Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һеҙҙең подъезға ремонт кәрәкме? Программала ҡатнашығыҙ!
Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы эшләй башланы. Төбәктең барлыҡ тораҡ пункттарында быйыл – дүрт меңгә яҡын, алдағы алты йылда 26 мең самаһы подъезды төҙөкләндереү планлаштырыла.

Барыһы ла – бюджет иҫәбенә. Алты йыл өсөн алты миллиард һум сығым бүлеү ҡаралған.

Программала нисек ҡатнашырға? Күп ҡатлы йортҡа һуңғы биш йылда ремонт үткәрелмәгән икән, унда йәшәүселәр урындағы хакимиәткә заявка бирә ала. Муниципалитет ҡарамағындағы йәмәғәт комиссияһы ғаризаны ҡарап, подъездың торошона бәйле ремонттың ҡасан үткәреләсәген билдәләй.

Программала быйыл ҡатнашыусылар асыҡланды. Исемлекте район-ҡалаларҙың сайттарында ҡарарға мөмкин. Әлегә программаға ике, биш һәм туғыҙ ҡатлы йорттар ғына инде. Уларҙа йәшәүселәр йыйылыш үткәрҙе, подъездарында ремонт йәйгә ҡарай башланасаҡ. Артабан киләһе йылға исемлек әҙерләнә.

Йыйылышта муниципалитет, идара компанияһы вәкилдәре һәм йортта йәшәүселәр булыуы мөһим. Сарала кәмендә дөйөм майҙандың өстән ике өлөшө милекселәре ҡатнашырға тейеш.

Әгәр һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Ремонттың ваҡыты һәм сифаты буйынса – заказсыға – Капиталь ремонт буйынса төбәк операторына. “Ҡыҙыу линия” телефоны – 8 (347) 216-49-11. Эште башҡарыусылар менән бәйләнеш хаҡында хәбәр йорттарҙағы мәғлүмәт таҡталарына яҙыласаҡ.

Йортто программаға индереү мәсьәләһе буйынса – ҡала-район хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ бүлегенә.

Бәхәсле һорауҙар буйынса – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына. Унда торлаҡ хужалығы һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге белгестәре яуап бирәсәк. Телефон – 8 (347) 218-00-25.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: yandex.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512