Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төрлө хәлдәр була...
Скейтборд һатып алдым. Әммә уны бер сәғәт тә файҙаланып өлгөрмәнем, өҫкө ҡатлауы ҡуптарылып сыҡты. Магазинға барып ғариза яҙғайным, экспертиза талап иттеләр, скейтбордты алып ҡалдылар. Ғаризаға яуап та юҡ. Ни эшләргә?

Закон буйынса магазин 10 көн эсендә һатып алыусының тауар өсөн түләнгән аҡсаһын ҡайтарырға, йә йүнәтергә, йә ҡулланыусының талабы буйынса, тауар хаҡын төшөрөргә йәки 7 көн эсендә шундай уҡ тауарға алмаштырырға тейеш. Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һайлау хоҡуғы ҡулланыусы яғында!
Һеҙҙең миҫалға килгәндә, судҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк, унда экспертиза һөҙөмтәһе талап ителәсәк. Ғөмүмән, әгәр ҙә тауарға гарантия ваҡыты билдәләнмәһә, һеҙ уны һатып алған көндән һуң бер йыл эсендә дәғүә белдерергә хоҡуғығыҙ бар. Шул уҡ ваҡытта тауарҙағы етешһеҙлектең етештереүсенең ғәйебе икәнлеген иҫбатларға тейешһегеҙ. Әгәр ҙә экспертиза быны иҫбатлаһа, магазин һеҙгә тауар хаҡын ғына түгел, ә ошо эшкә бәйле башҡа сығымдарҙы ла ҡапларға мәжбүр буласаҡ.

Кәләшемә никах балдағы һатып алғайным, ул бәләкәй булып сыҡты. Магазинда балдаҡты ҙурыраҡҡа алмаштырыуҙан баш тарттылар, аҡсаһын ҡайтарманылар. Был дөрөҫмө?
* * *
Бер аҙна элек кеҫә телефоны алдым. Аппараттың техник мөмкинлектәренә дәғүәм юҡ, иллә-мәгәр кнопкалары бәләкәй, ҡулланыуы уңайһыҙ. Магазинда быға иғтибар бирмәгәнмен. Мин телефонды алмаштыра йәки ҡайтара аламмы?

Ҡулланыусы сифатлы тауар һатып алып, ул төҫө, ҙурлығы, фасоны менән ҡәнәғәтләндермәгән осраҡта, әйберҙе ике аҙна эсендә магазинға кире ҡайтарырға мөмкин. Әлбиттә, ул тотонолмаһа, ярлығы, пломбаһы, касса чегы булһа һәм башҡа шундай шарттар үтәлгән осраҡта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ювелир тауарҙарға һәм телефон кеүек техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙарға был ҡағылмай. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа магазин ҡулланыусының талабын үтәй һәм өр-яңы, бөтөнләй тотонолмаған тауарҙы кире ҡабул итә. Ни тиһәң дә, конкурентлыҡ тигән төшөнсә бар.

Ҡиммәтле магазиндан футболка һатып алдым, уға бер ай гарантия бирҙеләр. Ярлыҡта күрһәтелгән шарттарға ярашлы йыуғандан һуң, кейем кеймәҫлек булып уңды ла ҡуйҙы. Магазинда, минең нисек йыуғанды белмәгәнгә һылтанып, аҡсаны ҡайтарырға теләмәйҙәр. Ни эшләргә?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемдәре билдәле затлы магазиндарҙың да клиенттарын экспертиза үтергә мәжбүр итеүенә, суд буйлап йөрөтөүенә аптырайһы түгел. Һатыусы, гарантия ваҡыты үтмәгән осраҡта, тауарҙы кире ҡабул итергә һәм, клиенттың ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙмағанлығы иҫбатланһа, уның талаптарын үтәргә тейеш. Шулай уҡ һатыусы тауарҙы ҡулланыу инструкцияһын бирергә бурыслы. Был осраҡта һеҙгә магазинда ике нөсхәлә ғариза яҙыу һәм төплө яуап алыу зарур. Инструкция ҡулығыҙҙа икән, судҡа барырға ғына ҡала.

Магазиндарҙың “Тауарҙы арзан хаҡҡа һатыу осоронда (распродажала) һатылған әйберҙе кире ҡабул итмәйбеҙ” тигән иҫкәрмәһе ғәҙелме? Әгәр ҙә тауар сифатһыҙ булһа?

Был – законды боҙоу. Әммә һатыусы клиентты тауарҙағы етешһеҙлек хаҡында иҫкәрткән, һатып алыусы бының менән килешкән һәм ошо ғәмәл яҙма рәүештә теркәлгән икән, кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Башҡа осраҡта, тауарҙа етешһеҙлек табылһа, ҡулланыусы ҡануниәткә ярашлы, үҙ хоҡуғын яҡлай ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512