Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҫала ла, нефть тә урлайҙар

Махсус хеҙмәт законһыҙ байыусыларға ҡаршы көрәшә.

Законһыҙ урман ҡырҡыусылар, лицензияһыҙ йәнлек атҡан һәм балыҡ, ҡыҫала тотоусылар, ялған алкоголле эсемлектәр эшләп һатыусылар, нефть предприятиеларында закон боҙоп, яғыулыҡ урлаусылар, ришүәт алыусы һәм биреүселәр... Эске эштәр министрлығының Башҡортосан буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығының эшмәкәрлек даирәһе бик киң. Беҙҙең һорауҙарға идаралыҡтың начальник урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция подполковнигы Вадим БАСИРОВ яуап бирҙе.

Ҡыҫалалар ситкә китмәне

Идаралыҡ Эске эштәр ми­нистр­лығы системаһында мөһим урынды биләй. Шуға күрә ҡапыл ғына һөйләшеүҙе эшмәкәрлектең ниндәй йүнәлешенән башлап китергә белмәне Вадим Вәзих улы. Һәм һәр кемгә яҡын булған тәбиғәт, уның ресурстарын һаҡлау һәм яҡлау темаһына төп иғтибарҙы бирергә булды. Урман ҡырҡыу проблемаһы – ылыҫлы ағастар үҫкән райондарҙа йыш осраған енәйәт төрө. Белорет, Бөрйән, Нуриман, Балтас яҡтары был йәһәттән “лидерҙар” рәтендә.

– Закон боҙоусыларҙы асыҡ­лау өсөн авиация, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланабыҙ, даими рейдтар үткәрәбеҙ, “Росгвардия” хеҙмәткәрҙәре, Тәбиғәттән файҙа­ланыу министрлығы бел­гес­тәре – бик күп хеҙмәттәр йәлеп ителә был эшкә. Һәр кем тәбиғәт биргән байлыҡты әрәм-шәрәм итә башлаһа, киләсәк быуынға нимә ҡала? – ти Вадим Басиров.

Әйткәндәй, бындай ҡырын эш менән урындағы халыҡ ҡына түгел, ә күпселек осраҡта вазифалы етәкселәр, ойошмалар шөғөл­ләнә. Улар төрлө енәйәт­сел схемалар төҙөп, урманды ситкә оҙата. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, урман хужалығы, урмансылыҡ менән идара иткән предприятиелар ҙа шөғөлләнә был эш менән. Тәбиғәткә килгән зыяндың күләме бик ҙур.

Һыу ресурстарын яҡлау тема­һына туҡталып, бер ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләне подполковник. Былтыр Башҡортостан­дың Краснокама районында ҡыҫала тотоп һатыусылар төркөмө эш иткән икән. Оператив эш барышында енәйәт­селәр тотолған, уларҙан йәмғеһе бер мең ҡыҫала тартып алынған.

– Бик ҡатмарлы, мөһим эш булды ул. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр был төркөмдәге кешеләрҙе асыҡлағас, улар артынан күҙәтеү ойошторҙо, йәшеренеп ултырып, ҡыҫаланы нисек тотоуҙарын, ниндәй авто­транспортҡа тейәп алып китеү­ҙәренә тиклем асыҡланы, – ти ул.

Хәл ҡыш көнө була. Йылға буйлап енәйәтселәр мәкеләр уя һәм унда ҡыҫала тотҡостар урынлаштыра. Шуныһын билдәләргә кәрәк: мәкерле уйлы кешеләр техник яҡтан бик яҡшы йыһазланған – һәр ауға GPS сигнал ҡуйып сыҡҡандар. Аҙаҡ ҡулдарына навигатор тотоп, сигнал буйынса ауҙарын эҙләп тапҡан һәм ҡыҫаланы йыйғандар.

Вадим Вәзих улы законһыҙ ҡом табыусылар тураһында ла әйтеп китте. Бер ниндәй рөхсәте, лицензияһы булмаған ойошмалар йылға буйҙарынан ҡом соҡоп алып, уны ҙур күләмдә төрлө төҙөлөш ойошмаларына һата. Үкенескә ҡаршы, бында ла кеше­нең еңел аҡса эшләргә теләүе, тәбиғәттән “бушҡа” бирелгән сеймалды аҡсаға әйләндереп үҙ кеҫәһенә һалырға тырышыуы ярылып ята. Белгестәр әйтеүен­сә, тап ошо вәхшиҙәрсә ҡом табыу осраҡтары сәбәпле, Ағиҙел йылғаһы һайыға икән. Шуға күрә был мәсьәлә лә идаралыҡтың даими иғтибары үҙәгендә.

Нефть – енәйәтселәр өсөн майлы ҡалъя

Башҡортостан – нефтле тө­бәк. Был иҡтисадыбыҙ өсөн генә түгел, енәйәтселәр өсөн дә бик ҡулай. Вадим Вәзих улы әйтеүен­сә, был өлкә уларҙың эшмәкәрле­генең ҙур ғына өлөшөн алып тора. Ҡырын ғәмәлдәр шулай уҡ төрлө йүнә­лештәрҙә башҡарыла: предприятиелар эсендә лә, нефть торбаларынан ситтәрҙең урлау осраҡтары ла етәрлек.

Былтыр оператив эҙләү саралары сиктәрендә “Башнефть” компанияһында 80 миллион һум­дан ашыу аҡса урлау асыҡланған. Енәйәтсел төркөмдә компания хеҙмәткәрҙәре, хаки­миәт­тең вә­кәләтле кешеләре һәм коммерция ойошмалары торған.

Бынан тыш, нефть сеймалы аҡҡан торбаға законһыҙ тоташып, яғыулыҡ урлаған әҙәмдәр ҙә бар. Был эш төн ҡараңғыһында, ерҙе ҡаҙып барып башҡарыла. Былтыр бурлыҡ өҫтөндә ике күрше төбәк гражданы тотола, 20 тоннанан ашыу нефть урлап маташалар. Әле уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара. Нефть торбаларын урлау осраҡ­тары ла байтаҡ.

Вадим Басиров менән әңгәмә­ләшкән арала, ул эшмәкәрлек­тәренең бар йүнәлештәрен дә ялмап алырға тырышты. Һәр осраҡҡа йәнле миҫалдар килтереп, эштең айышына төшөндөр­ҙө. Контрафакт тауар һатыу, бында айырыуса ҙур иғтибар спиртлы эсемлектәргә ҡағыла, легаль булмаған тимер-томор ҡабул итеү нөктәләре, уйын автоматтары, торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ, алданған өлөшсөләр, һалым енәйәттәре – быларҙың барыһы менән дә шөғөлләнә идаралыҡ. Коррупцияға ҡаршы алып барылған эштәре иһә – айырым бер мәҡәләгә торошло тема.

– Еңел табыш алып, мутлашып йәшәргә теләгән кешеләр етәрлек шул. Ә беҙҙең хеҙмәт – закон һағында тороу. Һәм уны лайыҡлы башҡарыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине Вадим Басиров.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 049

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 414

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 946

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 852

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 594

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 205

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 429

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 950

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497