Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Теләге булғандарға ярҙам итергә әҙербеҙ”
Аҡ ҡылғанлы далалары, тау-урмандары, уңдырышлы баҫыуҙары, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота Хәйбулла районы. Бында бойҙайҙың юғары сифатлы ҡаты сорты үҫә. Һәр саҡ алға ҡарап йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәле өлгө итеп ҡуйырлыҡ: төҙөлөш объекттары сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа... Был эштәр халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Билдәле яҡташтары менән дә хаҡлы ғорурлана хәйбуллалар. Арҙаҡлы бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, шағир һәм әҙибәләр Ҡәҙим Аралбаев, Йомабикә Ильясова, Ҡадир Әлибаев, Фәрзәнә Аҡбулатова, тау белгесе Миңләхмәт Моталов, опера йырсыһы Зәйтүнә Ғәзизова, тәүге башҡорт дирижеры Ғәйнетдин Моталов, билдәле сәхнә оҫтаһы Хәрмәтулла Үтәшев, танылған ҡурайсылар Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Ишморат Илбәков һәм башҡа талант эйәләре ошо бәрәкәтле төбәктә ҡанат нығытҡан.

Бөгөн ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар? Уңыштарының сере ниҙә? Хәл итәһе ниндәй мәсьәләләр бар? Муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– Раил Хазморат улы, Хәйбулла районы аграр төбәк булараҡ, һүҙҙе ауыл хужалығы тармағынан башла­йыҡ. Тиҙҙән ер кешеһе өсөн иң яуаплы осор – сәсеү кампанияһы башлана. Агросәнәғәт комплексының хәлен нисек баһалайһығыҙ?
– Ауыл хужалығының һуңғы йыл­дарҙағы хәле яҡшынан түгел. Йыл һайын ҡабатланып килгән ҡоролоҡ эҙемтәһе үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Төбәктең ҡырыҫ тәбиғәте йыш ҡына ауыл эшсәненә һынауҙар ҡуя. Шулай ҙа Хәйбулла игенселәре йыл һайын үҙ ваҡытында игенен сәсә, булғанын йыйып ала.

Быйыл ҡыштың яҡшы килеүе һәм ҡар­ҙың күп булыуы район аграрийҙары өсөн өмөт уятмай ҡалманы. Арбаңды йәй, санаңды ҡыш әҙерлә, тигәндәй, бөгөн­дән үк ерҙе яратҡандар, игенсе һөнәренә тоғролар һабанға етди әҙерлек башланы. Ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында техника ремонтлана, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ һатып алына.

Һуңғы йылдарҙа район фермер­ҙарының яңы техника һатып алыуы хуплауға лайыҡ. Дәүләт ярҙамына таянып һәм грант отоп, улар техника паркын яңырта. Әйткәндәй, беҙҙең район аграрийҙары Дондағы Ростов ҡалаһының “РостСельмаш” комбайн етештереү һәм Санкт-Петербургтың “Петербург трактор етештереү” заводтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Завод етәкселеге, уларҙы үҙҙәре саҡырып, техникалары менән таныштыра. Сергей Лоскутов, Юрий Погорелов, Урал Закиров, Игорь Деминдар, унда булып, бер нисә берәмек өр-яңы техника һатып алды.
Шулай уҡ үҫемлекселек тармағында уңышлы эшләгән, ауылдаштарын эшле һәм ашлы иткән Воздвиженка ауылы фермеры Александр Домиловский, Степнойҙан аталы-уллы Владимир һәм Виталий Рогалевтарҙы, Подольскиҙан Виктор Власенколарҙы яҡшы яҡтан телгә алыр инем. Әле март айы булыуға ҡарамаҫтан, улар яҙғы сәсеү эшенә тулыһынса әҙер.

Әле районда техниканың яҙғы сәсеүгә әҙерлеген тикшереү буйынса комиссия төҙөлгән. Көндәр яҡшы торһа, ваҡытында сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сығырбыҙ тигән ниәттәбеҙ.

Йыл һайын сәсеү майҙандары арта, ҡасандыр 100 гектар майҙанда үҙ эшен асҡан фермерҙар ерҙәрен ҙурайтыуға өлгәшә. Районда үҫемлекселек буйынса үҙ эшен асырға теләгән һәр кемгә ер бирелә. Баймаҡ, Йылайыр райондары, Сибай ҡалаһынан һәм күрше Ырымбур өлкәһенән дә фермерҙар ерҙе ҡуртымға алып, беҙҙә сәсә. Теләге булғандарға бар яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ.

– Хәйбулла – төбәктә (Урал аръяғы күҙ уңында тотола) тау сәнәғәте предприятиелары иң күп урын­лашҡан райондарҙың береһе. Уларҙың райондың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө лә ҙур. Күптәр, тау сәнәғәте урынлашҡан төбәктә экология­ның торошо насар, кеше һаулығына зыян килтерә, тиҙәр. Һеҙҙә, киреһенсә, тап ошо биләмә­ләрҙә йөҙйәшәрҙәр күп йәшәй. Был хаҡта ни әйтер инегеҙ?
– Ысынлап та, беҙҙең район файҙалы ҡаҙылмалар менән дан тота. Төбәктә 87 йылдан ашыу тарихы булған Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты уңышлы эшләй. Башҡа тау предприятиелары араһында Бүребай комбинаты продукция­һының үҙҡиммәте түбән, ә баҡыр концентраты юғары булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ Башҡортостан шахта проходкалау идаралығы һәм “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте илдең һәм төбәктең тау сәнәғәтен байыта. Әлбиттә, район ҡаҙнаһын тулылан­дырыуҙа тау-байыҡтырыу предприятие­ларының өлөшө тос. Сәнәғәт тармағында хеҙмәт итеүселәрҙең 70 проценты – райондан. Тимәк, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә лә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Урал аръяғы төбәгендә оҙаҡ йәшәүсе­ләрҙең һаны буйынса район алдынғылар рәтендә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан Бүребай һәм Өфө ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдарҙа йөҙйәшәрҙәр күп йәшәй. Экологик яҡтан хәүефле төбәк һаналған Хәйбулла республикала оҙаҡ йәшәүселәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Ҡапма-ҡаршылыҡ түгелме был?! Өфө ауылында йәшәгән Евдокия Жиляковаға 105 йәш тулһа, Хәйерниса Таҡаева менән Йомабикә Бикбоваларға 103-әр йәш.

– Тиҙҙән республикабыҙ 100 йыллығын ҡаршылай. Республикала барған “100 йыллыҡҡа – 100 объект” акцияһына ярашлы, Хәйбуллала нимәләр эшләнә?
– Ниһайәт, Аҡъярҙа район халҡы өсөн күптән көтөлгән объекттарҙың береһе – бассейн сафҡа инәсәк. Әле төҙөлөш эштәре йылдам бара. Бинаның күләме 20х8,5 квадрат метр тәшкил итә, уны төҙөү өсөн 69 миллион һум аҡса бүленде. Заман талаптарына яуап биргән бассейн ошо йыл аҙағында асыла.

– Раил Хазморат улы, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы райондың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә һәм уны тормошҡа ашырыуҙа халыҡ та әүҙем ҡатнаша.
– Әлбиттә. Район был программа барлыҡҡа килгәндән алып йыл һайын ҡатнаша. Иң мөһиме – йылдар дауамында хәл ителмәгән проблемалар тормошҡа аша: балалар өсөн уйын һәм ял, спорт майҙансыҡтары төҙөлә, юлдар һалына, урамдар яҡтыртыла, ауыл зыяраттары төҙөкләндерелә. Быйыл райондың 14 ауыл биләмәһе төрлө проект өсөн тауыш биргән, конкурста еңеүселәрҙең исеме әлегә билдәле түгел.
Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ла уңышлы эшләй. Бынан тыш, “Балалар спорты”, “Заманса ҡала мөхите” проекттары ла район тормошон төҙөкләндереүгә һәм яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

– Сер түгел, һаулыҡ һаҡлау пробле­маһы республикала иң киҫкен мәсьә­ләләрҙең береһе. Хәйбулла районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә хәл ителмәгән проблемалар күп, был хаҡта ни әйтер инегеҙ?
– Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Үҙәк дауаханала кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Бигерәк тә тар белгестәр етешмәй. Бөгөн дауаханаға йәш табип­тарҙы йәлеп итеү маҡсатында эш алып барыла. Юғары уҡыу йорттарына һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүсе колледждарға барып, райондан белем алған ҡыҙ һәм егеттәр менән шәхсән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. “Ауыл табибы” программаһы буйынса үҙебеҙгә эшкә килергә саҡырабыҙ. Йәш белгестәрҙең ординатурала уҡыған өсөн түләргә лә ризабыҙ, йорт йәки фатир (теләктәренә ҡарап) биреләсәк. Был йәһәттән быйыл район ҡаҙнаһынан 2 миллион һум аҡса һалынған. Бөгөндән райондың ете фельдшер-акушерлыҡ пунктына ете фельдшер талап ителә, район үҙәк дауаханаһына алты табип кәрәк.

Ғәлиәхмәт ауылында өр-яңы модулле ФАП төҙөлә башланы, шулай уҡ ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Урыҫбай ауылында фельдшер пункты үҙгәртеп ҡороласаҡ һәм Аҡназарҙағы элекке мәктәп бинаһына фельдшер-акушерлыҡ пунктын күсереү ҡарала. Унда бар уңайлыҡтар булдырыласаҡ. Район хакимиәте етәкселеге, райондың үҙәк дауаханаһы белгестәре менән берлектә Өфө, Сибай, Орск һәм Гай ҡалаларына барып, буласаҡ табиптар менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөҙөмтәләр бар, әлбиттә. Күптән түгел Сәғит ауылында йәш фельдшер эш башланы. Шулай уҡ Татырүҙәк ауылына ла йәш ғаиләнең эшкә килеүе көтөлә.

– Раил Хазморат улы, бөгөн көнүҙәк мәсьәлә булған подъездарҙы ремонтлау һәм халыҡтан сүп-сар йыйыуҙың нисек ойошторолғаны хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Быйыл ғинуарҙан Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына ярашлы, хәйбуллалар ҙа был проектты хуплап ҡаршы алды. Әле күп фатирҙарҙағы подъездарҙы ҡарап сыҡтыҡ, ремонтларға кәрәкле булғандарын асыҡланыҡ. Төҙөкләндереү планына ингән йорттарҙа дөйөм йыйылыштар үткәрелә, башҡарыласаҡ эштәр исемлеге асыҡлана. Быйыл Аҡъяр, Бүребай һәм Өфө ауылдарында урынлашҡан күп фатирлы 9 йорттоң 19 подъезы ремонтланасаҡ.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына район хал­ҡы әүҙем тотондо. Һәр башланғыстың ха­лыҡ тарафынан төрлө һорауҙар менән ҡабул ителеүенә бәйле, әлбиттә, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәрҙә был мәсьә­ләгә бәйле аңлашылмаусылыҡ та күп буласаҡ. Был тәңгәлдә эш алып барыла, халыҡтың экологик белемен күтәрәбеҙ. Беҙ сүп-сарға батырға тейеш түгел, аҡрын­лап булһа ла һәр кем быны үҙе аңлар.
– Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!


Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне
Фото: Автор фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518