Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арзаныраҡ хаҡҡа төҙөйөк тиһәк...
Арзаныраҡ хаҡҡа төҙөйөк тиһәк...Туймазы ҡалаһында быйыл социаль программа буйынса һалынған күп ҡатлы йорттарҙа бер квадрат метрҙың хаҡы 24 мең һумдан артмаясаҡ

Һәр кем торлағын яҡшыртыу, бөтөн уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәү тураһында хыяллана. Үкенескә ҡаршы, баҙар шарттарында күптәрҙең ундай мөмкинлеге юҡ. Халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә дәүләт ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, быйыл республикала социаль торлаҡ төҙөүҙе ҡырҡа арттырыу бурысы ҡуйылды.

Туймазы муниципаль районында ла арзан торлаҡҡа ихтыяж ҙур. Әле торлаҡ бүлегендә йәшәү шарттарын яҡшыртырға теләгән 2131 кеше, шул иҫәптән 1247 йәш ғаилә сиратта тора. Исемлектә аҙ тәьмин ителгән граждандар, бюджет ойошмаларында эшләүселәр ҙә байтаҡ.
Әлбиттә, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, квадрат метрҙың хаҡын саманан тыш күтәрмәү өсөн төҙөлөш күләмен арттырырға кәрәк. Был проблема Туймазы районында уңышлы хәл ителә. Ғөмүмән, төҙөлөш тармағын үҫтереүҙә төбәк республикала алдынғылар рәтендә. 2011 йылда барлығы 65017 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл уның күләмен 76 мең квадрат метрға еткереү, йәғни тармаҡта 17 процент үҫеш биреү күҙ уңында тотола.
— Һуңғы йылдарҙа торлаҡ хаҡын кәметеү өсөн аҙ ҡатлы йорттар төҙөү өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп алынғайны, — ти район хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлегенең баш белгесе Илдар Йәнекәев. — Быйыл ҡаланың яңы биҫтәләрендә дөйөм майҙаны 37 мең квадрат метр булған бер нисә күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Байтаҡ йылдар “Торлаҡ төҙөлөшө фонды” дәүләт предприятиеһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әйтәйек, “Ҡояшлы”” биҫтәһендә торлаҡ объекттарын улар ярҙамында төҙөйбөҙ. Райондың маҡсатлы федераль программаларҙа ҡатнашыуы ла торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуға булышлыҡ итә. Әле ҡалала граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн күп ҡатлы ике йорт һалына.
Арзаныраҡ хаҡҡа төҙөйөк тиһәк...Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быйыл Туймазыла республикала ҡабул ителгән махсус программа буйынса социаль торлаҡ төҙөлөшө әүҙем йәйелдерелгән. Бының өсөн ҡала үҙәгендәге “Йәштәр” биҫтәһе һайлап алынған. Ошо эшкә тотонор алдынан республикалағы коммерцияға ҡарамаған “Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” ойошмаһы менән килешеү төҙөлгән. Район хакимиәте ер участкалары бүлгән, һалынасаҡ йорттарға инженер коммуникациялары үткәреү өсөн урындағы бюджеттан 3,4 миллион һум аҡса күсергән.
— Быйыл микрорайонда 50 фатирлы күп ҡатлы ике йорт сафҡа индереләсәк, — ти Илдар Рәшит улы. — Подрядсылар үҙҙәренең иңенә йөкмәтелгән бурысҡа ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Бер йортто үҙебеҙҙең “3-сө төҙөлөш фирмаһы” йәмғиәте һалһа, икенсе объектты Өфөнән “Башуралэнергострой” холдинг компанияһы төҙөй. Арзан хаҡҡа фатир алыусылар күберәк булһын өсөн проекттарҙың иң отошлоһон һайлайбыҙ. Йорттарҙа бер бүлмәле фатирҙың ҙурлығы 34,6 квадрат метр булһа, ике бүлмәлеһе 45,5 квадрат метр майҙанды биләй. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, бер квадрат метрҙың хаҡы 24 мең һумдан артмаясаҡ. Алдағы йыл тағы ла “Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” ойошмаһы ҡатнашлығында күп ҡатлы ике йорт һалыу планлаштырыла. Төҙөлөш майҙансыҡтарын әҙерләү, инженер коммуникацияларын яңыртыу урындағы бюджет иҫәбенә башҡарыла. Был социаль программаға эләккән граждандарҙы арзан торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында эшләнә.
Беҙ “Йәштәр” биҫтәһендәге төҙөлөш майҙанында булып, мөһим социаль объекттарҙа эштең ҡыҙыу барғанын күрҙек. 65-а һанлы йортта “3-сө төҙөлөш фирмаһы” йәмғиәтенең бер нисә бригадаһы сәмләнеп эшләй. Ике әҙер подъездың түбәһен ябаһы ғына ҡалған. Өсөнсөһөңдә ташсылар 4-се ҡаттың стенаһын күтәреүҙе тамамлай. Сантехниктар менән газсылар ҙа эште ҡыҙыулатҡан.
— Объектта эш көйлө бара. Төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк юҡ, — ти мастер Закир Сабиров. — Йорт көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, эштең сифатынан яңы фатир алыусылар ҡәнәғәт буласаҡ тип әле үк әйтә алам.
Беҙҙе тағы шул ҡыҙыҡһындырҙы: социаль торлаҡ төҙөлөшө ниндәй сығанаҡтарҙан һәм ниндәй тәртиптә финансланасаҡ һуң? Программала ҡаралғанса, башланғыс этапта төҙөлөш эштәре республика Хөкүмәте тарафынан бирелгән субсидия иҫәбенә алып барыла. Һуңынан объекттарҙы финанслауға шул программала ҡатнашҡан граждандарҙың аҡсаһы йәлеп ителәсәк. Мохтаж кешеләргә “Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” ойошмаһы льготалы шарттарҙа ун йылға һигеҙ процент ставка менән ссуда бирә. Бөгөн шул срокты 15 йылға ҡәҙәр оҙайтыу хаҡында һүҙ ҡуҙғаталар. Әгәр ыңғай фекергә килһәләр, әлеге социаль программаға эләккән кешеләр өсөн тағы ла отошлораҡ буласаҡ.
Шулай ҙа социаль программа буйынса төҙөлгән күп ҡатлы йорттарҙан фатир алыу бәхете һәр кемгә тәтемәйәсәк. Шуның өсөн дә Туймазы районында шәхси төҙөлөшкә иғтибар кәмемәй. “3-сө төҙөлөш фирмаһы” ҡаланың яңы биҫтәләрендә, шулай уҡ ауылдарҙа аҙ ҡатлы йорт һалыуҙы өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп алған.
— Предприятие Туймазы янындағы Әгертамаҡ ауылында заманса технология буйынса йәш ғаиләләр өсөн дөйөм майҙаны 100 квадрат метрҙан кәм булмаған 70-тән ашыу йорт төҙөнө, — ти Илдар Йәнекәев. — Килешеүҙә яҙылғанса, улар торлаҡ хужаларына әҙер коттедждарҙың асҡысын тапшыра. Ә каркас-панелле йорттарҙың конструкцияһын үҙҙәренең цехында етештерә. Төҙөлөш майҙанында бригада өйҙө бер ай эсендә йыя. Йорттар Канада технологияһы буйынса һалына, сөнки уларҙағы климат шарттары беҙҙекенә оҡшаш. Бер һүҙ менән әйткәндә, төҙөлөш фирмаһы “хәҙерге технология — сифат — арзан хаҡ” принцибы менән эшләй. Һуңғы йылдарҙа һалынған коттедждарҙа бер квадрат метрҙың хаҡы 12-14 мең һум килеп сыҡты. Шуныһы мөһим: яңы биҫтәләрҙә йәш ғаиләләр бөтөн уңайлыҡтары булған йортҡа күсенә.
Эйе, йәштәрҙе арзан торлаҡ менән тәьмин итеүҙә комплекслы проекттарҙың өҫтөнлөктәре күп. Беҙ Әгертамаҡ ауылында коттедж тибындағы күркәм йортта йәшәүсе Тажиевтар ғаиләһендә булдыҡ.
— Социаль программа ярҙамында торлаҡлы булдыҡ. Бында йәшәгәнебеҙгә ике йыл үтеп тә китте. Ғаиләбеҙ ҙә ишәйҙе. Әле бер йәшлек улым менән өйҙә ултырам. Беҙ күсенгәндә 100 квадрат метрлы ошо коттедждың хаҡы 1 миллион 236 мең һум ине, — ти хужабикә. — Йәш ғаилә булараҡ, беҙгә 430 мең һум тирәһе субсидия бирҙеләр. Икенсе балабыҙ тыуғас, шуға тағы 70 мең һум өҫтәнеләр. Әсәлек капиталын да шул маҡсатҡа файҙаландыҡ, шуның менән банк кредитын ҡапланыҡ. Әле подряд ойошмаһына 70 мең һум ғына түләйһе ҡалды. Был — йәш ғаиләләр өсөн бик отошло проект. Шул аҡсаға ҡайҙа ошондай коттедж һатып алырға мөмкин? Баҡсабыҙҙа еләк-емеш, йәшелсә, картуф үҫтерәбеҙ. Былтыр гараж төҙөһәк, быйыл мунсаның эшен тамамларға уйлайбыҙ. Тормош юлыбыҙҙың башында уҡ торлаҡлы булғаныбыҙ өсөн Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507