Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көнләшә, тимәк, яратамы?..

Ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәт – иң ныҡлыһы.

Мөкиббән ғашиҡ булып йөрөгән саҡтарҙа бар кешеләр ҙә үҙҙәрен тулыһынса бәхетле тоялыр... Бындай мәлдәрҙә һөйгән йәреңде ҡыуандырырға, уны бәхетле итеп күрергә теләү – тәбиғи ынтылыш. Әммә ваҡыт үтә килә егет менән ҡыҙ, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙә төрлө ҡытыршылыҡтар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бындай аңлашылмаусылыҡ сәбәптәренең береһе булып һөйгәнеңде саманан тыш көнләшеү тора.

Был тойғолар кешелек тарихында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында бер-береһен оҡшатыу, һөйөү хистәре менән бергә барлыҡҡа килгәндер ул. Ғаилә мөнәсәбәттәренең һалыныуы көнләшеү хисен тағы ла көсәйтеп ебәргәндер, тип фаразларға була, сөнки “һөйгәнем хәҙер минеке генә, башҡалар уға күҙ һалмаһын, ул да башҡалар яғына ҡарамаһын” тигән ҡараш тыуа күптәрҙә.

Көнләшеү – көслө һәм етди тойғо, ул үҙ эсенә, бер яҡтан, һөйгәнеңде яратыу һәм тик үҙеңдеке генә итеү теләген алһа, икенсе яҡтан, яратҡан кешеңдә һәр ваҡыт шикләнеү, уны юғалтыуҙан ҡурҡыу тойғоһон берләштерә.

Нисек кенә булмаһын, көнләшеү күпселек осраҡта кире эмоциялар менән бәйле һәм уның барлыҡҡа килеүенә сәбәп булып кемдер арҡаһында һөйгә­неңдән яҙыу хәүефе тора. Әммә был ҡурҡыу ысынбарлыҡҡа тура киләме, әллә буш урында уйлап табылғанмы – ошоно асыҡлау иң мөһим шарттарҙың береһе.

Психологтар ысынбарлыҡҡа таянған тәбиғи ҡыҙғаныуҙан тыш көнсөллөктөң тағы ла бер нисә төрөн билдәләй. Күпселек осраҡта улар бер ниндәй ҙә хәл-ваҡиғаға нигеҙләнмәгән һәм, кешенең фантазияһына ҡоролоп, юҡ ерҙән уйлап табылған.

Эгоист көнсөллөгө. Исеменән үк билдәле булыуынса, был төр үҙ-үҙен ныҡ яратҡан, үҙ баһаһы саманан артыҡ юғары булған кешеләргә хас. Улар һөйгәненең башҡаларға йылмайып хәбәр ҡушыуын, һөйләшеүен генә түгел, хатта ҡараш ташлауын да күтәрә алмай. Эгоистар өсөн икенсе яртылары тик уларҙыҡы ғына. Шундай шәп, аҡыллы, матур хәләле барҙа, нисек итеп башҡаға күҙ атырға мөмкин тигән фекерҙәләр.

Түбән үҙбаһаға бәйле көнсөллөк. Бындай төр көнсөллөк үҙ-үҙенә ышан­маған, донъяға һәм башҡаларға шикләнеү аша баҡҡан кешеләргә хас. Үҙ кимәлен түбән баһалау уларҙы һәр әҙәмдә шикләнергә, ниндәйҙер насарлыҡ табырға этәрә. Төймәнән дә дөйә яһарға оҫталар. Магазинда йылмайып хәбәр ҡушҡан һатыусы ла, урамдан үтеп барғанда осраҡлы ғына күҙ ташлаған кеше лә уның хәләле менән ниндәйҙер мөнәсә­бәттә торалыр тигән шиккә таянып, олоғара янъял сығарырға һәләтле был бәндәләр.

Үҙеңә ҡайтарылған көнсөллөк. “Бурҙың бүрке яна”, тигәндәй, бындай төр ҡыҙғаныу менән характерланған кешеләр өсөн төп сәбәп һәм нигеҙ булып үҙҙәренең икенсе яртыһына тоғролоҡ һаҡламауы тора. Улар уйлауынса, мин хыянат итәм икән, тимәк, башҡалар ҙа шулай. Бындай көнсөл­лөктө поляк яҙыусыһы Станислав Вапняк бик оҫта ҡылыҡһырлаған: “Беҙҙе ҡатындарыбыҙҙы тоғро булмауҙа ғәйепләргә уларҙың түгел, ә үҙебеҙҙең хыянатыбыҙ мәжбүр итә”.

Патологик көнсөллөк. Иң ауыр төр, кеше тәбиғәтенең эмоциональ һәм интеллектуаль өлкәһенең боҙолоуы күҙәтелә, күп осраҡта алкоголизм, шизофрения кеүек ауырыуҙар менән бәйле. Бындай төр көнсөллөктән яфаланған кешеләрҙең йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырыуы ла ихтимал, шуға күрә ҡайһы бер осраҡтарҙа махсус да­уа­ханаларҙа тикшереү һәм дауалау кур­сы үтеү ихтыяжы ла тыуыуы бик мөмкин.

Төрлө кеше көнләшеү хисен төрлөсә кисерә. Берәүҙәр хәләлдәренә бер ни ҙә белгертмәй, тауыш-тын сығармай ғына, үҙҙәренең шиктәрен дөрөҫләгән дәлилдәр табырға тырыша: телефон һәм социаль селтәрҙәр һәр саҡ контролдә тотола, кеҫәләр һәм шәхси әйберҙәр даими тикшереү үтеп тора. Икенселәр ҡыҙға­ныуға бәләкәй генә һылтау килеп сығыу менән тормош иптәшен барлыҡ гонаһ­тарҙа ғәйепләп, әгәр ул үҙ ғәйебен танымаһа, айырылыу, өйҙән сығып китеү менән янап, оло низағ сығарырға ла күп һорамай. Ҡайһы берәүҙәр хәләлен демонстратив рәүештә язаға тарттырырға тырыша: иркәләү-наҙлау эләкмәй, ашау яғы хәстәрләнмәй һәм башҡалар. Улар ошо юл менән “хыянатсыны” хөкөм итеп, уны үҙенең “ҡырын эштәрен” таныуын талап итә.

Ҡыҙғаныуҙың сәбәптәре нимәлә икән? Белгестәр был йәһәттән түбәндәгеләрҙе билдәләй:
- Кешенең үҙбаһаһы кимәле. Үрҙә әйтеп үтелгән эгоизм һәм түбән үҙбаһаға бәйле көнсөллөк.
- Икенсе кешегә артыҡ бәйлелек, “унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, унһыҙ йәшәү юҡ” тигән инаныу.

- Традициялар, халыҡ араһында йәшәп килгән төрлө ышаныуҙар. Мәҫәлән, “ҡыҙғана икән, тимәк, ярата” тигән фекерҙе ишетергә мөмкин.
Нимә эшләргә? Патологик көнсөллөк­тән башҡаларын кешеләр айыҡ аҡыл менән эш итеп, рухи көс ярҙамында бер аҙ йүгәнләп, үҙҙәре лә йырып сыға ала.

Тағы ла бер нисә кәңәш:
- Тормош иптәшегеҙ менән диалог булдырығыҙ. Ниндәйҙер шик тыуа икән, был турала асыҡтан-асыҡ һөйләшә, бер-берегеҙҙе ишетә белегеҙ һәм аңларға тырышығыҙ. Шөбһәләрҙе эскә йомоу дөрөҫ булмаҫ, сөнки бер хәл-ваҡиға икенсеһенә ялғанып, яңынан-яңы шик өҫтәлеп, хәлдәрҙең үтә лә ҡатмарлашып китеүе ихтимал.

- Үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Үҙбаһаң­ды күтәреү, үҙ-үҙеңә ышанысты арттырыу, кәрәк булһа, белгестәргә мөрәжәғәт итеү ҙә ярҙам итәсәк.
Һүҙемде бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең шиғри юлдары менән тамамлағым килә:
Мөхәббәттән уңдым, ышанысты
Өҫтөн ҡуйҙы барлыҡ анттарҙан.
Шик белдереп үҙен кәмһетмәне
Хатта шикләнерҙәй саҡтарҙа.
Ысынлап та, бер-беребеҙҙе кәмһет­мәй, шикләнмәй, яҡындарыбыҙға тоғро­лоҡ һаҡлап, ышанып йәшәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506