Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт байлығын да, халыҡты ла ҡәҙерләйҙәр
Һыу — кешелек доньяһына йән өргән тәбиғәттең иң ҡәҙерле байлығы. Баһалап бөткөһөҙ ошо байлыҡты теүәл файҙаланыу, һыу запасының тәбиғи сифатын һаҡлау көнүҙәк социаль-иҡтисади бурыс булып тора. “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был бурысты тормошҡа ашырыуға ҙур тырышлыҡ һала.

Предприятие Федоровка, Бала-Сытырман, Гончаровка ауылдары халҡын, ундағы предприятиеларҙы һәм социаль-көнкүреш объекттарын эсәр һыу менән тәьмин итә. Предприятие ун биш скважинаны берләштергән өс һыу йыйғыстан файҙалана. Һыу селтәренең оҙонлоғо 60 километрға яҡын тәшкил итә.

Дөйөм файҙаланыуҙағы утыҙҙан күбе­рәк һыу алыу колонкаһы, янғын һүндереү гидранттары ла предприятие ҡарама­ғында. Ағынты һыуҙарҙы сығарыу шулай уҡ улар­ға йөкмәтелгән. Күренеүенсә, эшмәкәрлек даирәһе киң. Коллективтың 20-ләп кеше­нән генә торғанын иҫәпкә алһаҡ, һәр кем­дән тырышлыҡ һәм булдыҡлылыҡ талап ителеүе аңлашыла. Уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте халыҡты йәшәү сығанағы булған һыу менән тәьмин итә, экологик именлекте һаҡ­лауға өлөш индерә. Улар үҙҙәренә йөк­мәтелгән бурысты тейешенсә башҡа­рыу өсөн икеләтә тырышлыҡ һала. Ике­ләтә, тип әйтеү бик тә урынлы, сөнки сел­тәр­ҙәрҙең, күп кенә төбәктәрҙәге кеүек, иҫкер­гән булыуы эште ҡатмарлаштыра. Уларҙың өстән бер өлөшөн яңыртыу талап ителә.

Дүрт тиҫтә йыл дауамында файҙа­ла­нылған инженерлыҡ селтәре хаҡында ла шулай тип әйтергә була. Иҫкергән йыһаз­дар ресурстарҙы юғалтыуға килтерә, сел­тәрҙең ышаныслылығын кәметә. Әлбиттә, уларҙы тиҙ арала предприя­тиеның үҙ көсө менән генә яңыртыу мөмкин түгел. Коллектив инвестицияларға өмөт бағлай.

Шул уҡ ваҡытта ҡул ҡаушырып та ул­тырмайҙар. Йыл һайын үҙ иҫәбенә селтәр­ҙе яңырта баралар. Мәҫәлән, Федоровка ауылында ике скважинала насостарҙы яңыға алмаштырғандар, шулай уҡ ике скважинала электр йыһаздарын, бер нисә һыу башняһын, ҡоҙоҡтарҙы һәм колонкаларҙы ремонт­лағандар. Бала-Сытырманда иһә билдә­ләнгән күләмдә һыу үткәргес яңыртылған һәм 4-се скважинала яңы электр йыһаздары урынлаштырылған. Гончаровка ауылындағы һыу объектында ла мөһим ремонт эштәре башҡарылған.

Хәҙер селтәрҙәрҙе яңыртыуҙа заманса йыһаздар һәм коррозияға сыҙам полипропилен торбалар ҡулланыла. Һыу башнялары, ҡоҙоҡтарҙы һәм скважиналарҙы бөгөнгө техник һәм технологик талаптарға тура килтереп яңырталар. Башҡарылған был саралар ҡулланыусыларҙың һыуға булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, һыу запасын һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкин­лек бирә.

Коллектив алдында киләсәктә ҙур эш тора, сөнки һыуға ихтыяж йылдан-йыл арта. Шуға ла яңы скважиналар төҙөү талап ителә. Әле Йәштәр биҫтәһенә һыу үт­кәреү өсөн проект-тикшереү эштәрен баш­ларға торалар. Әйткәндәй, һыу сел­тә­рен киңәйтеү район хакимиәте менән ки­лешеп ғәмәлгә ашырыла. Селтәрҙе яңыр­тыу, скважиналарҙы автоматик ре­жимға күсереү, уларҙа һыу запасын иҫәпләү приборҙары урынлаштырыу, скважиналар тирәһендә санитар-һаҡлау зоналары булдырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Шулай уҡ ер аҫты һыу йыйғысын төҙөү буйынса техник проект әҙерләнә.

Предприятие эшмәкәрлегендә ҡатмар­лы участка булып ағынты һыуҙарҙы таҙар­тыу ҡоролмаһы иҫәпләнә. Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән был ҡоролма бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй. Ағынты һыуҙарҙың күләме күбәйә барған һайын, канализация селтәренә лә көсөргәнеш арта. Авария хәле килеп тыумаһын өсөн ремонт эшенә ҙур көс һәм сығым һалырға тура килә. Экологик именлекте тәьмин итеү маҡсатында, ағынты һыуҙың сифатына даими рәүештә лаборатория тикше­реүҙәре үткәрелә. Ә инде яңы таҙартыу ҡоролмаһын республика дәрә­жәһендәге ярҙам менән генә хәл итеп буласаҡ.

Предприятиеның һәйбәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә федоровкалар эсер һыуға ҡытлыҡ кисермәй. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө шарттарҙа тәбиғи ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу мөһим бурыс булып тора. Бының менән хәҙер ҡулланыусылар үҙҙәре лә иҫәпләшә. Иҫәпләү приборҙарынан файҙаланыу халыҡты һыуҙы ҡәҙерләп тотонорға, исраф итмәҫкә күнектерә.

— Коллективтың тынғыһыҙ тырыш хеҙмәте менән биш меңдән күберәк халыҡты, йөҙгә яҡын учреждение һәм предприятиены өҙлөкһөҙ сифатлы һыу менән тәьмин итәбеҙ. Беҙҙәге һыу үҙенең тәме, химик һәм микробиологик үҙенсәлектәре менән бөтә талаптарға яуап бирә. Энергия һаҡсыллығы һәм ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу арҡаһында һуңғы осорҙа һыуҙың үҙҡиммәтен кәметә барабыҙ. Хеҙмәтебеҙ халыҡҡа ла, тәбиғәткә лә игелекле булһын тип тырышабыҙ, — тип фекерен уртаҡлашты предприятие директоры Илшат Дашкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840