Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡариҙел буйында ҡалам...”

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар.

Әғзәм ағай Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын үткән, заманы өсөн белемле, тормош көтөргә сәмле ир-уҙаманы була. Колхозда хисапсы, ревизор булып эшләй. Ҡатыны Фәүзиә менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ата-әсә балаларына күркәм тәрбиә һәм белем бирергә, уларҙы бар яҡлап та тормошҡа әҙерлекле итеп үҫтерергә ынтыла. Ошо маҡсатта ауылда башланғыс белем алған улдары Таһирҙы һәм ҡыҙҙары Зиләне Яңауылдағы мәктәп-интернатҡа уҡырға бирәләр.

“Мәктәп-интернат ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе булды, уҡытыусы­ларыбыҙ беҙҙе шәхес итеп тәрбиәләү өсөн ҙур көс һалды. Уларҙың тырыш хеҙмәте минең кеүек бик күптәрҙең киләсәк яҙмы­шында бик тә йоғонтоло булды”, — тип иҫкә ала бөгөн Таһир Әғзәм улы мәктәп йылдарын. Ул тырышып уҡый, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, мәктәптең тынлы оркестрында уйнай һәм оҫта гармунсы була.

Йыр-моңға әүәҫ егет мәк­тәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙә­ни-ағартыу училище­һына уҡыр­ға инә. Йәше еткәс, уҡыуын туҡтатып тороп, йыраҡ Монголияла Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта һәм, училищены уңышлы тамамлап, белгес дипломы ала.

Таһир Мөнировты ул саҡ­тағы тәртип буйынса Ҡариҙел район мәҙәниәт йортона эшкә тәғәйенләйҙәр. Бында ул үҙе менән бер үк училищела белем алған бейеүсе ҡыҙ Рәфиләне осрата. Мөхәббәтле йәштәр гөрләтеп туй яһай, матур, талантлы ғаилә тыуа.

Мөнировтар райондың мәҙә­ни тормошон йәнләндереү, халыҡтың рухын байытыу өсөн ең һыҙғанып эшләй. Улар ойош­торған һәм үҙҙәре лә ҡатнашҡан концерттарҙы ха­лыҡ көтөп ала. Районда ғына түгел, республика кимәлендәге конкурс, фестивалдәрҙә лә тамашасы күңелен яулайҙар.
Ғаиләлә улдары Илсур ме­нән ҡыҙҙары Айгөл тыуа. Балалары ла, ауылдаштары әйткәнсә, сәхнәлә үҫә. Икеһе лә халыҡ бейеүҙәре ан­сам­блен­дә шөғөлләнә. Мөниров­тарҙың бейеүгә оҫта һәм йырлы-моңло ғаиләһе – райондың йөҙөк ҡашы була. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы халыҡ бейеү­ҙәре ансамбленә 35 йыл етәкселек итә. Бейеү коллективында шөғөл­ләнеү­селәр араһынан сәнғәт донъяһын һайлаған күп кенә талантлы йәштәр үҫеп сыға. Ул күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Әйткәндәй, Мөнировтарҙың улдары Илсур ошо ансамблдең солисы була. Ул “Байыҡ” республика телевизион конкурсында бер нисә тапҡыр лауреат булараҡ таныла.

Таһир Әғзәм улы эштән айырылмайынса Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт инсти­тутының иҡтисад һәм идара итеү факультетын тамамлай. Икенсе һөнәргә эйә булыу менән уны банк системаһына иҡтисадсы итеп эшкә саҡыралар. Уны һәр саҡ сәхнә түрендә күрергә яратҡан ауылдаштары хатта күпмелер ваҡыт Мөни­ровтың мәҙәниәткә ҡабат ҡайтыуына өмөтләнә.

“Сәхнәлә йәшлек тантана итергә тейеш”, тип аңлата ул үҙенең һөнәр алыштырыуын. Әммә күңеле һаман да йыр-моңдан айырылмай. Эштән бушаған арала гармунын ҡулына ала ла өҙҙөрөп уйнарға керешә. Бигерәк тә ял көндә­рендә, байрамдарҙа Мөниров­тарҙың йорто шау-гөр килеп тора. Тыуған йортҡа балалар, ейәндәр йыйыла. Илсур менән Айгөл икеһе лә юғары уҡыу йорто тамамлап, тормошта үҙ урынын тапҡан, матур ғаилә ҡорған. Улар атай-әсәйҙәре юлын һайламаһа ла, йыр-бейеү ярата.

Таһир Әғзәм улы байтаҡ йылдар яҡташтарының рухи донъяһын байытып йәшәй, ә бөгөн иһә уларҙың көнкүрешен хәстәрләй. Юғарыла әйтеп үткәнсә, бер нисә йыл банкта эшләгәс, уны райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы идараһы­на эшкә күсерәләр. Унда һөнә­ри баҫҡыстар үтеп, иҡтисад­сынан идара начальнигы вазифаһына күтәрелә.

Тиҫтә йыл самаһы элек районда яңы предприятие – “Монтаж-сервис” яуап­лылығы сик­ләнгән йәмғиәте ойошторола. Уға етәкселекте тармаҡ эшмә­кәрлеген яҡшы белгән Таһир Әғзәм улына йөк­мәтәләр. Предприятие йылылыҡ энер­гияһы, шулай уҡ Ҡариҙел, Ураҙбахты, Чепаш, Болмаҙы, Абыҙ ауылдары халҡын һәм ундағы социаль-көнкүреш объект­тарҙы һыу менән тәьмин итә. Улар ҡарамағында 22 артезиан ҡоҙоғо һәм йөҙ саҡрым һыу селтәрҙәре иҫәпләнә. Эйе, йорттар йылы булғанда, крандарға һыу килеп торғанда, торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ тармағы эшселәренең ауыр, яуаплы хеҙмәте тураһында кем генә уйлана икән?! Ә бит бөгөнгө шарттарҙа ком­муника­ция­ларҙың шаҡтай туҙған­лығын, бигерәк тә ҡышҡы шарттарҙа хәүефле хәлдәр килеп тыумаһын, тормош шарттары уңайлы, йәшәү имен булһын өсөн нисек тырышырға кәрәклеген был өлкәлә эшләү­селәр үҙҙәре генә белә. Предприятие ойошторолған көндән башлап эшләгән мастер Михаил Пастухов, операторҙар Виктор Алябушев, Мәүлемйән Фәйезов, йылылыҡ селтәрҙә­ренә идара итеүсе мастер Фәрис Бикиев һәм уларҙың хеҙмәттәштәре, кәрәк икән, тәүлектең теләһә ҡайһы мә­лендә һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып эшкә тотонорға әҙер.

– Хеҙмәттәштәрем ауырлыҡ­ҡа зар­ланмайынса, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты тырышып, күңел биреп башҡара. Улар үҙ хеҙмәтенең кешеләргә кәрәк­ле­ген тоя һәм шуның менән ғорурланырға хаҡлы. Ундайҙар оло ихтирамға лайыҡ, – тип һөйләй Таһир Әғзәм улы.

Ихтирамға лайыҡлылар ту­раһында һүҙ сыҡҡас, пред­приятиеның финанс-иҡтисади тотороҡлолоғон тәьмин иткән хисапсылар Гөлфирә Шакирова, Дилара Хәбибуллина, Лилиә Әйүпованың һөнәри оҫталығын билдәләргә кәрәк. Ғөмүмән, кемдең ниндәй вазифа башҡарыуына ҡара­маҫ­тан, етәксе һөнәри оҫталыҡты юғары баһалай. Коллективта белемле һәм квалификациялы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй.

Таһир Әғзәм улы йәнә ошондай фекерҙә: хеҙмәт кешеһе ғүмеренең күп өлөшөн эш урынында үткәрә, шуға ла аңла­шып эшләү, үҙ-ара яҡшы мөғә­мәлә булырға тейеш. Был кешеләрҙә кәйеф күтәренке­леге тыуҙыра, илһамландыра, эш тә ырамлы бара. Етәксенең һөйләгән­дәре коллектив тормошона тап килә. Бында эш кешеһенең ҡәҙере бар. Хеҙмәт алдынғыларын Маҡтау грамоталары, премиялар менән бүләкләйҙәр, ҡиммәтле бүләк­тәр бирәләр, район кимәлендә ҙурлайҙар. Уңғандар ижтимағи тормошта ла әүҙем ҡатнаша. Район күләмендәге спорт бәй­геләрендә, мәҙәни сараларҙа талант һәм көс күрһәтәләр.

Ғәҙәттәгесә, етәксенән килә­сәккә ниндәй уй-ниәттәр ҡоро­уы хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.
– Нәҡ йырҙағыса, – тине ул, ихлас йылмайып, – Ҡариҙел буйында ҡалам һәм яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Минеңсә, кеше йәшәгән ерен, ғаиләһен һәм эшен яратырға тейеш, шул саҡта йәшәүе лә күңелле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840