Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тоҙҙан ярала сихәт

Шахтерҙарҙың ауырымау сере.

ХIV быуат. Европа. Ҡоторонған чума был ҡитғалағы илдәрҙе бер-бер артлы ялмай. Тарихсылар раҫла­уынса, ошо сир ул заманда 60 миллиондан ашыу (!) халыҡты һәләк итә, күп ҡалалар бөтөнләй кешеһеҙ ҡала. Әммә, ни ғәжәп, шахтерҙар араһында ниңәлер сирләүселәр аҙыраҡ. Уларҙың миҫалына эйәрепме, был афәттән ҡасып ҡотолорға теләпме, шахтаға төшөп ултырыусылар ара­һын­да ла тағунға бирешеүселәрҙең кәмеүен шәйләй башлайҙар. Баҡһаң, тоҙло һауаны еҫкәү был ауырыуҙы ҡурҡытырға, сигендерергә һәләтле икән...

– Шунан бирле тоҙ менән дауалау урындарын “шахта” тип йөрөтәләр, – ти Благовещен ҡалаһындағы Тоҙ шахтаһы менән дауалау үҙәге етәксеһе Руслан Шәйхуллин. – Бындай бүлмәлә үҙенсәлекле микромөхит барлыҡҡа килә, юғары дисперслы ҡоро аэрозоль тоҙо тын юлдарын бактерияларҙан таҙартырға һәләтле.


Ҡатыны Олеся менән уларҙың был шөғөлө социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡарай – бындай урында ҙур табыш көтөлмәй, ләкин хеҙмәт Благовещен халҡы өсөн бик кәрәк. Үпкә сиренән яфаланыусылар, мәҫәлән, ҡалала байтаҡ ҡына. Балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Беҙ бында ололарҙың да, бала-сағаның да бик теләп йөрөгәнен күрҙек. “Бер курс дауаланып алһам, ыңғай йоғонтоһо ярты йылға саҡлы етә”, – тине өлкән йәштәге ҡатын.

Бындағы тоҙ мәмерйәһе – республикалағы иң ҙурыһы. Утыҙ квадрат метр майҙанда ике тонна ярым тоҙ тупланған. Дауалау бүлмәһенең иҙәне йылытыла, шуға күрә унда балалар ҙа иркен ултырып уйнай ала, йылы тоҙға аяҡты тығып ултырырға ла кәңәш ителә.

Дауалауҙың йоғонтоһо нимәлә, тип һорағас, Беренсе Мәскәү медицина университеты профессоры Анатолий Стремоуховтың тәҡдимдә­ренә таянып, хужалар шулай тине:
– Беренсе-өсөнсө сеанстарҙа тын алыу юлында тоҙло аэрозоль киҫәксәләре туплана, өсөнсө-бишенсе тапҡыр дауаланғанда таҙартыу механизмы эшкә ҡушыла: йүткереү һәм тымау көсәйгән һымаҡ була, хатта температура ла бер аҙ күтәрелергә мөмкин, һөҙөмтәлә организм таҙарыныуға табан юл ала һәм артыҡ лайланы сығара башлай. Етенсе-ун икенсе тапҡыр ҡабул иткәндә, тоҙ инде таҙартылған ҡурылдайға тәьҫир итә, ҡан йөрөшөн тиҙләтә, уны файҙалы микроэлементтар менән байыта, артабан организмдың йоғошло вирустарға ҡаршы тороу һәләтен көсәйтә.
Әлбиттә, теләһә кем һәм теләһә ниндәй ваҡытта был дауаланыуҙы ҡабул итеүгә тотона алмай. Йоғошло сирлеләргә һәм юғары температура кисергәндәргә, йөрәк, бауыр, бөйөр ауырыуҙа­рынан яфаланғандарға, мәҫәлән, тоҙ шахтаһында булырға рөхсәт итмәйҙәр. Һәр хәлдә тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Әммә шул уҡ табиптар раҫлауынса, тоҙло һауаны еҫкәп дауаланыу һаулыҡты нығытыуға ҙур этәргес бирә ала, ул кеше организмындағы бөтә системаларҙың эшен йәнләндерә.


Табиптар бындай дауаны йылына ике-дүрт курс алырға тәҡдим итә, етмәһә, уға йөрөгәндә өҙөклөккә юл ҡуйырға ярамай икән, сөнки ошо тоҙ организмда туҡтауһыҙ туплана барғанда ғына дауа йоғонтоло буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506