Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыял һәм ысынбарлыҡ

Халыҡ менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәк.

Киләһе алты йылда республикалағы күп фатирлы йорттарҙағы 26 мең подъездың ремонтланасағы хаҡында ишеткәс, халыҡ, әлбиттә, ҡыуанды. Әлеге көндә уларҙың насар хәлдә булыуы, йылдар дауамында иғтибарҙан ситтә ҡалыуы һәр кемгә мәғлүм. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо мәсьәләгә иғтибар йүнәлткәндән һуң, Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы раҫланды. Ул быйыл ғәмәлгә инде һәм 2024 йылда тамамланырға тейеш. Әйткәндәй, ошо маҡсатҡа республика алты миллиард һум аҡса бүләсәк.

Эйе, шәп программа, әммә уны ғәмәлгә ашырыуҙа аңлашыл­маусанлыҡтар бар. Был йәһәттән Радий Хәбиров та, халыҡты хәс­тәрләп, граждандарҙың фекерен һәм теләген иҫәпкә алырға саҡырҙы.

– Беренсенән, торлаҡта йәшә­гән кешеләр менән кәңәш­ләш­мә­һәк, икенсенән, капиталь ре­монтҡа тәү сиратта иң насар, иң бысраҡ хәлдәге подъездар эләк­мәһә, был программалағы иң ҙур хата буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы.

Яңыраҡ “Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм ысын­барлыҡ” тигән темаға уҙғарылған “түңәрәк өҫтәл” ултырышында власть вәкилдәре, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре, блогерҙар һәм журналистар ниндәй подъездар про­грам­маға ингән, уларҙы ниндәй принцип буйынса һайлағандар, ниндәй эштәр башҡарыласаҡ, унда йәшәгән кешеләр сығым­дарҙы өлөшләтә үҙҙәре ҡапларға тейешме һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты, һорау­ҙарға яуап бирҙе.

“Түңәрәк өҫтәл”дә ваҡыт­лыса торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ министры вазифаһын башҡарыусы ярҙамсыһы Роман Погодин бел­де­реүенсә, был йүнәлештә етди эш башҡарылған.

– Күп фатирлы торлаҡта йә­шәүселәрҙең йыйылыш прото­колдарының 60 проценты ҡарал­ды. Подъездар буйлап үттек. Әле ремонт талап ителмәгәндәренең ваҡыты артҡараҡ күсерелде, ә кисектергеһеҙҙәре, киреһенсә, адреслы исемлеккә индерелде, – тине ул.

Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте башлығы урын­баҫары Асҡар Фазлыев белде­реүенсә, белгестәр быйыл ре­монт­ланасаҡ подъездарҙы һай­лағанда, иң тәүҙә әүҙем граж­дандарға ла иғтибар иткән. Адреслы исемлеккә ҡыйығы һәм электр сымдары яңыртылған йорттар индерелгән. Был иһә ремонттың оҙаҡ һаҡланыуына булышлыҡ итәсәк.

– Төҙөкләндереү сифатлы булһын өсөн унда йәшәгән граждандар эште иғтибарлап күҙәтеп барырға тейеш. Килеп тыуған дәғүәне шунда уҡ белдереүҙә әүҙемлек күрһәтергә, идарасы компанияларға мөрәжәғәт итергә, тикшереүселәрҙе саҡыртырға кәрәк, – ти “БашКомДом” йорт комитеттары союзы йәмәғәт хәрәкәте идараһы рәйесе Арсен Нуриджанов.

Уның белдереүенсә, республика халҡы был йәһәттән бик отто, сөнки быға тиклем ошондай ҙур күләмдәге программа булғаны юҡ. Шулай уҡ күп нәмә граж­дандарҙың әүҙемлегенә лә бәйле: ҡайҙа йорт комитеттары яҡшы эшләй, улар сифатлы ремонт эшләтеүгә өлгәшәсәк.

“Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фа­тирлы йорттарҙа уртаҡ ми­леккә капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк операторы” фон­дының генераль директоры Ринат Дәминов подрядсы ойошма­ларҙың эш сифатын ошо маҡ­сат­та махсус булдырылған төҙө­лөш күҙәтеүе хеҙмәте тикшереп барасағы хаҡында хәбәр итте. Етешһеҙлектәргә юл ҡуйылһа, подрядсы ойошма уны үҙ иҫәбенә төҙәтәсәк.

Сарала ҡатнашҡан граждандар программа сиктәренең тар­лығына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Торлаҡта йәшәгән граждандар подъезды ремонтлауға бүленгән аҡсаның иң кәрәкле эштәргә тотоноу мөмкинлеге булмауына зар­ланды. Мәҫәлән, 10-12 ҡатлы йорттоң подъезында тәҙрәләр юҡ, бер нисә ишек бар, ә программала эске ишектәрҙе алмаштырыу ҡаралмаған. Арсен Нуриджанов барлыҡ етешһеҙ­лектәрҙе республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығына хәбәр итеүҙәрен һораны.

Быйыл дүрт меңгә яҡын подъезды ремонтлау ҡаралған, ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард 181 миллион һум бү­ле­нә, ә муниципаль бюджет­тар­ҙан 131 миллион һум өҫтәлә­сәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506