Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аттың яҡшыһы алға сығыр, Егеттең яҡшыһы данға сығыр...

Бәйгеләрҙә ул үҙен Салауаттай хис итә...

Тал сыбығын ат итеп атланып, урамдаш малайҙары менән саң туҙҙырып уҙышып йөрөгәндә үк бәләкәй Винаристың күңелендә сәм осҡоно тоҡанғандыр. “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән” тигән мәҡәл дә тап уға ҡарата әйтелгәндәй. Атаһы һабантуй бәйгеһендә беренселек яулай ине. Улар тиҫтерҙәре менән тәүгеләрҙән булып һабантуйға ат сабышын индергәйне, башлап һигеҙ сапҡынсы саптарҙарын ярыштырғайны. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы егеттәре тәүәккәллектә шулай алдыра килә. Унан һуң атай данын оло улы Айгиз яҡланы – тәғәйен араны ҡоштай елеп осто. Тора-бара ат “ене” Винарисҡа ла ҡағылды.

Вадим улдарын өс йәштән атҡа ултыртты. Ат ялына сат йәбешкән бәләкәй “талпандар”ҙы күреп, атай кеше бер ҡыуанһа, әҙәмдән юғары бейеклек яулаған уландар был мәлдә икеләтә шат ине. Башҡорт ҡаны ҡайнаған йөрәктәргә йүгәнле ат ҡото тәрән тамырҙар ебәрҙе.

– Атайым иҫ белгәндән алып ат тотто. Ат һуғарыр өсөн ағайым менән сиратыбыҙҙы көтөп ала торғайныҡ. Мин бер көн дә атһыҙ йәшәй алмаҫмын кеүек. Бәйгелә үҙемде милли батырыбыҙ Салауаттай хис итәм, яугир ата-бабам рухы терелгәндәй... Ҡулдарҙа ҡы­лыс ҡына юҡ. Ат өҫтөндә башҡорт­лоғом уяна, үҙенән-үҙе күңел йырлай башлай. Атылған уҡ тиҙлеге ме­нән финишҡа ынтылаһың... – Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, ысынлап та, Винаристың күҙҙәре осҡон­ла­нып китә, йөҙөнә милли асылы бә­реп сыға. Эйе, Винаристай егет­тәргә ил киләсәген ышанып тапшы­рырға була, тип эстән генә һөйөндөм.

Винарис Вәлиевтең тәүге еңеүе район һабантуйында Арзамас ҡу­шаматлы атта 13 йәшендә була. Артабан 2016 йылда Ҡараты менән Әбйәлил һабантуйында 13 саҡрым араны үтеүҙә икенсе урын яулай. Үҙҙәре тәрбиәләгән Гранд ҡушаматлы аты менән 2017 йылда Өфөлә ойошторолған республика ат сабышында икенселеккә өлгә­шә. Шул йәйҙә ошо толпары ярҙа­мында Әбйәлил районы бәйге­һендә беренселеккә сыға. Азур исемле аты 13 саҡрымды икен­се бу­лып үтә. Ғафури райо­ны­ның Ҡаранйылға ауылында үт­кән ярышта өсөнсө урынды яулай.

– Үтеләсәк дистанцияла ҡырҡа боролоштарҙың күп булыуы атыма ауыр бирелде. Шунлыҡтан беҙ өсөнсө урынға ғына сыҡтыҡ, – тип һөйләгәнендә әңгәмәсемдең йөҙө­нә моңһоу сатҡылар ятты.


Быйыл Ҡоҙғон-Әхмәрҙә барған ҡышҡы сана ярышында Ҡарат тәүге урынды бер кемгә лә бирмәй. “Ялҡын” ҡушаматлы яңы өйрәтел­гән арғымағы ла финишҡа иң тәүге булып килеп инә.

Я. Хамматов исемендәге баш­ҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Винарис Вәлиев ауылдарында йылҡысылыҡты үҫтереү менән шөғөлләнгән Рим Абдуллин, Дамир Солтанов кеүек булырға те­ләй. Үҙенең киләсәген ошо өлкә­лә генә күрә. Эшҡыуар Нәжиә Динислам ҡыҙы тарафынан йәштәрҙе эскелектән, насар ғәҙәттәрҙән йолоп ҡалыу маҡсатында ойош­то­ролған төрлө ярыш, конкурстарҙың әһәмиәтен юғары баһалай йәш кеше. Нәжиә Вәлиева Винарисҡа ла бәйгеләргә әҙерләнеүҙә даими ярҙам күрһәтә.

Әллә күпме финиш һыҙыҡтарын яулаған Винаристан бәйге барышында осраған көтөлмәгән хәлдәр хаҡында ла һораштым.

– Яҡтыкүлдә ярыш алдынан ғына танышҡан Орликка атланғай­ным. Старт бирелеүе булды – атым күҙ асып йомғансы мине ергә күтәреп һуҡты ла ҡуйҙы. Хайуанҡай ҙа теҙгенен ят ҡулдарға тотторғоһо килмәгәндер инде... Беҙ бит бәйге алдынан аттарыбыҙҙы күңел һа­лып тәрбиәләйбеҙ, ашатабыҙ, еңел булһын өсөн ағын һыуҙа яҡшылап йыуабыҙ. Малҡайҙар ҙа алдан белә бит ул бәйге буласағын. Көй яңғырау менән баҫҡан урындарында бейергә тотоналар, йөрәк­тәре дөпөлдәй башлай. Ҡайһы бер аттар үҙенең алдына башҡа­ларҙы сығармаҫ өсөн йә атты, йә ярышсыны тешләп ала, ҡаршылыҡ күрһәтә. Бәйгеселәр тарафынан да мутлашыуҙар осрап ҡуя: элек ат тояҡтарына ҡаҙаҡ ҡаҡҡандарын ишеткәйнем, ә хәҙер ҡайһы берәү­ҙәр ат моронона һуғып ҡалмаҡсы... Ҡайһылай булһа ла ғәҙел ярыш яҡлымын.


Бәйгенән һуң аттарҙы яндырмау мө­һим. Сабыштан туҡтағас, һыу эсер­мәйбеҙ, атлатып йөрөтөп һы­уын­дырабыҙ. Ҡатай ырыуы йыйы­нында атта көйө ҡул көрәш­тер­ҙек. Уны Ҡатай көрәше тип атай­ҙар. Боронғо йолабыҙҙың терге­ҙелеүе ҡыуаныслы. Алты дәғүә­сене еңергә – аттан ҡолатып төшө­рөргә кәрәк. Был көрәштә беренсе урын яулап, туғандарымды һөйөн­дөрҙөм, – тип ихлас әңгәмә ҡорҙо бәйге батыры.


Эйе, әле үк төрлө ярыштарҙа ҡа­нат нығытҡан егетебеҙ тормош бәйгеләрендә лә һынатмаҫ. Яулар фиништарың күп булһын, яңы еңеү­ҙәреңде ишетеп, беҙ ҙә һинең менән бергә шатланырбыҙ, Винарис!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509