Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күркәм башланғыстарға юл асалар

Идарасы компанияның эше ырамлы бара.

Олоһо ла, кесеһе лә көтөп алған Яңы йыл байрамы күптән инде артта ҡалды. Ә туймазыларҙың тәьҫораттары йыл буйы күңелдәрендә һаҡланырлыҡ булды. Байрам алдынан урамдарҙа ғына түгел, күп фатирлы йорттарҙың фасадтарында ла күҙҙе ҡамаштырырлыҡ биҙәктәр балҡыны: утыҙға яҡын йорт яҡтылыҡ элементтары менән биҙәлде.

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ида­расы компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡала халҡына күтәренке байрам кәйефе бүләк итте. Был матур йоланы улар киләсәктә лә дауам итәсәк. Байрамдарҙа ғына түгел, көн дә ҡала халҡының уңайлы һәм матур көнкүрешен хәстәрләй коллектив.

Предприятие торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында өлгө итеп ҡуйырлыҡ матур башланғыстарға юл аса. Әйткән­дәй, тармаҡта туҡтауһыҙ барған үҙгә­реш­тәр эшмәкәрлекте ҡатмарлаш­тыра, халыҡта аңлашыл­маусылыҡ, ризаһыҙ­лыҡ та тыуҙыра. Ә бына туймазылар тор­лаҡ хужалары менән үҙ-ара аңлашып һәм берҙәм эшләп ота. Был йәһәттән уларҙың тәжрибәһе республикала өлгө булырлыҡ.

Улар үҙҙәренең “Вестник Управляющей компании” тип исемләнгән гәзитен нәшер итә һәм йорттарға тарата. Гәзит компанияның хеҙмәтенән файҙаланған һәр кемгә үҙ-ара аралашыу өсөн мәғлүмәт майҙаны булып тора. Унда яңылыҡтар, хеҙмәттәр күрһәтеү тәртибе, фатир хужала­рының бурыстары һәм хоҡуҡтары, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө программаһы проекттары һәм унда ҡатнашыу мөмкинлеге, энергия һаҡсыллығы мәсьәләләре, идарасы компанияның, шулай уҡ күп фатирлы йорттар советтарының эшмәкәрлеге асыҡ яҡтыртыла.

Компания етәксеһе һәм белгес­тәрҙең шәхси ҡабул итеүҙәре лә файҙалы үтә. Үткән йылда шул рә­үеш­ле 2,6 мең кешенең мөрәжәғәтен тыңлағандар. Бындай осрашыуҙарға дәғүә менән генә түгел, фекер уртаҡлашырға, тәҡдим индерергә лә киләләр. Тимәк, халыҡ идарасы компанияға ышана. Фатир хужалары һәм әүҙемселәр, йорт советтары етәкселәре менән осрашып-кәңәш­ләшеп тороу көнүҙәк мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә һәм хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға ныҡлы булыш­лыҡ итә. Идарасы компанияның бер нисә тапҡыр республиканың “Асыҡ диалог” акция­һында ҡатнашыуын да билдәләйек.

Көс – берҙәмлектә, тиҙәр бит. Нәҡ шуға ла предприятиеның эше ырамлы бара. Үткән йылда йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылған. Компания ҡарамағын­дағы күп фатирлы ун дүрт йорт ремонтланып, 2,4 мең кешенең торлаҡ шарттары яҡшыртылған. Капиталь ремонт тигәндә, йорттарҙың подвалынан башлап түбәһенә ҡәҙәр һәм бөтә фатирҙарҙағы коммуникациялар, электр һәм газ йыһаздары, йылылыҡ һәм һыу иҫәпләү прибор­ҙары тикшерелә һәм иҫкеләре яңыға алмаштырыла. Предприятие эшмә­кәр­легендә энергия һаҡсыллығы өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Улар хеҙмәтләндергән Туймазы ҡалаһындағы, шулай уҡ Ҡандра, Собханғол, Түбән Троицк ауыл­дарындағы күп фатирлы йорттарҙың тышҡы стеналарын көпләү, иҫкергән тәҙрәләрҙе заманса төрҙәренә алмаштырыу, диодлы лампалар урынлаштырыу, торба үткәргестәрҙе изоляциялау һ.б. буйынса йыл һайын билдәләнгән күләмдә эш башҡарыла, йорт ихатаһы майҙандарына асфальт-бетон түшәлә.

Компания федераль, республика һәм муниципаль дәрәжәләге өҫтөн­лөклө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһында үткән йыл биш күп фатирлы йорт ҡатнашһа, ағымдағы йылда уға ун бер йорттоң инеүе көтөлә. “Капиталь ремонт буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы республика прог­раммаһы”нда ҡатнашырға күп фатирлы 23 йортта йәшәүсе халыҡ теләк белдергән. Үткән йыл идарасы компанияның башлан­ғысы һәм торлаҡ хужаларының теләге буйынса алты йорт “Күп фатирлы иң яҡшы йорт” республика конкурсында ҡат­нашып еңеүсе булған. Уларҙың һәр ҡай­һыһы йөҙәр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнгән. Был аҡсаға балалар майҙансыҡтары ҡорғандар, йорт алдарын төҙөкләндергәндәр. Бәйгелә еңеүселәр, йорт ихатаһы байрамдары ойоштороп, халыҡтың күңелен күтәргән.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә үткән йыл Ирекмән йылы булараҡ билдә­ләнде. Коллектив эшсәндәре был йәһәттән дә үрнәк күрһәткән. Ҡаланың үҙәк паркында һәм йорттар янында ағас ултыртыу буйынса экологик өмәләр үткәрелгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының йорттарында булып, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт­тәр түләүгә сертификаттар тапшыр­ғандар.

Быйыл республика етәкселеге күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйҙы. Предприятие был йүнәлештә эште тағы ла әүҙемләштерә. “Уңайлы башҡорт ихатаһы“ республика конкурсында ҡатнашыу ҙа торлаҡ хужаларында хуплау тапҡан. “Күп фатирлы иң яҡшы йорт”, “Иң яҡшы подъезд” республика бәйгеләрендә быйыл да һынатмаҫҡа иҫәптәре.

Әлбиттә, эште ҡыйынлаштырған мәсьәләләр ҙә бар. Төп фондтар йылдан-йыл иҫкерә. Әммә предприя­тиеның авария-диспетчерлыҡ хеҙмәте төрлө хәлдәргә һәр саҡ әҙер. Ул махсус транспорт, заманса йыһаздар менән тәьмин ителгән һәм иң ҡатмарлы аварияны ла тиҙ арала хәл итергә һәләтле.

Коллективҡа тармаҡтағы бөгөнгө үҙгәрештәр менән йәнәш кенә түгел, хатта бер аҙым алдараҡ барыу хас. Был, тәү сиратта, етәксенең үҙе эшләгән өлкәлә тәрән белемле, заманса әҙерлекле булыуынан килә. Компания директоры Раил Ғафаровҡа ҡалала ошондай баһа бирәләр. Раил Байраҡ улы үҙе былай ти:
— Беҙ тормошто тағы ла мату­рыраҡ, уңайлыраҡ итеү теләге менән янабыҙ. Эштәребеҙ халыҡта яҡлау таба. Был коллективҡа көс-ҡеүәт өҫтәй. Тимәк, уртаҡ уй-ынтылыштар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506