Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төҙөк ҡалала йәшәү ҙә күңелле!
Нефтекамаға килгән ҡунаҡтар һәр ваҡыт ҡаланың йыйнаҡ һәм таҙа булыуын билдәләй. Был ысынлап та шулай, сөнки ҡала биләмәһендә төҙөкләндереү эштәренә ҙур иғтибар бирелә. Ошо йүнәлештәге программаларҙа ҡатнашыуға ла бик етди ҡарайҙар бында. Мәҫәлән, ике йыл рәттән инде Нефтекама “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”ның финалына үткән проекттар һаны буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Тәүге йылдарҙа бында 20-шәр проект тормошҡа ашырылһа, былтыр 31 башланғыс финалда еңеп сыҡҡан.

“Ҡала мөхите” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “2018 – 2022 йылдарға Башҡортостан Республика­һының Нефтекама ҡалаһы ҡала округында заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы ла – уңышлы башлан­ғыстарҙың береһе. Унда ҡатнашыуҙың төп маҡсаты төҙөкләндереү эштәренә урындағы халыҡты йәлеп итеүгә, кешелә үҙе йәшәгән төйәккә һаҡсыл, хужаларса мөнәсәбәт тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала.

Уҙған йылда проектты ғәмәлгә ашырыу барышында күп фатирлы йорттар янындағы 21 ихата төҙөкләндерелеп, барлығы 31,2 миллион һумға торошло эштәр башҡарылған. Был сумманың 28 миллионы – федераль бюджеттан, өс миллион һумдан ашыуы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Ихаталарҙағы юлдарҙа – 29,6 мең квадрат метр майҙанда асфальт яңыртылған, ҡайһы бер урындарҙа юлдар киңәйтелеп, бордюрҙар алмаштырылған. Был эштәргә идарасы компаниялар ҙа йәлеп ителгән: улар тарафынан яңы эскәмйәләр ҡуйылған, балалар уйын майҙансыҡтары тәртипкә килтерелгән.

Проект сиктәрендә башҡарылған барлыҡ эштә халыҡ та туранан-тура ҡат­наша, сөнки ҡайҙа нимәне төҙөкләндереү берҙәм хәл ителә. Әммә ябай кешеләрҙең ҡатнашлығы бының менән генә тамамланмай, улар эш барышын даими контролдә тота, башҡарылғанды ҡабул итеү процесында ла ҡатнаша. Шулай уҡ ҡала халҡы үҙ ихатаһында өмәләр уҙғарып, хәленән килгәнсә подрядсы ойошмаларға ярҙам итә.

“2018 – 2022 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округында заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу барышында тағы ла бер ҙур эш башҡарылған: ҡаланың төп сәхнәһе янындағы сквер өр-яңы төҫ алған. Был эштең дөйөм суммаһы – 15,4 миллион һум. Шуның 11 миллионын – федераль бюджет, 4,3 миллион һумын республика бүлгән.

Сквер биләмәһендә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар яңыртылған, велосипедта йөрөү өсөн махсус юл һалынған, 60 эскәмйә ҡуйылған. Көҙ дауамында газон үләне сәсеү, ағастар ултыртыу менән шөғөлләнгәндәр.

Сквер тулыһынса яҡтыртылған: 52 декоратив төҫлө фонарь һәм 16 светодиод яҡтыртыу ҡорамалы ҡараңғы мәлдә әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып тора.

– Ғөмүмән, бындай программаларҙа ҡатнашыу федераль һәм республика бюджеттарынан өҫтәмә аҡса алыуға, шул арҡала күләмле төҙөкләндереү эштәре атҡарыуға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә ҡалабыҙ тағы ла күркәмләнә, төҙөкләнә, – ти хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Гөлнара Ғилемханова.

Ысынлап та, был йәһәттән нефте­камаларҙың телгә алып һөйләрлек, атап күрһәтерлек эштәре етерлек. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте менән “Планета” сауҙа үҙәге араһындағы парк та нәҡ әлеге программаны ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә яңы һулыш кисергән. Бында ла йәйәүлеләр өсөн юлдар, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр яңыртылған.

Был йүнәлештәге эштәрҙе быйыл да әүҙем дауам итмәксе нефтекамалар.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне
Фото: Автор һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508