Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел ҡушыуы йөрөтә

Һуғышта юғалған олатайҙарҙы Бикбай ағай эҙләп таба.

Барыһы ла бынан өс-дүрт йыл самаһы элек башлана. Бикбай Насирйәновҡа, яңғыҙына күңелһеҙ булмаһын тип, студент улы Өфөгә уҡырға китер алдынан “Бәйләнештә” социаль селтәрендә сәхифә асып бирә. Яйлап-яйлап интернет донъяһын өйрәнә, оҫталығын арттыра башлай ағай. Күп тә үтмәй, улы уның тыуған төйәге – Әбйәлил районының Мәхмүт ауылы төркөмөн ойоштороп бирә. Унда ауылдаштарын саҡыра, өйҙәрҙе, кешеләр һанын барлап сыға, башҡорт телендә күңелле һәм фәһемле итеп эште алып бара башлай.

Интернет яңы донъя аса

Бөгөн Бикбай Батыр улының “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” сайттарында бер нисә төркөмө теркәлгән. Улар күңел асыуға ҡоролмаған, һәр береһенең мөһим бурысы бар. Беҙҙе айырыуса уның эҙәрмән булараҡ алып барған эшмә­кәрлеге ҡыҙыҡһындырҙы.

Бикбай Батыр улы интернет менән ныҡлап “дуҫлашып” бөткәс, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатаһын эҙләй башлай. Төрлө урындарҙан белешә торғас, ниһайәт, таба. Баҡһаң, ул 1942 йылда госпиталдә, ҡаты яраланыуҙан һауыға алмай, вафат булып ҡалған. Ә ғаиләгә 1943 йылда ғына уның “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре килә. “Миңә уның ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа вафат булыуы тураһында ғына түгел, хатта ерләнгән урынынан фото ебәрҙеләр. Шул тиклем ваҡыт үткәс, олатайыбыҙ тураһында яңылыҡ белеү күңелде тынысландырҙы”, – ти ул.
Был турала ишетеп ҡалған таныштары үҙҙәренең дә һуғышта юғалған туғандарын табышып биреүҙе үтенә башлай. “Үлемһеҙ полк” ойошмаһына мөрәжәғәт итеп эҙләргә өйрәтә ундайҙарҙы Бикбай ағай. Тик кемдеңдер йә компьютеры, йә интернеты юҡ, кемдер унда эшләй белмәй. Ә ҡайһы бер төпкөл ауылдарҙа виртуаль донъяның нимә икәнен дә белмәгән кешеләр бар бит әле, шуға күрә яҡташтарының үтенесен кире ҡаҡмай, был эште лә үҙ иңенә алырға тура килә уға.

– “Үлемһеҙ полк”ка мөрәжәғәт итеп: “Башҡортостанда шундай эҙәрмәндәр ойошмаһы бармы?” – тип белештем. Асыҡланыуынса, ундайҙар булмай сыҡты, ойошманың филиалын үҙебеҙҙә асырға тип ризалыҡтарын һорағайным, тәүҙә ҡаршы төштөләр. Халыҡ беҙгә тура мөрәжәғәт итһен, тиҙәр. Тик күптәрҙең ундай мөмкинлеге булмауы тураһында аңлатҡас, рөхсәт бирҙеләр, – ти ул.

Шулай итеп, “Үлемһеҙ полк”тың республикала филиалын булдырып, ул ойошманың ирекмәненә әүерелә һәм эҙәрмәнлек менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙең яҡындары мәғлүмәт бирә, ә Бикбай Батыр улы уларҙы туплап Мәскәүгә ебәрә. Унда инде архивтар, документтар менән эшләп, кешеләрҙе, уларҙың ерләнгән урындарын табалар.

Һуғыштан һуң бик күп йылдар үтһә лә, атай-олатайҙарының һуңғы төйәген асыҡлау кеше өсөн бик мөһим. Уларҙың яҙмышын белеү хәтер генә түгел, хөрмәт, күңел тыныслығы ла бит. Ваҡ ҡағыҙ эше булыуға ҡарамаҫтан, Бикбай ағай был бурысты күңелен биреп башҡара, һалдаттар табылһа, уның туғандары менән бергә шатлана.

– Ай һайын “Үлемһеҙ полк”ка отчет ебәреп торам. Нисә кеше мөрәжәғәт иткән, нисә анкета килгән – бер нимә лә ситтә ҡалмай. Улар миңә эҙләү һөҙөмтәләрен – ҡәберҙәре табылған һалдаттар исемлеген ебәрә. Мин ул исемлекте үҙемдеке менән сағыштырам, бар мәғлүмәтте үҙемдең төркөмгә һалып барам, – ти эҙәрмән.

Бикбай Насирйәнов быларҙың барыһын да бушлай эшләй. Бер ниндәй ҙә аҡса талап итеү юҡ. Беҙҙең гәзит аша һуғышта юғалған яҡындарын табырға теләгән республика халҡына мөрәжәғәт итеп, анкеталар ебәреүҙе һорай ул.

Сик һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылды

Бикбай ағайҙың тағы ла бер йәмәғәт эшмәкәрлеге бар. Уның һөҙөмтәһендә ике йыл элек Әбйәлил районының Асҡар ауылында сик һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылған. Ул үҙе сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ часында хеҙмәт иткән. Еңеү байрамында ошо ғәскәрҙең парадта ҡатнашмауы бик бошондора ағайҙы, шуға күрә төрлө тупһаларҙы тапай торғас, сик буйы ғәскәрҙәре ойошмаһын булдырыуға өлгәшә. Еңеү көнөндә үткәрелгән парадтарҙа ҡатнаша башлайҙар.

– Уйлап ҡараһаң, һуғыш йылдарында дошманды тап сик буйы һаҡсылары тәүге булып ҡаршы ала, улар иң ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, Гитлерҙың СССР-ҙы ашығыс рәүештә баҫып алыу планын емерә. Ә Еңеү парадында улар юҡ. Ошондай уйҙар менән йөрөй торғас, фекерҙәштәр табылды һәм хыялды бойомға ашырҙыҡ. Был ғына түгел, районда сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһын булдырып, уны республика ойошмаһында теркәтеп ҡуйҙыҡ, – ти ул.

207 йортта 83 яңғыҙаҡ...

Һүҙ ыңғайында Бикбай Насирйәновтың тағы ла бер йәмәғәт эшмәкәрлеге тура­һында яҙып үтмәү яҙыҡ булыр, моғайын. Ул үҙенең районында димсе булараҡ та билдәле икән. “Тыуған ауылымдың төркөмөн булдырғас, ауыл өйҙәрен, кешеләрен барлап сыҡтым да “аһ” иттем. 207 өйҙөң ни бары 93-өндә генә парлы ғаиләләр йәшәй, 83-өндә – яңғыҙҙар. Ҡалған йорттар бөтөнләй буш тора. Шул саҡта “Танышайыҡ, ҡауышайыҡ, ғаилә ҡорайыҡ” тигән төркөм булдырҙым һәм димсе булараҡ эш башланым”, – ти ул.

Ысынлап та, ауылдарҙа яңғыҙаҡтар күп. Бының эҙемтәһе – эскелек арта, балалар тыумай, тормоштоң мәғәнәһе юғала, шуға күрә үҙе лә ҡатынын юғалтып, тол ҡалған һәм яңғыҙлыҡтың нимә икәнен белгән Бикбай Батыр улы тәүҙә ауылы, аҙаҡ район кешеләрен таныштыра-ҡауыштыра башлай. Бөгөн был эшмәкәр­леге республика кимәленә сыҡҡан. Иң тәүҙә Әбйәлил районында, артабан Күгәрсен, Баймаҡ, Бөрйән райондарында бик ҙур танышыу саралары ойошторған. Ейәнсура, Учалы тарафтарында ла уҙғарырға әҙерләнәләр. Әле уның теләге – республиканың һәр районында, ауылында димсе кеүек бер вәкил булдырып, улар менән берҙәм эшләргә һәм мөмкин булғанса күберәк кешене парлы итергә.
– Аҡсаһы ла юҡ, эше лә күп, ниңә кәрәк һуң ул һеҙгә был мәшәҡәттәр? – тип һорайым.

– Күңелем шуны талап итә. Кешегә яҡшылыҡ ҡылһам, файҙам тейһә, шуның өсөн ихлас рәхмәт һүҙе ишетһәм, миңә шул тиклем рәхәт...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. мәстүрә
    мәстүрә от 07.03.2019, 01:53
    ҺӘР РАЙОН ОСРАШЫУҘАРҘЫ ҮҘҘӘРЕ ҮТКӘРҘЕ.БИКБАЙҘЫҢ БЕР КЫҪЫЛЫШЫ БУЛМАНЫ.РАЙОН ХУЖАЛАРЫНАН ҺОРАР ИНЕГЕҘ ГӘЗИТТӘ БАҪҠАНСЫҒА ТИКЛЕМ.КҮГӘРСЕНДӘ ГӨЛФИӘ ОЙОШТОРОП ЙӨРӨНӨ.БЕР ЙЫЛ ДИМЛӘҮ ЭШЕ МЕНӘН БУЛЫШТЫ.ДИМЛӘП КАУЫШТЫРЫУҘА БИКБАЙҘЫҢ БЕ КЫҪЫЛЫШЫ ЮҠ.НАЙЛӘ ТИГӘН БОРЙӘН ҠЫҘЫ ЭШЛӘНЕ ЙЫЛДАН АРТЫҠ.БИКБАЙ ТИК ТӨРКӨМ ТӨҘОНЕ И ВСЕ.ДУСТАР САКЫРЫУ КЫҘҘАРҘЫҢ ЭШЕ БУЛДЫ.ГӨЛФИӘ ОСРАШЫУҘАН ҺУҢ 15 КЕШЕНЕ АЛЫП КАЙТЫП АШАТЫП,ЭСЕРЕП ЙОҠЛАТЫП ОҘАТТЫМ ТИП ЯҘҘЫ. ФОТОЛАРҘА КУЙҘЫ ИНТЕРНЕТ БИТЕНӘ.
    БИКБАЙ ПИАР ЯРАТА.МАКТАНЫРҒА,МАҠТАЛЫРҒА ЯРРАТА.АҠСАҒА ЭШЛАМАЕМ ТИ. Ә ТӨРКӨМГӘ ҮҘ СЧЕТЫН ҠУЙЫП АҠСА ЙЫЙЫП ,КЕШЕ ХАҠЫНА ЙӘШӘМӘЙ.ҠЫҘҘАР АСЫУЛАНҒАС ҠЫНА АЛДЫ, Ә ҮҘЕН ДИУАРЫНДА ҺАМАН ТОРА.
    АСҠАРҘАҒЫ ПОГРАНДАРҒА ҺӘЙКӘЛДЕ ҮҘ АКСАМА ЭШЛӘТТЕМ ТИП ЯҘҘЫ. РАЙОН ХУЖАЛАРЫНАН ҺОРАҒЫҘ.ХӨКӨМӘТ АҠСАҺЫНА ЭШЛӘНДЕ.
    ГӘЗИТКӘ ЯҘЫР АЛДЫНАН ҺОРАШЫР ИНЕГЕҘ,РАЙОНДАРҘАН.
    ДӨРӨҪ ТҮГЕЛДЕ ЯҘЫРҒА ҺЕҘҘЕҢ ХАҠЫҒЫҘ ЮҠ.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840