Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Татыулыҡ һәм дуҫлыҡ – баһалап бөткөһөҙ байлыҡ

Кама буйын төйәк иткән милләттәрҙе тап ошо ҡиммәттәр берләштерә.

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең сәнәғәт, мәғрифәт һәм мәҙәни үҙәге булып танылған Нефтекама ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихы был яҡтарҙа “ҡара алтын” ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлауға бәйле. 1959 йылда Кәсәү ауылы янында нефтселәр һәм төҙөүселәр ҡасабаһы ҡалҡып сыға, ә 1963 йылда ул Нефтекама ҡалаһы исемен ала. Ҡала киң үҫешкән автомобиль юлдары селтәрендә ята, шулай уҡ 20 саҡрымдағы Әмзә станцияһы аша үткән тимер юл ярҙамында илдең төрлө төбәктәре менән тоташҡан. Нефтекамала әле 139 меңдән ашыу кеше йәшәй. Былтыр үҙенең 55 йыллығын билдәләгән ҡаланың социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, киләсәккә аҙымдары ышаныслы.

Ҡаланың бай тарихы һәм бөгөнгө тын алышы менән танышыу маҡсатында тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм Милли мәҙәниәттәр үҙәгенә юлландыҡ.

Музей иҫ киткес бай экспонаттары, нефтселәр ҡалаһының үткә­нен һәм бө­гөнгөһөн сағылдырған үҙенсәлекле диорамалары менән һоҡландырҙы. Дөйөм майҙаны – 1876,9 квадрат метр, йәғни ҙурлығы буйынса республика му­зейҙары араһында икенсе урында тора. Бында директор Галина Копьёва етәкселегендә берҙәм коллектив тупланған.

Музей залдары буйлап үткәндә Нефтекама автозаводы, Ҡарман ГРЭС-ы, машиналар, нефть ҡо­рамалдары эшләү заводы, Әмзә урман комбинаты, еңел сәнәғәт һәм башҡа предприятиеларҙың барлыҡҡа килеү тарихы, эш күрһәт­кестәре менән яҡындан танышырға мөмкин. Әлбиттә, күп кенә экспонаттар һәм диорамалар нефтселәргә арналған. Уларға ҡарап, бынан 55 йыл элек “ҡара алтын” ятҡылыҡтары үҙләште­релә башланған киң яланда яңы ҡаланың нисек барлыҡҡа килеүен дә күҙ алдына баҫтырырға мөмкин.

Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, тәртип һағы өлкәләренә лә тотош стендтар арналған. Ҡала йөҙөн билдә­ләгән шәхестәр, хеҙмәт алдынғылары, почетлы граждандар хаҡында ла бай мәғлүмәт тупланған. Был төбәкте төйәк иткән милләттәргә тотош залдар бағышланған, уларҙа башҡорт, татар, рус, мари һәм башҡа халыҡтарҙың көнкүреше, йола, милли кейем, аш-һыу үҙенсәлектәре асыҡ сағылыш тапҡан.
Артабан ошо уҡ бинала урынлашҡан Милли мәҙәниәттәр үҙәгенә юл тотабыҙ. Ҡунаҡсыл үҙәктең директоры Нәфисә Нәбиева, беҙҙе ихлас сәләмләп, төрлө милләттәрҙең ижтимағи ойошмаларын бергә туплаған йорттоң эшмәкәрлек йүнәлештәре менән таныштырҙы. Үҙәк алты милләттең – башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм украин халҡының милли ойошмаларын берләштерә.

– Һәр бер милләт үҙенең айлығын уҙғара. Әле рустар айлығы үтте, улар Дуҫлыҡ кубогын удмурттарға тапшырҙы. Был сара оло тантана рәүешен ала, һәр милләт иң сағыу таланттарын туплап, ҙур концерт әҙерләй. Февралдә Туған телдәр көнөн етди әҙерлек менән билдә­ләйбеҙ. Еңеү байрамында, сентябрҙә Ҡала көнөндә тотош үҙәк менән барлыҡ милләт вәкилдәрен берләштергән “Дуҫ­лыҡ гөлләмәһе” тигән тамаша, костюмдар парады ойошторабыҙ, – тип берләш­мә­нең эш йүнәлештәре менән таныштырҙы Нәфисә Фәтихйән ҡыҙы. – Башҡорт, рус, татар милли үҙәктәре бик әүҙем эшләй. Азербайжан һәм әрмән халыҡтарының рәсми ойошмаһы булмаһа ла, улар ҙа бик әүҙем. Милли байрамдарын, йолаларын бик матур итеп билдәләйҙәр, башҡаларға ла таныталар.

Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Үтәкәев менән уның урынбаҫары, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе Зилә Аҙнабаева – республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе милләт­тәштәребеҙҙе бер ҡорға туплап, халҡы­быҙ рухына тоғро хеҙмәт итеүсе аҫыл зат­тарыбыҙ. Улар үҙ янына илһөйәр, телһөйәр йәштәрҙе туплауға өлгәшкән. Йәштәр ҡоролтайының эшен алып барған Айгөл Йәһүҙина, матбуғат саралары ме­нән бәйләнеш өсөн яуаплы Лилиә Зин­нәтуллина, мәғариф тормошо һәм ағи­нәйҙәр хәрәкәте етәксеһе Гөлсәсәк Яҡшы­ғолова, башҡорт теле уҡытыусылары Роза Хөснуллина һәм Гөлфирә Байбулатова, халҡыбыҙҙың бай тарихы менән ҡыҙыҡһынған Радик Бәхтиев – башҡорт ойошмаһының иң әүҙем ағзалары. Тап шулар ише рухлы замандаштарыбыҙ күп милләтле төбәктә халҡыбыҙҙы таныта, берләштерә.

Мәҙәниәттәр үҙәге – үҙенә күрә тәрбиә усағы ла ул. Бында мәктәп уҡыусылары менән эш яҡшы ҡуйылған. Милли ойошмалар вәкилдәре мәғариф ойошмаларына осрашыуҙарға йыш йөрөй, ҡул эштәре, биҙәүестәр яһау һәм башҡа шөғөлдәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

Нефтселәр ҡалаһында беҙҙең өсөн иң ҙур ҡиммәт – татыулыҡ һәм дуҫлыҡ, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Кама буйҙарын төйәк иткән төрлө милләт кешеләренең бер-береһенең теленә, мә­ҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә сабыр мө­нәсәбәте, ихтирамлы ҡарашы ысын мә­ғәнәһендә һоҡланыуға лайыҡ. Бөгөнгө бол­ғауыр заманда именлектә, тыныс­лыҡ­та йәшәүҙән дә ҡиммәтерәк нимә бар?!


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне
Фото: Автор һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510