформаһы тигән исем менән билдәле. Был йылдарҙа Рәсәйҙең урта өлөшөнән Урал, Себер тарафтарына крәҫтиәндәр күсерелә башлай. Тап ошо осорҙа инде башҡорт ерҙәре күпләп һатыла, тартып алына ла инде. Йәш Совет хөкүмәте халыҡ хужалығын планлы иҡтисад нигеҙендә ҡора. Сәнәғәт өлкәһендә был тиҙ яйға һалына һәм үҙенең һөҙөмтәләрен бирә башлай, ә ауыл крәҫтиәндәре баҙар иҡтисадын хуп күрә. Төп етештереүсе көс булған кулактар үҙҙәренең ауыл хужалығы продукцияһын хөкүмәт тарафынан билдәләнгән арзан хаҡҡа һатырға теләмәй. Көсләп тартып алыу сыуалыштарға килтерә. Шулай итеп, 20-се йылдар аҙағында Совет хөкүмәте ауыл ерҙәрендә колхоздар ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Баш бирмәҫ кулактарҙы Себергә һөрәләр. Колхоз ойоштороу Совет хакимиәтенән әллә ни финанс сығымдары талап итмәгән, сөнки хужалыҡҡа һәр кеше, ғаилә үҙ аты, һыйыры, эш үгеҙе, сусҡаһы менән килгән. Колхозға керергә риза түгелһең икән — Себер. Кулактарҙың шул осорҙа уҡ әҙме-күпме техникаһы ла булған. Улар, тәбиғи, тулыһынса колхозға күскән. Ғүмерҙә аты һәм башҡа мал-тыуары булмаған ярлы-ябаға, ялҡауҙар ҙа колхозға яҙылған, мал-тыуарҙың ҡәҙерен белмәгәндәр кеше атын, эш үгеҙен еккән, йыл аҙағында эш көнөнә ҡарап бер тиң хеҙмәт хаҡы алған. Был хәл аңлатып булмаҫлыҡ ҙур ғәҙелһеҙлек булған әлбиттә.
1965 йылдан ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур реформа башлана. Колхоздарҙың хәле бермә-бер арыулана, ауыл хужалығы белгестәре күпләп әҙерләнә башлай. Дөрөҫ, проблемалар ҙа аҙ булманы. Техниканың сифаты бик насар булды, трактор тәүге бер-ике йыл ремонтһыҙ эшләһә, унан йылына ике-өс тапҡыр ремонт талап итте, комбайндар ҙа шулай. Ҡул көсө күп ҡулланылды, бигерәк тә мал аҙығы, йәшелсә үҫтереүҙә. Колхоздарҙа эске иҫәп-хисап эше лә тейешле кимәлдә булманы.

Талап тейешенсә булманымы, әллә?..

Шул ваҡыттан утыҙ йыл ғүмер үтте. Дөрөҫлөк өсөн әйтергә кәрәк, Рәсәй Президентының һәм Хөкүмәтенең колхоз-совхоздарҙы үҙгәртеп ҡороу тураһындағы 1991 – 1992 йылғы ҡарарҙарында күмәк хужалыҡтарҙы бөтөрөү тураһында һүҙ барманы. Ләкин Мәскәүҙә ултырған ҙур түрәләр тарҡатыу эшен йәйелдереп ебәрҙе. Элегерәк юғары трибуналарҙан халыҡты коммунистик хеҙмәткә саҡырғандарҙың күбеһе коллектив хужалыҡтарҙы яҡлап сыҡманы, ә коммерсантлыҡ юлына баҫты. “Башҡортостан” гәзитенең 2012 йылдың 21 февралендә баҫылған “Колхозсы өнһөҙ эш ҡоралы ине” тигән мәҡәләнең авторы, райондашым Фуат Толомбаев был ваҡиғаны хәтерләйҙер.
Ул заманда үрҙә аталған рәсми документтарҙың талабын еренә еткереп үтәгәндә, хәл бөтөнләй икенсе булыр, күмәк хужалыҡтар ҙа, фермерҙар ҙа матур итеп эшләп китер ине. Ләкин реформаның үтәлешен талап итеүсе булманы. 1992 йылдың мартында Мәләүез ҡалаһының Шәкәрселәр мәҙәниәт һарайында реформа үткәреү буйынса ҙур йыйылыш булды. Унда район, колхоз-совхоз етәкселәре саҡырылғайны. Йыйылышты БССР Министрҙар советының беренсе урынбаҫары З.Ә. Ғәлин алып барҙы. Заһир Әҡсән улы колхоз-совхоздарҙы үҙгәртеп ҡороуҙың көн талабы булыуын, шул уҡ ваҡытта коллектив хужалыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу зарурлығы тураһында бәйән итте. Йыйылыш бик бәхәсле булды. Унда ҡатнашыусылар килешә алмайынса таралышты. Ер пайы билдәләнде, колхоз-совхоз мөлкәте халыҡҡа бүленде — беренсе аҙым эшләнде. Ләкин быларҙың барыһы ла колхоз-совхоз архивында ғына ҡалды. Хужалыҡтар пай билдәләү эшен тамамлаһа ла, теркәү үтмәне. Райондың ер комитетына ерҙе теркәү хоҡуғы бирелһә лә, былай эшләй алманылар, сөнки ер ваучеры бланкы Башҡортостанда әҙерләнмәне. Милек пайын теркәүҙе бер ойошма ла үҙ өҫтөнә алманы.

Халыҡтың теләге иҫәпкә алынманы

Ул ваҡыттағы колхоз-совхоздар тормошона ҡағылышлы бер нәмә шаҡ ҡатырҙы. 1992 йылдың июнендә Стәрлетамаҡ районындағы “Рощинский” совхозының мәҙәниәт һарайында аграрийҙарҙың йыйылышы булды. Ырымбур өлкәһенән дә делегация бар ине. Йыйылышта Рәсәй ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, ил хөкүмәтенән ҙур ғына тағы бер чиновник ҡатнашты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исем-шәрифтәре онотолған. Улар, колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп, фермер хужалыҡтары төҙөү тураһында туранан-тура әйтте. Әле бит колхоз-совхоздар ауыл хужалығы продукцияһын етештерә, күптәре һөҙөмтәле эшләй тигән фекергә ҡаршы: “Һеҙҙең продукцияға Рәсәй мохтаж түгел”, — тип яуапланылар, береһе гармун алып уйнай башланы. Шулай итеп, делегаттарҙы музыка менән йыйылыштан оҙаттылар. Ул ваҡытта бер нәмәне аңланыҡ — ауыл хужалығын бөтөрөү башланған. Колхоздарҙың бөтөүендә берәүҙәр Б.Н. Ельцинды ғәйепләй, икенселәре: ”Был — ҡотолғоһоҙ иҡтисади күренеш,” — ти. Ләкин шуныһы мәғлүм — колхоздарҙы ойошторғанда халыҡтың теләге иҫәпкә алынмаған, тарҡатҡанда ла колхозсынан һорап торманылар. Ә бит 90-сы йылдарҙа ла ауыл хужалығы өлкәһендә коллектив хужалыҡтарҙың бер өлөшөн һаҡлап ҡала алдылар. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында “Саринский”, “Победа” “Лесной” совхоздарын инвесторҙар үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ошо уҡ райондың “Дружба” колхозы, акционерҙар йәмғиәтенә әйләнеп, күрше “Заветы Ленина” колхозының үҙәк бригадаһын да үҙенә ҡушып алды. Был хужалыҡ бөгөн Ырымбур өлкәһендә алдынғыларҙың береһе.
1997 йылда миңә Волгоград өлкәһендәге Иловня районының ауыл хужалығы идараһы начальнигы Виктор Кузьмич Мосторин менән һөйләшергә насип булды. Улар ауыл хужалығы ерҙәрен, мөлкәтте пайға өләшеп биргән. Пайсылар үҙҙәре йыйылышып күмәк хужалыҡ төҙөгән. Үҙ пайҙары менән фермер хужалығы ойошторғандар ҙа күп булған. Өлөшөн һатыусылар ҙа табылған.
Күмәк хужалыҡтарҙың иҡтисади хәле туранан-тура уның етәксеһенә бәйле. Командир ниндәй — һалдат шундай, тигәндәй, Башҡортостаныбыҙҙағы Илеш, Дүртөйлө райондарында күмәк хужалыҡтар бик әүҙем эшләй — хәҙерге заман талаптарына яуап биргән иҡтисадҡа эйә. Саҡмағош районының “Базы” хужалығы, Өфө районының “Алексеевка” совхозы, Стәрлетамаҡ районының “Рощинский” ауыл хужалығы кооперативы, Тәтешле районының күмәк хужалыҡтары ит-һөт етештереү буйынса, Учалы районы малсылары һөт етештереүҙә алдынғылар рәтендә. Беҙҙең райондың “Миәкә” ауыл хужалығы предприятиеһы ла — шуға миҫал. Уға һуңғы 17 йыл Х.А. Тажмөхәмәтов етәкселек итте, ул хужалыҡты тарҡатыуға юл ҡуйманы.

Фермер шәхси ярҙамсы хужалыҡ түгел

Билдәле булыуынса, алдынғы сит илдәрҙә ауыл хужалығы продукцияһының 80-90 процентын эре агрофирмалар, агрохолдингтар етештерә, ҡалғанын фермерҙар бирә.
Рәсәйҙә бөгөн күпселек фермерҙар үҙ хужалыҡтарын шәхси ярҙамсы хужалыҡ кимәлендә генә алып бара. Бындай хәл крәҫтиәндең ғәйебе түгел, ә бәләһе. Сәбәбе бик күп инде.
Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә юғары технологиялы техника етештерелә. Тимәк, ауыл хужалығына юғары белемле, юғары квалификациялы механизаторҙар, операторҙар талап ителә. Фермер бер үк ваҡытта экономист та, агроном да, механизатор һәм оператор ҙа була алмай. Ауыл хужалығының бөгөнгө хәлендә күп хужалыҡтарға, хатта ҡайһы бер райондарға, 60 — 100 мең һум менән дәртләндереп, бер белгесте лә ҡайтарып булмаясаҡ. Рәсәй быйылдан Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (БДСО) ҡушыла. Бер яҡтан, конкуренция көслө буласаҡ. Ә беҙ, ауыл эшсәндәре, конкуренцияға һәләтле продукция етештерергә әҙерме, тигән урынлы һорау тыуа.

Ер күп, идара итә белеүсе генә юҡ

Минең уйымса, ауылда күп тармаҡлы иҡтисади сәйәсәт алып барылырға тейеш. Фермер үҙ хужалығын булдырырға теләй икән, рәхим итһен, күмәк хужалыҡ ойоштороп (колхоз, ауыл хужалығы кооперативы һ.б.) бергә эшләргә ниәтләйҙәр икән, әйҙә, пайыңды ал да кер. Берәүҙәр шәхси хужалыҡ иҫәбенә йәшәргә теләй икән, уларға ла – фатиха. Башҡа төрлө кәсеп ойошторорға иҫәптәре бар икән (автосервис, оҫтахана, йөк ташыу) ярҙам итеү мотлаҡ. Себер яҡтарына вахта ысулы менән кемдәрҙер эшләргә китһә, уларға ла төрлө бюрократик кәртәләр ҡуйылмаһын. Ҡайһы саҡта ирең йә улың Себерҙә эшләй тип бесәнлек бирмәү, йә булмаһа сабынлыҡтарын тартып алыу осраҡтары булғылай. Ер пайҙары буйынса бәхәс күп. Колхоздарҙы үҙгәртеп ҡороуҙың төп маҡсаты — ерҙең хужаһын табыу. Ауыл хужалығы әйләнешендәге ерҙәр пайға бүленде, пайсылар ҡулдарына ер участкаһына (пай) хоҡуҡ биреү тураһында танытма алды. Ер хужаһын таптымы? Юҡ. Ҡараш бөтөнләй кире яҡҡа үҙгәрҙе. Ер эшкәртеү системаһы юҡҡа сыҡты. Пай хужалары был процестарҙы күҙәтә алмай, күҙәтергә теләмәй ҙә, сөнки үҙ еренең ҡайһы урында икәнен дә белмәй. Ерҙе арендаға алған өсөн хаҡын түләүҙә күп ваҡытта ғәҙелһеҙлек күрһәтәләр, сифатһыҙ иген бирәләр ҙә, вәссәләм. Ҡыҫҡаһы, пайсыны яҡлаусы юҡ.
Ғөмүмән, көтөүлек, сабынлыҡ, пай ерҙәрен ауыл хакимиәтенә идара итеүгә бирергә кәрәк. Ауылда ташландыҡ ер бик күп, уға идара итергә өйрәнергә ваҡыт етте. Иртәгә һуң буласаҡ.
Зиннур КҮСӘРБАЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840