Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киске 11. Шаулама!
Йәй айында, ғәҙәттәгесә, күп ҡатлы йорттарҙа ремонт осоро башлана. Ысынлап та, бик уңайлы мәл, көндәр ҙә йылы тора, күп кенә фатир хужалары ялға йә баҡсаһына киткән була. Мәшәҡәтле эштән һуң подъездар таҙарып ҡала, ихаталар ∂а матурайып, йәмләнеп китә. Әлбиттә, бындай бәхет күптәргә тәтемәй, эш алдан төҙөлгән һәм раҫланған график буйынса ғына башҡарыла.
Күптәр йәйге ялын фатирында ремонт яһап та үткәрә. Ҡара таңдан кискә ҡәҙәр ҡайһы саҡ унда-бында төрлө тауыштар ишетелгеләй, был иһә күршеләргә оҡшап та етмәй.
“Бына икенсе ай инде өҫкө ҡатта йәшәүсе күршем “дыр-дыр” килә. Йүнләп ял да итеп булмай, ныҡ ҡамасаулайҙар. Ундай күршеләргә бер ниндәй ҙә сара юҡмы икән?” — тип зарланғайны яңыраҡ бер дуҫым. Ә нишләп булмаһын, ти, бар ул закон.
Бына бер йылдан ашыу республикала “Граждандарҙың төнгө ваҡытта именлеген һәм тыныслығын тәьмин итеү тураһында”ғы Закон эшләй. Уға ярашлы, ғәҙәти көндәрҙә киске 11-ҙән иртәнге етегә тиклем, ә ял һәм байрам көндәрендә иртәнге туғыҙға ҡәҙәр пиротехника ҡулланырға, музыка яңғыратырға, һыҙғырырға, ҡысҡырырға һәм ремонт яһарға ярамай. Ә инде законды һанға һуҡмаған кешегә 1 мең, ойошмаларға 5 мең һум күләмендә штраф ҡаралған.
Протоколды полиция хеҙмәткәрҙәре төҙөргә тейеш, шуға ла күршеләрегеҙ ваҡытһыҙ ремонт башлаһа йәки тыныслығығыҙҙы боҙһа, ҡурҡмайынса 02-гә шылтыратығыҙ. Тағы ла бер аныҡлыҡ индерергә кәрәк булыр: полицияға хәбәр итер алдынан, бәлки, күршегеҙ менән һөйләшеп ҡарарһығыҙ. Уларҙы ла аңларға мөмкин, көнө буйы эштә, өйгә һуң ғына ҡайтып инәләр. Ә ремонт менән ҡасан булашырға һуң?
Ремонт – мәшәҡәтле эш, уның ҡасан бөтөрөн хужалар үҙҙәре лә белмәҫкә мөмкин. Кешегә ремонт яһамағыҙ тип әйтеп тә булмай. Шуға ла күршеләр менән татыу ғүмер итегеҙ. Ә, бәлки, бөгөнмө-иртәгәме һеҙ үҙегеҙ фатирығыҙҙа ремонтҡа тотонорһоғоҙ, алдағы көнөгөҙҙө уйлап эш итегеҙ.
Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау күпкә еңелгә төшә. Ремонт эштәре, ғәҙәттә, иртәнге туғыҙҙа башланып, киске алтыла тамамлана, сөнки эшселәрҙең дә ғаиләһе бар, уларға ла ял кәрәк. Әгәр ҙә кисен подъезд ремонтлаусылар ныҡ шаулаһа, үҙегеҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығына ялыу менән мөрәжәғәт итегеҙ. Үтенесегеҙҙе кире ҡаҡмаҫтар, моғайын, сөнки һеҙ хаҡлы. Быйыл да Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды аша республикаға капиталь ремонт эштәре өсөн 500 миллион һум аҡса бүленәсәк. Республика бюджетынан да йорттарҙы ремонтлауға байтаҡ аҡса тотоноласаҡ.
Әйткәндәй, 1 июлдән һәм 1 октябрҙән Башҡортостанда ҡайһы бер түләүҙәргә тарифтар артасаҡ, газға — 15, коммуналь хеҙмәттәргә —12 һәм электр утына — 6 процент.
С. ҒӘЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518