Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерлек яра ул – һуғыш
Ғүмерлек яра ул – һуғыш
Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша.

Дәһшәтле һуғышты үткән ветерандар һаны йылдан-йыл кәмей. Ошо ғәрәсәтле осор онотолмаһын өсөн, уларҙың батырлығы, үҙ-үҙҙәрен аямай илебеҙҙе һаҡлауҙары тураһында йышыраҡ һөйләргә кәрәк. Миҫал өсөн, ғинуар айында 95 йәшлек юбилейын билдәләгән Фәтхулла Тимерғәле улы Тимерғәлин – ошо иҫәптән. Ауыр һуғыш юлдарын үтеп, лайыҡлы тормош кисергән, балалар үҫтереп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән аҡһаҡал ул. 

Фәтхулла олатай 1924 йылда Туймазы районының Балтай ауылында донъяға килгән. Ете йыл­лыҡ мәктәпте тамамлағас, күп балалы ғаиләгә еңелерәк булһын өсөн, ауылда хат ташыусы эшен атҡара башлаған. Ауылдаштарына хаттар яҙырға ярҙам иткән, килгән хаттарҙы уҡып та ишет­тергән, шуға ла ярҙамсыл егетте барыһы ла үҙ иткән. Йәш булыуына ҡара­маҫ­тан, уны агитатор, политинформатор итеп тәғә­йенләп ҡуйғандар.
 
Һуғыш башланыр алдынан Фәтхулланы Свердловск ҡала­һындағы фабрика-завод учили­ще­һына уҡырға ебәрәләр. Бер йылдан ул училищены тамамлап ҡайта һәм, күп тә үтмәй, егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Благовещенск ҡалаһында ҡыҫҡа ваҡытлы пулеметсылар курсын үткәндән һуң, Курск өлкәһенә артиллерия ғәскәренә хеҙмәт итергә ебәрелә ул. Беренсе яраһы – снаряд ярсығы – ветеранды әле һаман төндәрен һыҙлап уята. Икенсе яраһын Днепр аша сыҡҡанда ала. Был яраланыу уның ғүмерен һаҡлап ҡала. Икенсе ярға сығып өлгөргән яуҙаш­тарын дошман ҡырып һала. 

Госпиталдән төҙәлеп сыҡҡас, яугир Фәтхулла йәнә ут эсенә инә. Был юлы инде танктарға ҡаршы һөжүм итеү дивизияһы составында һуғыша. 1945 йыл­дың башында Германия билә­мәһендә Фәтхулла Тимерғәлин етәкселегендәге расчет, командованиенан рөхсәт алмайынса, дошман эшелонына һөжүм итә, сөнки уйланырға ваҡыт булмай. Йә атып ҡалаһың, йә ятып ҡала­һың тигәндәй, расчет командиры секунд эсендә һөжүм итергә ҡарар сығара. Улар яуҙырған артиллерия снарядтары сәпкә тейә: поезд артабан хәрәкәт итә алмай. Был “башбаштаҡлыҡ” арҡа­һында Фәтхулла Тимерғәле улына I дә­рәжә Ватан һуғышы ордены бирелә. 

Фәтхулла Тимерғәле улы Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша. Еңеү байрамы уның өсөн 2 майҙа етә: дошмандар, утты туҡтатып, әсирлеккә төшә. Әммә йәш яугир өсөн һуғыш тамамланмай әле. Еңеү байрамынан һуң уны Польшаға, бандеровсыларға ҡаршы һуғышырға ебәрәләр. Унан һуң ул йәнә Германияла хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышының ике ордены, 11 миҙал менән бүләкләнгән. 

1946 йылдың мартында Фәт­хулла Тимерғәлин тыуған яғына ҡайтып төшә. Йортта яңғыҙ ҡалған әсәһе иптәшкә фатирға ҡыҙ индергән икән. Йәштәр бер-береһенә күҙ һирпеү менән, бер ҡараштан ғашиҡ булалар һәм, күп тә үтмәй, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. 

Ауылға ҡайтыуының икенсе көнөндә үк уны Ҡандра район советы башҡарма комитетының финанс бүлегенә эшкә саҡы­ралар. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа халыҡ аслыҡтан йонсой, техника ҡаҡшаған һәм иҫ­кергән, шуға уңыш күләме ҡырҡа кәмей, колхозсылар үҙҙәренең эше өсөн түбән хеҙмәт хаҡы ала. Шуларҙан тағы һалым йыйырға ла кәрәк. Райондаштарын йәлләп, был урындан китергә мәжбүр була Фәтхулла Тимерғәле улы. Туҡай ауылындағы таҡта ярыу цехына эшкә урынлаша. 

1953 йылда Баҡалылағы ме­ханизаторҙар училищеһына уҡыр­ға инә һәм хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы колхозда комбайн­да, тракторҙа эшләй. 
Ҡатыны Хидая Шәғәли ҡыҙы менән алты бала тәрбиәләп үҫте­рәләр. 64 йыл бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше бөгөн беҙҙең арала юҡ. 

“Минең өсөн иң ауыры – Еңеү көнөндә ауылдағы мемориаль таҡтаташ эргәһенә килеү. Ундағы яҙыуҙарҙы уҡый башлау менән, йәштәштәрем күҙ алдына баҫа. Айырыуса һуғыш яланында ятып ҡалған ике ағайымды йәлләйем. Был юғалтыу – ғүмерлек үкенес”, – ти ветеран. 




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512