Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үлем кәмей, тыуым арта

“Бөгөнгө үҙгәрештәрҙе күрмәү мөмкин түгел”, ти балтастар.

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров эшкә килгән көнөнән һаулыҡ һаҡлау тармағын яңы дәрәжәгә күтәреү бурысын ҡуйҙы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә сәләмәтлек һаҡлауҙың төп йүнәлеш булып ҡаласағына баҫым яһаны.

Медицина тармағына иғтибар арта

Йыл аҙағында федераль программа­ларға ярашлы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, шул иҫәптән беҙҙең үҙәк район дауаханаһына, ике “Ашығыс ярҙам” ма­шинаһы тапшырылыуы – ошо үҙгәреш­тәрҙең асыҡ миҫалы.
Һуңғы йылдарҙа райондың һаулыҡ һаҡлау эшмәкәрлеге медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға, үлем осраҡтарын кәметеүгә, кадрҙар сәйәсәтен камиллаш­тырыуға, кешеләр араһында сәләмәт йә­шәү рәүешен пропагандалауҙы үҫтереүгә йүнәлтелде.

Балтас халҡына үҙәк район дауа­ханаһы, поликлиника, көндөҙгө стационар, дүрт ауыл табип амбулаторияһы һәм 39 фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамы күрһәтә. Үҙәк район дауаханаһына уҙған йылдың ноябрь айынан Айҙар Хаматов етәкселек итә. Яҡташтарының оло хөрмәтен яулаған, дауахананы яңыртыуға ҙур көс һалған, үҙенә лайыҡлы алмаш әҙерләгән элекке баш табип Арсен Ғариповҡа рәхмәт әйтә йәш етәксе.

2018 йыл башында райондың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында 282 белгес эшләһә, йыл аҙағында уларҙың һаны 304 кешегә еткән. Табиптар коллективы сағыштырмаса йәш. Һуңғы өс йылда районға 11 белгес эшкә ҡайтҡан, уларҙың дүртеһе – күрше райондарҙан, береһе – Өфө ҡалаһынан. Алты белгес “Ауыл табибы” программаһына ярашлы – берәр миллион һум, алты фельдшер “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған.

– Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау системаһында яҡшы яҡҡа һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә. Медицина тармағының күп төрлө йүнәлештәре ойошторолдо, киң һәм тар белгестәрҙән юғары квалификациялы медицина ярҙамын барлыҡ пациенттар файҙалана алырлыҡ маршрут булдырылды, – ти Айҙар Рәлиф улы.

Үҙәк район дауаханаһында ауырыу­ҙарға тәүлек әйләнәһенә дауаланыу өсөн 72 урын бүленгән, 40 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, тәүлегенә 340 кешене хеҙмәтләндереү мөмкинлеге булған амбулатор поликлиника (ауыл табиплыҡ амбулаторияларын һәм ФАП-тарҙы индереп) эшләй.

Тырышлыҡ һөҙөмтә бирә. Һуңғы йылдарҙа үлем осраҡтарының 6–10 процентҡа тотороҡло кәмеүе күҙәтелә. 2018 йылда тыуым бер аҙ арта төшкән. Әсәләр үлеме теркәлмәгән. Уртаса ғүмер оҙонлоғо – 71,6 йәш. Былтыр эшкә һәләтле йәштәгеләргә өҫтәмә диспансерлаштырыу үткәрелгән, быйыл да был эш дауам итәсәк.

Матди-техник базаны нығытыу буйынса ҙур эш башҡарылған. Диагностика бүлегендә аппаратуралар, стационарҙа йомшаҡ йыһаздар яңыртылған; ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге “03” бәйләнеше буйынса саҡырыуҙар ҡабул итеү ҡорамалы, шул иҫәптән, IP-телефония һәм һөйләшеүҙе яҙҙырыу яйланмаһы менән йыһазландырылған. 39 ФАП заманса кәрәк-яраҡ, механик тонометрҙар менән тулыландырылған. Поликлиникала йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу сығарыу системалары капиталь ремонтланған. Медицина ярҙамын һәр кешегә уңайлы итеү маҡсатында, “Һаҡсыл регистратура” программаһына ярашлы, ҙур ремонт үткәрелгән. Һәйтәк, Ҡарыш, Түбәнге Һикеяҙ ауыл табиплыҡ амбулаториялары юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған; үҙәк район дауахана­һында мәғлүмәт һәм күргәҙмә стендтар тулыһынса яңыртылған.

Ауырыуҙарға уңайлы булһын өсөн

Район поликлиникаһында анализ тапшырыу эше яйға һалынған. Хәҙер ауы­рыуҙар уларҙы иртәнге сәғәт 11-гә ҡәҙәр генә түгел, ә көндөҙгө сәғәт 3-кә, кисек­тергеһеҙ осраҡта сәғәт 5-кә ҡәҙәр тапшыра ала. Граждандар ҡулында һаҡланған утлы ҡоралға лицензия алыуға, наркотиктарға анализ үтеү өсөн балтастар Өфө ҡалаһына йөрөргә мәжбүр булды, ә былтырҙан был анализ да Балтас үҙәк район дауаханаһында эшләнә. Маты, Тутағас ауылдарында модулле, Штәнде ауылында стационар ФАП-тар асылыуын халыҡ һөйөнөп ҡабул итте.

Үҙәк район дауаханаһына юлдары төшкән пациенттар бындағы ремонт эштәренә иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Шулай уҡ ике фельдшер-акушерлыҡ пунктында ремонт эшләнгән, гараж түбәһе ремонтланған. Үҙ аҡсаларына һәм Мотлаҡ медицина страховка фонды иҫәбенә 25 компьютер, шул ҡәҙәре принтер, күп функциялы биш яйланма, водителдәрҙең спиртлы эсемлек ҡулланыуын асыҡлау өсөн алкоголь парҙарын анализлау ҡорамалы алынған. Пациенттарҙың электрон яҙылыу аша ҡабул ителеүе полик­линикала, стационарҙа сираттарҙың бөтөүенә, медицина ярҙамының һәр кеше файҙаланырлыҡ булыуына юл аса.

Мобиль фельдшер хеҙмәте индерелеүе күп ҡыйынлыҡтарҙы артта ҡалдырҙы. Медицина хеҙмәткәре булмаған ауылдарға көн һайын белгестәрҙең сығыуы ойошторола.

Бында гериатрия ярҙамы күрһәтелә

Республикала беренселәрҙән булып Балтаста халыҡҡа гериатрия ярҙамы күрһәтелә башланы. Әйтеүебеҙсә, үҙәк район дауаханаһында былтырҙан “Һаҡсыл регистратура” тигән яңы пилот проекты тормошҡа ашырыла. Илдең күп төбәктәрендә ғәмәлгә индерелгән яңы проект, ниһайәт, Балтасҡа ла килеп етте. Табиптарға яҙылыуҙы шәфҡәт туташтары Зөбәйҙә Шәмсетдинова һәм Гөлназ Хәйруллина алып бара.
– Полис буйынса терминал ярҙамында ла барлыҡ белгестәргә яҙылып була, – ти өлкән шәфҡәт туташы Әлфиә Мөғәллимова.

Белгестәр әйтеүенсә, яңы проектты ғәмәлгә индереү регистратураға, табиптар кабинетына сират көтөүҙе ҡыҫҡартыуға килтергән.
Ҡалтасы районы һылыуы Гөлнара Фәндәвис ҡыҙы хеҙмәт юлын Балтас үҙәк район дауаханаһында участка терапевы булып башлаған. 6-сы Түбәнге Һикеяҙ участкаһында 18 йәштән өлкән ике меңгә яҡын кеше ошо аҡ халатлы ҡарамағында. Ул аҙнаның билдәләнгән бер көнөндә ауылдарҙа ҡабул итеү ойоштора.

– Участкала I төркөм инвалиды, Бөйөк Ватан һуғышын үткән ветеран, тол ҡалған яугир ҡатындары, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙе үткән биш ир-егет йәшәй. Урынында ятҡан инвалидтар ҙа бар, – ти Гөлнара Миңнуллина. – Балтас халҡы мине үҙ ҡыҙылай ҡабул итте. Эшемде яратам. Коллектив татыу, халыҡ менән аңлашып эшләргә була...

Участка терапевы Мальвина Шәйхетдинова, гериатр Дилара Гәрәева һәм Ләлә Гәрәева, Фәйрүзә Хәмәдуллина, Эрнст Кәримов, Гүзәл Маликова, Рәмилә Сиражетдинова, Луиза Хажимуллина, Резеда Саҙретдинова кеүек тырыш, балтас­тар хөрмәтен яулаған табип һәм шәфҡәт туташтары кешеләр һаулығы һағында тора бөгөн.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509