Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдағы тәртип – асылыбыҙ күрһәткесе
Хәүефһеҙлек өсөн уртаҡ яуаплылыҡ тойоу шарт.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың юлдағы соҡор-саҡырҙы бөтөрөү, подъездарҙы һәм күп ҡатлы йорт ихаталарын тәртипкә килтереү, дауалау учреждениеларында кешегә мөнәсәбәтте яҡшыртыу һәм бүтән башланғыстары йәшәгән еребеҙгә, үҙ-үҙебеҙгә ихтирамды арттырыуға, асылыбыҙҙы заман талап иткәнсә яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” проекты буйынса үткәрелгән кәңәшмә лә шул маҡсатты күҙ уңында тотто.

– Беҙҙең проект юл-транспорт ваҡиғаларын һәм уларҙа фажиғәле һәләк булыусыларҙы мөмкин тиклем кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, проекттың йәмәғәтселек советы ултырышын асып. – Күҙ алдына килтерегеҙ: Афғанстандағы туғыҙ йыл һуғыш осоронда илебеҙҙең 15 мең яугире һәләк булған, ә Рәсәй юлдарын­дағы аварияларҙа йыл һайын 17-19 мең кешенең ғүмере өҙөлә, был күрһәткескә ғәрип булғандар инмәй әле. Йыл һайын юлда 20-25 сабыйҙы юғалтабыҙ. Был фажиғәнең беренсе сәбәбе юл сифатына ҡайтып ҡалһа, икенсеһе – юл ҡағиҙәләрен белмәү йәки һанға һуҡмау. Мәктәптәрҙә тикшереү үткәреп ҡараныҡ: балалар юл ҡағиҙәләрен бөтөнләй белмәй! Һөҙөмтәлә улар юлды светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә сыҡҡан ололар өлгөһөнә эйәрә.


Зариф Закир улы Салауат ҡала­һы­ның 40-сы мәктәбендә һәм Күмер­тау­ҙың 1-се гимназияһында балалар өсөн автоҡаласыҡ төҙөү башланғысы менән йөрөүе тураһында ла һөйләне. “Әл­бит­тә, был ғына етмәй, эште киң кү­ләмдә алып барырға кәрәк”, – тине ул.

Былтыр республика биләмәһендә 4383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 549 кешенең ғүмере өҙөлгән (уларҙың 21-е – балалар), 5 494-е йәрәхәтләнгән. Авариялар, нигеҙҙә, йәйәүлеләрҙең һәм автомобиль хужаларының, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүенән килеп сыға.

“Хәүефһеҙ юлдар” проектын тор­мошҡа ашырыуға быйыл 5,2 миллиард һум тотоноу ҡаралған. Сумманың 1 миллиард 834 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан, ҡалған өлөшөн республика һәм урындағы бюджеттарҙан финанслау күҙаллана.

– Федераль ҡаҙнанан бүленгән өлөштөң бер миллиард һумы – Өфө, 513 миллион һумы – Стәрлетамаҡ агло­мерацияһын, ҡалған өлөшө республиканың башҡа юлдарын ремонт­лауға тәғәйенләнгән, – тине Зариф Байғусҡаров.


Был эштә иң мөһим объект Өфөләге Яр буйы урамы һәм Тимашев “төйөнө”. Шулай уҡ Воровский урамының дауамы булған күпер һалыу ҙа башланасаҡ. Бынан тыш Балтас, Туймазы һәм Благовар райондарындағы ауылдарҙы оло юлға тоташтырасаҡ өс, Өфөләге торлаҡ биҫтәләрендә – дүрт, Стәрле­тамаҡта өс объект төҙөү планлаштырыла, улары федераль ҡаҙна ярҙа­мында башҡарыласаҡ.

Фекер алышыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Баш­ҡортос­тандың “Юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов, Өфө ҡалаһының юл һәм яһалма ҡорол­малар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Радмил Мөслимов, респуб­ликаның баш суд приставы урынба­ҫары Дмитрий Бровченко, Башҡорт­остан буйынса Эске эштәр министр­лығының Дәүләт юл хәрәкәте инспекцияһы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Севастьянов һәм башҡалар ҡатнашты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506