Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүәккәллекте һәм теүәллекте юлдаш итеп
Өфө ҡалаһының тап үҙәгендә урынлашҡан “Башбланкиздат” ойошмаһы директоры Гөлсәсәк Әлибаеваны баш ҡаланың башҡорт мөхитендә уңышлы эшҡыуар итеп кенә түгел, әүҙем йәмәғәтсе, һәр башланғысҡа тәүәккәл тотонған етәксе, заман менән бергә атлаған эшлекле ханым булараҡ та беләләр һәм хөрмәт итәләр.

Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы етәкселегендәге типография бланктар, рәсми ҡағыҙҙар ба­ҫыуға һәм таратыуға махсуслашҡан. Ойошманы Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр ҙә эҙләп табып, хеҙмәттәренән файҙалана.

Гөлсәсәк – оҙаҡ йылдар Сибай ҡа­лаһында йәшәп ижад иткән, балалар шағиры булараҡ танылыу алған Ҡадир Әли­байҙың ҡыҙы. Атаһы менән әсәһен яҙмыш һынауҙары ике яҡҡа айырһа ла, ғүмере буйы ижад тип янған атаһының шиғриәтен, ул ҡалдырған әҙәби мираҫты һаҡлауҙы һәм таратыуҙы үҙенең изге бурысы тип һанай ул. Шағир атаһының юби­лейы айҡанлы уның тыуған яғы Хәй­буллаға баш ҡаланан бер төркөм яҙыу­сылар менән барып, осрашыуҙар, хәтер кисәләре үткәреүе, шиғырҙарын туплап, руссаға тәржемәләүҙе хәстәрләүе, ауылдаштарын милли баҫмаларға яҙҙырыуы – былар барыһы ла күңел киңлеге, рухиәткә тоғролоғо тураһында һөйләй.

Билдәле шағирҙың ҡыҙы булһа ла, әлбиттә, Гөлсәсәккә төп тәрбиә ҡанун­дарын әсәһе – Тәнзилә апай биргән. Ҡыҙын ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерергә тырыша ул. Тәнзилә Усман ҡыҙы – бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә ба­ғышлаған кеше, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы. Ивановка, Байғусҡар, Таштуғай, Мәмбәт мәктәптәрендә дүрт тиҫтә йылға яҡын уҡытып, хеҙмәте менән оло хөрмәт ҡа­ҙанып хаҡлы ялға сыға ул. Әлеге ва­ҡытта баш ҡалаға күсеп, ҡыҙы Гөлсәсәктең ихлас хәстәрен тойоп йәшәй. “Сабыр аҡыллы, ҡыҙы өсөн өҙөлөп торған әсәйем булғанға, үҙемде терәкле тоям”, – ти Гөлсәсәк.

Көн һайын әсәһенең дәрес планын яҙыуын күреп үҫкән ҡыҙ I класҡа барыу менән көндәлек план төҙөүҙе ғәҙәт итеп ала. “Һәр кем тормошта шулай аныҡ билдәләнгән күрһәтмә буйынса йәшәргә тейеш икән, тип уйлай торғайным бала аҡылым менән”, – ти үҙе был хаҡта. Пионер, комсомол ойошмаларының йоғонтоһо, староста, отряд рәйесе булыу был теүәллекте тағы ла арттыра, ҡыҙҙың характерын нығыта. Йылдар үтә, әммә план төҙөү, һәр эшкә аныҡ маҡсат һәм һөҙөмтәне күҙаллап тотоноу ғәҙәтенә бөгөн дә тоғро ул.

Мәктәп йылдарынан лидерлыҡ сифаттарына, ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙ тырышып уҡыуҙың киләсәктәге уңыштарҙың нигеҙе булыуын яҡшы аңлай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фило­логияһы һәм журналистикаһы факультетын, артабан Башҡортостан Дәүләт хеҙ­мәте һәм идара итеү академияһын уңыш­лы тамамлай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен төпсөр холоҡло, сос, яңылыҡҡа асыҡ, үҫешкә ынтылған хеҙмәткәр итеп таныта.

Гөлсәсәк Әлибаева хеҙмәт юлын III курста уҡығанында “Башҡорт энцикло­педияһы” нәшриәтендә башлай. Был эш уға полиграфия өлкәһен ныҡлап өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Артабан Баш­ҡортостан Республи­ка­һының Үҙәк дәүләт тарих архивын­дағы хеҙмәте эшлекле ҡағыҙҙарға етди ҡарарға, тәф­сирле мөнә­сәбәттә булырға өйрәтә. Өфө ҡа­лаһының Совет районы хаки­миә­тендә эшләгәнендә, Ә. Вә­лиди исемендәге Республика милли китапханаһында кадр­ҙар бүлеге начальнигы, Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй милке идаралы­ғында (“Росимущество”) кадрҙар, эштәр идаралығы, отчет һәм контроль бүлеге начальнигы булғанында ул үҙен яуаплы, теүәл, тәүәккәл дәүләт хеҙмәт­кәре итеп таныта.

– Уңышлы булыу өсөн ҡурҡыуҙы, баҙнатһыҙлыҡты, оялсанлыҡты алып ташлап, иң тәүҙә үҙ-үҙеңде еңергә өйрәнергә кәрәк, – ти етәксе ханым. – Эш һорап килгән кешеләргә үҙебеҙ етештергән продукция менән сауҙа итергә тәҡдим яһайбыҙ. Юҡ, минән булмай, аҡса эшенән ҡурҡам, тип ҡоттары оса. Аҡсанан ҡурҡҡас, ул нисек байыһын? Ун меңгә яҡын төрлө тауар исемлеген ятлап алыу ҙа ифрат ҡыйын тойола беҙҙә һатыу итеүсегә.

Тормош иптәше Таһир менән Гөлсәсәк матур ғаилә ҡорған. Улар баҡса үҫтерергә ярата, ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәрергә ғәҙәтләнгән. Йәшәү мәғәнәһен улдары Азатҡа матур тәрбиә, төплө белем биреүҙә күрә. Азат 20-се башҡорт гимна­зияһында тырышып уҡый, әле бадминтон менән ихлас шөғөлләнә башлаған. Үҙ алдына башҡорт һәм инглиз телдәрендә йырҙар өйрәнеп, башҡарыу менән дә мауыға. Һәр ергә өлгөр Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы гимназия тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл рәттән ата-әсәләр комитетын етәкләп, белем усағының тормошон йәнлерәк һәм йәмлерәк итеүгә үҙ өлөшөн индергән тынғыһыҙ ханым ул.

“Үҫеш нигеҙе – үҙ-үҙеңә талапсанлыҡта, өйрәнгән уңайлыҡтан сығып, яңы маҡсат­тарға өлгәшеүҙә”, – тигәйне Гөлсәсәк әңгәмә барышында. Һәр ваҡыт шулай яңылыҡҡа ынтылып, изге башланғыстарға тәүәккәллек менән тотоноп, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә яҙһын тырыш башҡорт ҡыҙына!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518