Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тау Мөхәммәткә бармаһа...
Нефтекама табиптары халыҡ сәләмәтлеген тикшереүҙең уңайлы юлын тапҡан.

Бер кемгә лә сер түгел, халыҡтың күпселек өлөшө даими рәүештә табиптарға күренеүҙе, сәләмәтлеген тикшертеп тороуҙы ауыр мәшәҡәт күрә. Кемдер ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана, икенселәр сиратта торорға яратмай... Һөҙөмтәлә, сире тамам аҙғас, хәлдән тайғас ҡына, табипҡа ярҙам һорап килгәндәр һаны арта.

Нефтекама ҡала дауаханаһының баш табибы Альбина Кузнецова әйтеүенсә, медицина учреждениеһы үткәргән статистик тикшереү һөҙөм­тәләре уйланырға мәжбүр итә: баҡ­ти­һәң, ҡала халҡының 49 проценты йылдар буйына дауаханаға мөрә­жәғәт итмәй икән. Уларҙың күбеһен эшләгән кешеләр тәшкил итә. Ә бит тотош ил күләмендә тап ана шул хеҙмәткә яраҡлы йәш­тәгеләр ара­һында үлем күрһәткесе юғары. Табиптар әйтеүенсә, йылына бер тапҡыр булһа ла табипҡа күренеп тороу ғәҙәте булһа, бәлки, был үлемдәрҙе кисектереп булыр ине. Әлбиттә, ошондай шарттарҙа ауы­рыуҙы ваҡытында асыҡлау мөмкин­леге сикләнә. Шуны иҫәпкә алып, онкологик патологияларҙы иртә асыҡлау маҡсатында Нефтекама дауаханаһында махсус программа булдырылған һәм онкорейдтар ойоштороп, табиптар үҙҙәре эшселәр янына йөрөй башлаған.

– Беҙ был сараны “онкорейд” тип атаныҡ. Тикшереү барышында ке­шенән бер нисә төрлө анализ алына. Ауырыуҙы ни тиклем алдараҡ асыҡ­лаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ, дауаланыу иртә башланһа, сирлеләрҙең 85 процентын сирҙән арындырып була. Ә яман шеш, белеүебеҙсә, үҙен тәүге стадияларҙа һиҙҙермәй, шу­ға ла ауырыуҙар дауаханаға мөрә­жәғәт итмәй, шул сәбәпле ауы­рыуҙар файҙаһына булған ҡәҙерле ваҡыт юғала. Аҙаҡ инде һуң булыуы бар, – ти баш табип Альбина Кузнецова.

Анализдар сир барлығына ишара яһаһа, пациентҡа киңерәк тикшереү тәғәйенләнә, ул УЗИ, маммография үтеүгә оҙатыла. Был тикшереүҙәрҙең барыһы ла бушлай эшләнә.

Әйтергә кәрәк, Нефтекаманың ойошма һәм предприятие коллективтары онкорейдтарҙы бик риза булып ҡабул итә. Беренсенән, тикше­реүҙәр хеҙмәт урынында үткәрелә, эшселәр етәкселектән һорап китмәй, икенсенән, шунда уҡ улар киң медицина тик­шереүе лә үтә ала. Табиптар, исемлекте алдан алып, документтарҙы әҙерләп алып килә, был ваҡытты дөрөҫ бүлеү, күберәк кешене ҡабул итеү мөмкинлеген киңәйтә.
Ҡаланың “Искож”, “НКМЗ”, “Нефтекамскводоканал”, “Үҙәк баҙар” ке­үек ойошмалары беренселәрҙән булып онкорейдты ҡабул иткән. Уларҙа меңәрләгән кеше тикше­релгән.

– Хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә медицина тикшереүе үткән йәки үҙҙәрендә табип йәки шәфҡәт туташы булған ойошмаларҙа хәлдәр сағыш­тырмаса яҡшы. Ә бына ҡайһы бер предприятиеларҙа йылдар буйына табипҡа күренмәгән кешеләр бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асыҡланған сир осраҡтарының күбеһе шундай ойош­маларға тура килә, – ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.

Бындай рейдтар уҙған йылдың сентябренән генә үткәрелә башлаһа ла, бөгөнгәсә 7500 кеше тикшереү үткән, шуларҙың 65 проценты – сәнәғәт предприятиелары хеҙмәт­кәрҙәре. Һөҙөмтәлә биш кешелә рак сире асыҡланған, 252 хеҙмәткәрҙә сир хәүефе табылып, артабан тик­шерелеүгә йүнәлтелгән.

Дауахана хеҙмәткәрҙәре был эште киләсәктә лә дауам итеүҙе планлаштыра. Бының өсөн ойошма һәм предприятие етәкселәре менән уртаҡ тел табыу, хеҙмәткәрҙәрҙең тикшереү үтеүгә риза булыуы мотлаҡ. Табиптар эш биреүсе­ләрҙең, етәкселәрҙең был башланғысты яҡлауына, аңлы ҡарашына иҫәп тота.

Әдип Арыҫланов – Нефтекама ҡала дауаханаһының онкология бүлеге мөдире, муниципаль-ара онкология үҙәге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм атҡаҙанған табибы. 2017 йылда ул республиканың “Иң яҡшы онкологы” тип таныла.
Әдип Ғаяз улы – ғүмеренең өс тиҫтә йылын медицинаның ошо ҡатмарлы өлкәһенә арнаған тәжрибәле табип. Нефтекама ҡала дауаханаһы базаһында булдырылған муниципаль-ара онкология үҙәге етәксеһе булараҡ, Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле райондары, Яңауыл, Ағиҙел ҡалалары халҡына ла консультатив ярҙам күрһәтә.

– Бер кемгә лә сер түгел, яман шеш – бөгөн иң ҡурҡыныс һәм киң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Бөтә донъяла рак диагнозы ҡуйылған, был сирҙән вафат булған кешеләрҙең һаны арта бара. Беҙ ойошторған “онкорейд”тарҙың төп маҡсаты – яман шеште башланғыс стадияһында, йәғни мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, мөмкин тиклем күберәк кешене әлеге афәттән аралап ҡалыу. Әммә шуны билдәләгем килә: был ауырыуға ҡаршы көрәштә табиптарҙың ғына тырышлығы аҙ, кеше үҙе лә сәләмәтлегенә һаҡсыл, уяу мөнәсәбәттә булырға тейеш, – ти тәжрибәле онколог Әдип Ғаяз улы.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне
Фото: Автор һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840