Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йоҡламаһам, кеше түгелмен
Насип исемле танышым бар минең. Мәҙәниәт техникумын тамамлағас, ауыл мәктәбендә баян түңәрәген алып барғанын белә инем. Бер мәл Өфөлә осраттым. Ярты йыл ғына эшләгән дә бөтөнләйгә һыҙған икән.

– Ҡуй, ауылда йөрөр өсөн уҡығанмы мин?! Өфө сәхнәләрен гөрләтер кеше ул үҙем, – тип сығып китеүенең сәбәбен аңлатты ул. – Бына филармонияға барырға йыйынып йөрөйөм. Алырҙар тип уйлайым.

– Һине лә алмағас, кемде алһындар! – тип хуплайым Насипты. – Бына тигән буй-һын. Баянда бер һыҙҙырып ебәрһәң, хатта үлгәндәр тороп ултырыр әле.

– Шулай шул! – Танышымдың ауыҙы йырылды.

Күп тә үтмәй, яҡташымдың, ысын­лап та, концертта баянда һыҙ­ҙырғанын күреп, ифрат ҡыуан­дым. Бирелеп уйнаны, халыҡ та оҡшатты. Һуңынан ҡат-ҡат сәхнәгә сығарҙылар. Насипты сәхнә артынан барып табып, ҡыуаны­сымды белдерҙем, ҡотланым.

Унан һуң шаҡтай ваҡыт үтте. Көндәрҙең береһендә Насипты тағы урамда тап иттем. Хәл-әхүәл һорашҡас, ул:
– Филармониянан киттем, – тине.

– Ниңә? Урының тап шунда ине бит.

– Кит, шул да булдымы эш! – Насип ҡулын һелтәне. – Өйгә лә йоҡҡан юҡ. Гастролдәрҙән тамам арыным. Көн буйы юлда, төн буйы юлда. Режим боҙолоп бөттө. Ә мин саҡ ҡына йоҡламаһам, кеше түгел.

– Хәҙер ҡайҙа эшләйһең?

– Әлегә урынлашмағанмын әле.

– Тиҙерәк эш тап инде. Ҡалала аҡсаһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк, – тип кәңәш биргән булам.

– Ҡатын эшләй ул, – Насип етди генә яуапланы.

– Икәүҙеке икәү булыр ине.

– Минең ҡатын шәп ул. Бер урында келәт мөдире, ике урында иҙән йыуа. Тырыша инде.

– Шулай ҙа эш табырға кәрәк.

Танышыма уңыштар теләп хушлаштым. Бынан һуң да һирәк-һаяҡ булһа ла аралашып, һөйләшеп торҙоҡ. Күңеленә ятҡан эш таба алмай аҙаплана. Бер урында – ярты йыл, икенсеһендә – өс, өсөнсөһөндә бер ай түҙгән. Эштән китеүенең сәбәптәре лә төрлөсә: береһендә ниндәйҙер иҫкәрмә яһағандар, икенсеһендә гел аяҡ өҫтө торорға тура килгән йә ауырып киткән.

Йәнә бер осрағанда танышым йүнле генә эш таба алмауына зарланғас, үҙемдең янға, балалар баҡсаһына, эшкә саҡырҙым.

– Беҙҙә буш урын бар. Яңыраҡ ҡына бер ҡарауылсы китте.

– Шулаймы? Ҡайһылай һәйбәт! Нисек эшләргә?

– Бер төн эшләйһең, ике көн ял, – тип таныштырам Насипты. – Хатта ашарға ҡалдыралар.

– Ысынмы? Быныһы бигерәк тә яҡшы. – Яҡташымдың күҙе бәзләп китте. – Ашайһың да йоҡлайһың – ҡайһылай шәп!

Насипты үҙемдең янға алыуға үҙем дә ҡыуандым. Кәрәк булһа, бер-беребеҙҙе алмаштырырға уңайлы булыр, сөнки был минең төп һөнәрем түгел. Әлегә лә баяғы, иш янына ҡуш булһын тип урынлашҡайным. Үҙ кешең үҙ булыр әле.

Шулай итеп, Насип эш башланы. Тәүге төндә ойоп ҡына киткәйнем, телефон шылтыраны. Яҡташым ине.

– Ҡара әле, ике тоҡ бәрәңге килтерҙеләр. Нисек керетәйем икән? – тип һораны Насип.

– Нисек тип ни, күтәрәһең дә индерәһең.

– Нисек күтәреп? Бик ауыр ҙа ул. Билде ауырттырып ҡуйһам.

– Күтәрә алмаһаң, һөйрәтеп индер.

– Ярай.

Таң алдынан телефон шылты­рағанға йәнә ҡотом осоп уяндым. Туғандар менән бер-бер хәл булмағайы. Ҡараһам, әлеге лә баяғы Насип.

– Һөт, ҡаймаҡ килтерҙеләр, нимә эшләтәйем?

– Һыуытҡысҡа ҡуй.

Бер көн эшкә сыҡты танышым, ике көн ял иткәс, тағы ла. Өсөнсө көнгә тағы шылтырата:
– Мин бөгөн бармайым, – тимәһенме!

– Нисек инде улай?

– Йоҡлап булмай бит. Инде ойоп киттемме тиһәм, ун икеләрҙә һөт килтерәләр, ә таң алдынан тәмле йоҡоно бүлеп – икмәген. Мин иртән рәхәтләнеп йоҡла­маһам, кеше түгелмен. Ә йоҡ­ла­мау организм өсөн зарар­лы. Ҡыйығың китеп барһа, кемгә кәрәкһең?! Шул ла булдымы эш. – Яҡташым тағы әллә нимәләр әйтеп зарланыр ине лә, башҡаса тыңлай алманым...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840