Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәттән генә тормай шул донъя...
Замана үҙгәргән һайын милләтебеҙгә ят булған әллә күпме күренеш менән осрашабыҙ. Демократия елдәре иҫә башлағас, яман ғәҙәттәрҙе быуып торған быуа йырылдымы ни! Элек никахтағы ҡатындар менән йөрөгән, һөйәркәһе булған ир-атты партия ойошмаһына, бюроға саҡырып тетмәһен тетһәләр, партия билетын тартып алһалар, юғары вазифа биләгәндәрен урынынан алһалар, хәҙер — хөрриәт. Дүрт һөйәркә тотмайһыңмы — бер кемдең дә шәхси тормошоңа ҡағылырға хаҡы юҡ! Сал сәсле бабай 18 йәшлек ҡыҙ менән ғишыҡ тота икән, уға бер кем дә һүҙ әйтә алмай, киреһенсә, маҡтап уҡ ҡуялар әле. Йәнәһе, булдыра бит.

...Ҡәҙимдең (исемдәр үҙгәртеп алына) ҡатыны вафат булды. Баштараҡ ғаилә башлығы уның ауырыуына әһәмиәт бирмәне, сөнки Хәлиҙә әллә ни зарланманы. “Бөгөн бауырым сәнсә әле”, — тип әйткәнен ир ул ваҡытта иҫәпкә лә алманы. Ҡырҡ йәшкә еткән кешенең ауыртҡан ере булыр инде.
Ҡатыны һәйбәт булған икән. Ҡәҙим быны Хәлиҙәне ерләгәндән һуң бер аҙна үткәс үк аңланы. Ике бала менән тол ҡалған ир кистәрен яңғыҙы болдорға сығып ултырыр ине. Тормош юлдашы менән үткән һәр көнө хәтеренә төшөп, йөрәкте семетә, күҙҙән йәш сығарта. Ғаилә тормошон ҡалаҡ, табаҡ йүнләүҙән башланылар, эргәлә ярҙам итерҙәй кешеләре юҡ ине, һатып алынған һәр сынаяҡҡа һөйөндөләр, балалар тыуғас, күктә йөрөнөләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар уҙғас, былар онотолдо.
Ҡатыны иҫән саҡта уның барлығын да, юҡлығын да, ҡәҙерен дә белмәне. Эш һәм мәшәҡәт тә мөмкинлек бирмәне, буғай. Хәйер, аҡса-фәлән ҡатыны ҡулында ине, нимәлер алыр булһа, рөхсәт кәрәкмәне. Ғаилә башлығы етәксе ине, хеҙмәт хаҡын да, башҡа килемен дә мул алды, шуға күрә өйҙә аҡса етмәү мәсьәләһе тикшерелмәне.
Ҡәҙим эштән ҡайтыуға тәмле итеп аш-һыу әҙерләнгән, балалар, картуф, йәшелсә баҡсалары ҡаралған, күлдәк-салбар үтекләнгән. Ул өндәшмәй-тынмай ашай ҙа эшенә китеп юғала һәм төн уртаһында ғына арып ҡайта. Ҡатыны өндәшмәй, тыныс ҡына ғаилә мәшәҡәттәрен атҡара. Ни хикмәттер, ул Ҡәҙимдең “һулға” йөрөүенә лә иғтибар итмәне, ахырыһы. Һәр хәлдә оло тауыш ҡуҙғатҡанын хәтерләмәй. Бәлки, ул күп нәмәнән ҡәнәғәт тә булмағандыр, иркәләү һәм наҙ, иғтибар ҙа кәрәккәндер, әммә Ҡәҙим ҡатынына матур һүҙҙәр әйтмәне, хатта йылы мөнәсәбәтте кәрәк тә һанамай ине. Тормош етеш булғас, шул етә, йәнәһе.
Ир өсөн һил ғаилә тормошо мәңгелек кеүек ине. Ҡатыны фани донъянан киткәндән һуң тәүге тапҡыр аш-һыу әҙерләп, һауыт-һаба, кер йыуғас, һыйыр һауғас, бала ҡарауҙың ни икәнен белгәс, аңланы — ҡатыны алтын булған, ваҡытында ҡәҙерләмәгән икән. Күңелдә әллә ниндәй бер һыҙланыу барлыҡҡа килде, ваҡыт-ваҡыт ҡатыны артынан киткеһе килде. Йәшәүҙең мәғәнәһе бөттө. Күҙ йәштәре бәреп сыға башланы. Әммә балалар айнытты. Улар өсөн тормошто дауам итергә кәрәк ине.
Йылға яҡын бер үҙе һөйрәне донъя йөгөн, унан һуң ғына бер нисә сибәр ҡатын менән танышты. Осрашып йөрөнөләр, әммә ханымдар ауылға килеп, һыйыр һауып, 30 сутый баҡсала эшләрлек, ике балаға наҙ бирерлек түгелдәр ине. Шуға аҡрынлап һыуынды, сөнки былай ғына осрашып йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәне.
Ә бына Сажиҙә менән бөтөнләй икенсе төрлө булды. Уны бер танышында ҡунаҡта осратҡайны. Урындары йәнәш тура килде. Беренсе һүҙҙәре үк ирҙең мейеһен томаланы. “Ҡәҙим, ҡәҙерлем, ана теге салфетканы алып бирегеҙ әле”, — тине сибәр ҡатын матур итеп.
Йә, Хоҙай, ике тиҫтә йыл ҡатыны менән йәшәп, ҡәҙерлем һүҙен ишеткәне юҡ ине Ҡәҙимдең. Ул салфетканы ғына алып бирҙе, ҡалғанын Сажиҙә үҙе эшләне, йәғни тәмле-татлы ризыҡтарҙы ирҙең алдына өйҙө, ара-тирә “яңылыш ҡына” түше менән иңбаштарын “тарап” уҙҙы. Ҡәҙимдең һушы китте. Төндә оҙатып ҡуйғанын саҡ хәтерләй — башы томан эсендә ине. Ҡапҡанан инеп киткәндә Сажиҙә шундай итеп ҡосаҡлап үпте, телефон бағанаһына һөйәлмәһә, моғайын, ир ауыр ине.
Булһа, була икән ҡатындар! Икенсе, өсөнсө кистәрҙән һуң Ҡәҙимдең был ҡатын менән мәңге йәшәгеһе, ожмах эсендә йөрөгөһө килде. Ҡатындың ире бар икән, әммә Ҡәҙим уның исемен дә белмәне, икенсе яртыһы уны “ужым быҙауы” тип кенә атаны.
Мөхәббәткә кәртә юҡ, өйләнештеләр. Сажиҙә Ҡәҙимдең өйөнә күсеп килде. Балалары тыуған нигеҙҙәрендә ҡалһа ла, уларҙы хәстәрләү ҙә башлыса Ҡәҙим иңенә төштө. Үҙенең дә ике балаһы бар ине. Ысынлап та, һәйбәт кенә йәшәп киттеләр. Йәш ҡатын иртән Ҡәҙимде үбеп уята, эшкә киткәндә, ҡулдарын болғап, оҙатып ҡала. “Ҡәҙерлем”, “һөйөклөм” тигән һүҙҙәрҙе аҙым һайын ҡабатлай.
Бер-ике айҙан был татлы һүҙҙәр ҡолаҡты “яра” башланы. Уртаҡ улдары тыуғас, һөйөнөп бөтә алманылар. Бала тирәләй үҙҙәре лә сабый кеүек йүгереште. Баштараҡ йәш ҡатын баҡсала, аҙбарҙа йүгереп эшләп йөрөнө. Әммә бер аҙҙан төндә, иренең беләгенә ятып: “Һин — ҙур предприятие хужаһы, мин — түрә ҡатыны. Ниңә өйҙә берәй хеҙмәтсе ялламаҫҡа?” — тине. Ялланылар, сөнки аҡса етерлек. Йәш ҡатын, биҙәнеп-төҙәнеп, өйҙә генә торҙо.
Ике арала “ҡара бесәй” ҡасан йүгерә башланы һуң? Ҡәҙим былар хаҡында әле лә уйлана. Тәүгеһе ҡыҙының бойоҡлоғон күреүҙән башланды, буғай. Үҫмер кисен күтәрмәлә бик күңелһеҙ ултыра ине.
— Ни булды, ҡыҙым? — тип ҡыҙыҡһынды атаһы. Ҡыҙ өндәшмәне. Аҙаҡтан әкрен генә: “Сажиҙә апай әрләй”, — тине. Ҡәҙимдең башына йәшен һуҡҡан кеүек булды. Ул шәхси бәхетен уйлап, улы менән ҡыҙын онотҡан! Йәш ҡатын уларға бөтөнләй иғтибар итмәй башлаған. Малайы, ярай, көноҙоно үҙе янында йөрөй, ә ҡыҙы гелән үгәй әсәй эргәһендә ҡала. Уға нисек икән? Икеһе лә — етеп килгән балалар, үҙҙәрен үҙҙәре хәстәрләй. Сажиҙә уларға әсә булырға теләмәне, биҙәнеп-төҙәнеп, түрә бисәһе булып йәшәй бирҙе. Үҙ балалары ире янында ҡалһа ла, уларҙы онотманы, Ҡәҙимдекеләр иһә баҡсала эшләне, мал-тыуар ҡараны, һауыт-һаба йыуҙы.
Ир быларҙы һуң белде шул. Улы менән ҡыҙының моңһоу йөҙөн күргәс, айнып китте. Сажиҙә менән ныҡлап һөйләшергә ине лә, әммә күҙҙәрен мөхәббәт томалаған, йылмайып торған ҡатынға ауыр һүҙ әйтергә ихтыяры етмәне. Ә бына Сажиҙә балаларына аҡса ҡыҙғанманы, икеһен дә түләп уҡыттылар, башлы-күҙле иттеләр. Дөрөҫ, Ҡәҙимдең үҙ балалары ла уҡып, һөнәр алды. Улар тиҙерәк үҙ ғаиләһен ҡорорға ынтылды, сөнки тыуған йортҡа юлды үгәй әсәй тиҙ япты.
Бер ваҡыт йорт хужаһын эшенән бушаттылар, хеҙмәт хаҡы ла, башҡа керем дә бөттө. Ул шул көндән үк Сажиҙәнең һәм уның балаларының үҙенә ҡарата һыуынғанын тоя башланы. Иртә таңдан кискә ҡәҙәр Ҡәҙимгә ҡарата дәғүә яуа. Йә теге нәмә эшләнмәгән, йә быныһы алынмаған. Ике арала һүҙләшеү китте. Ауырыу иргә тәрбиә, тыныслыҡ кәрәк ине. Ул хәҙер йыш ҡына тәүге ҡатынын иҫенә төшөрә, уның менән үткән һәр минут алтын булған, ҡәҙерен белмәгәнмен икән, тип уфтана. Дөрөҫөн әйткәндә, йәшәгеһе килмәгән саҡтары ла йыш була. Йәшәүҙең һәм яҡыныңдың ҡәҙерен ауырлыҡ килгәс кенә аңлайһың икән шул.
Ә бер көндө Сажиҙә айырылышыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Эшләмәгән, бер тин дә аҡса тапмаған ҡатын Ҡәҙим йыйған байлыҡты бүлешәсәк. Өлкән йәштәге ирҙең бөгөн-иртәгә урамда тороп ҡалыуы ла ихтимал. Байлыҡ уртаҡ йыйылмаған урында мөхәббәткә лә урын ҡалмай шул. “Ҡайҙа хаталандым?” — тип уйлана Ҡәҙим. Яҙмышмы был, әллә яңылышмы?
Байлыҡ, аҡса алғы планға күскән заманда һөйәркә тотоу ҙа, ҡатын алыштырыу ҙа иҫ китерлек яңылыҡ түгел. Йәш һәм көслө саҡта биҙәнеп-төҙәнгән йәш ҡатын аш-һыу бүлмәһендә йәки бала-саға янында мәш килеп, үҙен-үҙе ҡарарға ваҡыт еткерә алмағанына ҡарағанда яҡыныраҡ, уға мөхәббәт тә көслөрәк кеүек була икән шул...
Йылды Башҡортостан Президенты Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеп бик дөрөҫ эшләне. Ғаилә нигеҙе ныҡлы булһа, унда халҡыңдың матур йолалары һаҡланһа һәм балаларыңдың шат тауыштары яңғыраһа ғына бәхетле була алаһың.
Рәзиф ЗЫЯТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Борай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508