Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Умартасыларҙы нимә борсой?
Бал тигәндән генә ауыҙ тәмләнмәүен ҡортсолар яҡшы белә.

Башҡорт балының төйәге булараҡ дан алған Бөрйәндә тыуып үҫкән, заманында халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү буйынса ширҡәт ойошторған һәм ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙеүҙе маҡсат итеп алған кеше булараҡ, республикабыҙҙа ҡортсолоҡ тармағының торошо, умартасыларҙың көнитмеше, уларҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Бөгөн был өлкәлә хәлдәр нисек тороуын, ата-бабабыҙҙан ҡалған матур кәсепте үҙ иткән йүнсел­дәрҙе нимәләр борсоуын асыҡ­ларға теләп, ҡортсолар менән йыш аралашам. Былтыр Бөрйән­дә үткән Бал байрамында гәрәбә ише татлы ризыҡ һатып торған өс ҡатын-ҡыҙ иғтибарымды йәлеп иткәйне. “Беҙ заманында район күлә­мендә танылыу яулаған ҡортсо Зәкир Ырыҫҡолов нәҫе­ленән булабыҙ, – тип һүҙ башла­ғайны урта йәштәрҙәге ханым. – Мин – уның килене, эргәмдәгеләр – ҡыҙҙары”. “Эйе, атайыбыҙ, ғүмер буйы колхоз умарталы­ғында эшләү менән бер рәттән, өй ихатаһында ла ҡорт үрсетеп, әсәйемә лә был шөғөл серҙәрен өйрәткән, – тип һүҙгә ҡушыла ҡыҙҙарҙың береһе. – 76 йәшлек әсәйебеҙ, бөгөн дә беҙҙе дәртләндереп, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә әйҙәп кенә тора. Дүрт улы ла был кәсепте борон­ғо традицияларға ярашлы дауам итә”.

Инсур атлы ир-азамат менән ҡорған йәнле әңгәмә лә хәтерҙә һаҡлана. Ҡортсолоҡ менән шө­ғөл­ләнеп, тап уныҡы булараҡ танылған балы менән районын данлай икән. “Йәйгеһен, эштең иң ҡыҙыу мәлендә, тайыштабан маҙаһыҙламаймы?” – тип һора­йым умартасынан. “Булып тора инде. Былтыр йәй умарта­лығымды ҡарап киләйем әле тип барғайным, ажар этем абалап өрөүгә ҡарамай, айыу бер даданды күтәреп сығып бара. Һөрән һалып ҡысҡырып ҡара­ным, иғти­бар ҙа итмәне. Туйтаң­лап, табышын алыҫҡараҡ алып китеүҙе хәстәрләне. Атырға ярамай. Атып йөҙҙәрсә мең күлә­мен­дәге штрафҡа юлыҡҡансы, 30-40 мең һумлыҡ балды уға “бүләк итеүең” хәйерле...”

Күгәрсен районының Мораҡ ҡасабаһында йәшәгән 36 йәш­лек Александр Жарков һигеҙ йылдан артыҡ күсмә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Айыу тура­һында ҡыҙыҡ­һынғас, түбәндә­геләрҙе бәйән итте: “Юҡҡа сыҡҡан Камея ауылында умарталар урынлаш­тырғас, өс да­дан­дың балын ашап тәләфләү менән бер рәттән, һаҡсы этемде лә үлемесле яраланы. Дауалап ҡараһам да, бер нисек тә һауыҡтыра алманым...” Эте хаҡында һөйләгәндә Алек­сандрҙың күҙҙәре йәшләнеп китте хатта.

“Айыу ул наркоман кеүек, – тип әңгәмәгә ҡушыла 25 йыл ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән Алексей Самойлов. – Әгәр умар­та­лыҡтағы даданды туҙҙы­рып, балдан ауыҙ итһә, бер-бер артлы һөжүм башлай. Бер йылы шулай дүрт даданды туҙҙырып ашағас, умарталарымды Ырғыҙлы ауылы менән Мораҡ араһына оло юл буйына күсереп кенә тыныслыҡ таптым. Юғиһә, элекке урынында ҡалдырһам, барыһын да юҡҡа сығарыр ине...”
Әлеге Бөрйәндә уҙған байрам мәлендә: “Зөфәр бабай, таныйһығыҙмы?” – тип йәш кеше килеп күрешкәйне. Иглин районынанмын, тигәс, ун йыл элек уның әсәһе һәм үҙе менән әңгәмәләшеп, гәзиттә мәҡәлә баҫтырыуым хәтергә төштө. Ысынлап та, күп кенә ҡортсо­ларға фәһем алырлыҡ, үрнәк булырлыҡ дыуамал ҡортсо икәнлеген бар республикаға танытты Рәлис. Күмәк хужалыҡ­тар тарҡалып, көнбағыш, ҡара­бойҙай яҡын-тирәлә сәсел­мәгәс, йүнсел егет, ҡорттарына бал йыйыу мөмкин­леге тыуҙы­рыу өсөн, урында­ғылар менән уртаҡ тел табып, умарталарын хатта Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһенә тиклем алып бара.

Рәлис, Бөрйән ҡыҙына өйлә­неп, беҙҙең райондың кейәүе булып киткән икән. Киләсәктә Иглинда Бөрйән ҡорттарын үрсетә­сәгенә шикләнмәй һорау бирәм: “Әле нисә баш?” “Алтмыш. Йөҙгә еткерергә уй бар”. Еткерер. Рәлис менән әңгә­мәбеҙ ҙә тайыштабан темаһына барып тоташа. “Айыу йыл һа­йын үҙемдекенә лә, эргәмдәге умарталыҡтарға ла ҙур зыян килтерә. Бер һөжүм итһә, яһиллашҡандан-яһиллаша бара. Умарталарҙы икенсе урынға күсереп кенә ҡотолоп була унан”.

Ҡортсоларҙың шундай шарт­тарҙа ла төшөнкөлөккә бирел­мәй, әрһеҙләшеп эшләүенә, өҫтәлдә­ребеҙҙе тәмле ризыҡ­тан өҙмә­үенә һоҡланырға ғына ҡала. Йәшлек дуҫым – Федоровка районы ҡыҙы Зимфира Мирхәй­ҙәрова ла ошо мәшә­ҡәтле, әммә күңел һалып эшләһәң, табыш килтерер шөғөлдө үҙ иткән. Йәй буйы ҡымыҙ, бал, май, балдан ғына әсетелгән эсемлек менән һатыу итә ул. Оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләгән ханымдың умартасы булып китеүе менән ҡыҙыҡһындым.

– 1990 йылда Иҫке Собхан­ғолдо һыу баҫҡандан һуң, тау башынан ер алдым да шунда бәләкәйерәк өй төҙөп, ҡорт, кәзә-һарыҡ аҫрап, хужалыҡ менән шөғөлләнеп алдым да киттем. Аллаға шөкөр, дыуа­мал­лыҡ файҙаға ғына булды. Улым да, ҡыҙым да хужалыҡта ярҙам итешеп, эшкә өйрәнеп үҫте. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрем – оло таяныс, – тип хәл-әхүәлен бәйән итте инде ярты быуат самаһы Бөрйәндең тәбиғәтен дә, халҡын да үҙ итеп йәшәгән ханым.

Боронғо ата-бабаларыбыҙ кеүек солоҡсолоҡто үҫтереү маҡсатында әүҙем эшмәкәрлек алып барған 31 йәшлек Илшат Толомғужиндың үҙенсәлекле, әһәмиәтле мәшғүллеген билдә­ләү кәрәктер. Был уңған, тырыш ҡортсо башта, хас ата-баба­ларыбыҙ кеүек, йыуан ағас­тарҙа солоҡ юнып, балауыҙлап, шунда күстәрҙең килеп урынлашыуын көтәүелләп ҡараны. Һөҙөмтә булманы. Сәбәбе ҡурсаулыҡ биләмә­һендә лә, башҡа урындарҙа ла солоҡсо­лоҡҡа иғтибарҙың булмауы арҡаһында ҡырағай бал ҡорт­тарының һаны ҡырҡа кә­меүҙә ине.

Шундай сәбәптәрҙе асыҡла­ған­дан һуң, маҡсатлы Илшат бер аҙ мая туплау өсөн Себер тарафтарына барып эшкә урынлаша. Былтыр, ниһайәт, ҡорт айырған осорҙа, маҡсатын тормошҡа ашырырға мөмкин­лек тыуа. Алты-ете мең һумға Бөрйән ҡорттарын һатып алып, шуларҙы балауыҙлы солоҡ­тарға урынлаштыра. Күсереп ултыртҡан нәҙекәйбилдәр һин дә мин яраҡлашып китә. Бөжәк­тәр ҙә күмәкләшеп бергә йә­шәүҙе оҡшата, ахыры, Бөрйән ҡорттары урманға йәм биреп оса башлағас, эргәләге солоҡ­тарға ла күс ҡуна! Шулай итеп, солоҡ ҡорттарының һаны арта. Киләсәктә эшенең тағы ла ырамлыраҡ булырына ышана боронғо шөғөлдө тергеҙгән ҡортсо.

Һуңғы ваҡытта республика­быҙҙа умартасылыҡ тармағына иғтибарҙың артыуы күңелгә ышаныс өҫтәй. Депутаттарыбыҙ ҡортсолоҡто үҫтереүгә булыш­лыҡ иткән закондар сығарыр, халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе дәүләт тарафынан тағы ла ҙурыраҡ яҡлау табып үҫешер, тигән өмөттә ҡалам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840