Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”.

Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,
Бына беҙ торған урын.
Был ерҙә ғүмер кисергән
Атай-бабайҙар борон,
Йырсылар торған был ерҙә,
Сәсәндәр булған элек.
Ватандың нимә икәнен,
Әйткәндәр былай тиеп:
Һай, Тыуған ил, Тыуған ил!
Тыуған ил ул – тыуған ер,
Атай кейәү булған ер,
Әсәй килен булған ер,
Батырға дан биргән ер,
Халҡына һан биргән ер,
Ана шул ер – Тыуған ил,
Ана шул ил – тыуған ер...


Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең был шиғырын нисәмә быуын әҙәбиәт һөйөүселәр яратып уҡый. Уны телгә алыу менән ошо шиғыры иҫкә төшә лә инде. Быйыл — шағирҙың сираттағы юбилейы. Ошо уңайҙан 50 йыл педагог булып эшләгән ҡыҙы Флорида Рәшит ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ғүмере буйы балаларға белем биргән ханым һөйләшеү барышында үҙенә ҡарата тәрән ихтирам тойғоһо уятты. Яҙыусының ижадынан тыш, уның күркәм холоҡло балалары ла ҡалған.

“Хат яҙыуҙан ғына туҡтама!”

— Кем ул Рәшит Ниғмәтиҙең балалары, Флорида апай?
— Атай-әсәйебеҙҙең өс балаһы булдыҡ. Мин — иң өлкәне, унан һеңлем Лариса бар ине. Ҡаты ауырып вафат булды. 1943 йылғы ҡустым Нур иҫән-һау.

Ларисаның төҫө булып ҡыҙы Алина ҡалды. Уның үҙенең ике балаһы бар. Уларҙың барыһын да үҙ балаларым кеүек күрәм, Алинаныҡылар – минең ейәндәрем. Үҙ балаларым булманы. Икәүләшеп йәшәнек беҙ Наил менән. Ул Мәскәүҙә ГИТИС-ты тамамлаған артист ине, ғүмере буйы телевидениела эшләне. Наил Тибеев тип беләләр уны, тауышына зыян килеп, сәхнәнән китте, әммә барыбер ижад донъяһынан айырылманы.

Нур Киевта йәшәй, Ленинградта политехник институтын тамамланы һәм атом реакторҙары буйынса белгес булып китте. Уҡыуын тамамлау менән ябыҡ ҡала Димитровградҡа ебәрҙеләр. Унда атом реакторҙарын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты урынлашҡан. Ул бергә уҡыған ҡыҙға – Татьянаға өйләнде. Шул ҡалала уларҙың ике улдары – Марат менән Максим тыуҙы. Бөгөн Нурҙың алты ейәне бар. Марат та, Максим да өсәр бала үҫтерә. Тәүгеләре — малайҙар, шуға күрә Нур һәр ваҡыт ейәнсәрем булһа ине тип теләй торғайны, бына хәҙер ике ҡыҙ ҙа үҫеп килә. Элегерәк унда йыш ҡына барғылай инем, әммә хәҙер хәлдәр башҡасараҡ.

Беҙҙең Нур бик матур тәрбиә алып, иҫ киткес һоҡланғыс холоҡло булып үҫте. Ул ҡатын-ҡыҙға бик тә итәғәтле, ихтирамлы. Ҡатынына, килен­дәренә мөнәсәбәте бик йылы. Татьяна иренән уңды, тип иҫәп­лә­йем. Быны ҡустым булған өсөн тү­гел, ә уның күркәм холҡон яҡшы белгәнгә әйтәм. Ул беҙҙең өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙер. Нур шул тиклем ҡыҙ бала һөйөргә теләгәйне, хыялы тормошҡа ашты. Оло ейән­дәре бер-бер артлы үҫеп, Канадаға, Америкаға, Италияға уҡырға сығып китте, килендәре ҡыҙҙар тапты. Ә ҡыҙ балалар икенсе төрлө була. Улар шул тиклем яғымлы, ола­тайҙарын яратып тора. Нур яңынан йәшәй башлаған кеүек булды. Шул тиклем ейәнсәрҙәре менән мәж килә, бөтә һөйләгәне лә улар.

Шулай бер барғанда 12 кеше табында ултырабыҙ, һәм улар миңә: “Башҡортостан хаҡында һөйләгеҙ әле!” – тиҙәр. Нимә генә әйтһәм дә, йотлоғоп тыңлайҙар. Бигерәк тә Максим бик ентекле һөйләтә ине. Балаларға ҡыҙыҡ бит инде. Былай улар Өфөнө белә, ҡайтҡандары ла бар, әммә яңы мәғлүмәттәр һорап, ҡабат иҫкә алырға яраталар. Ҡай­тырға ваҡыт етһә, Нурҙың күҙҙәренә йәш эркелә: “Флорида, берүк хаттарыңды ғына туҡтатма, зинһар өсөн, яҙып тор беҙгә!” – ти ул.

— Аҙаҡҡы тапҡыр ҡасан күрештегеҙ?
— Алинаның өлкән улы Сабир менән аҙаҡҡы тапҡыр 2013 йылда барғайныҡ. Мин башҡортса һөйлә­шә белмәйем. Лариса ла һөйләш­мәне тиерлек. Сабир ҙа белмәй. Ба­ла саҡтан башҡорт телен бик яҡ­шы белдем: 1943 йылда Өфөгә кил­гәндә, бары башҡортса ғына һөйлә­шә инем. 1-се класҡа барғас, уҡы­тыусының ни әйткәнен дә аңла­майым. Мәктәптән ҡайтам, унда ни һөйләгәндәрен аңлатып та бирә алмайым.

Атайым тәбиғәте менән педагог ине. Әйткәндәй, был яҡлап уға оҡшағанмын. Ул мәктәп хәлдәрен һорашып ҡарай, бер ни ҙә әйтә алмайым. Ошо рәүешле дәфтәрҙә­ремдә “1” йә “2”-ле баһаларының һибелеп китеүен күреп, әсәйем менән икәүләшеп ултырып, миңә урыҫ телен өйрәтеү тураһында һөйләшә. Атайҙың: “Сания, беҙгә һинең менән урыҫ теленә күсергә тура килә инде”, – тип әйтеүе булды, әсәйем китте туҙынып: “Нисек итеп кеше үҙенең туған телен оноторға тейеш инде ул? Булмай! Унан һуң улар тик урыҫса ғына һөйләшәсәк”.

Атай үҙ һүҙен әйтте: “Сания, һин беләһең, мин туберкулез менән ауы­рыйым. Күпме генә ғүмерем ҡал­ған, берәү ҙә әйтә алмай. Фло­риданың яҡшы уҡыуы, белемле булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Ул бит иң өлкәне, артынан Ларисаны, Нурҙы эйәртергә тейеш буласаҡ. Урыҫса белмәһә, ул бит бер ҡайҙа ла уҡырға инә алмаясаҡ, имти­хан­дарҙы башҡортса биреп булмай, шуға күрә балаларҙы белемле итеү яғын хәстәрләйек, зинһар!” – тине.

Мин башҡортса аңлайым, уҡый ҙа беләм, әммә ана шул һөйләшеү практикаһы аҙыраҡ булған. Ҡаның­да булғас, телде аңламау мөмкин түгел. Лариса менән ирем Наил телевидениела эшләне, театрға йөрөйбөҙ, шуға күрә башҡортса белмәйбеҙ, аңламайбыҙ, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Беҙ һәр ваҡыт башҡорт мәҙәниәтенә, рухиәтенә ынтылдыҡ, сөнки атайҙың яҙғандарын да төп нөсхәлә уҡырға тырыштыҡ. Әммә башҡортса һөйләшергә һәр саҡ тартындым, сөнки Наил миңә, телмә­реңдә акцент бар, тине. Шуға ла башҡорттар араһына барып эләк­һәм, бигерәк тә урыҫса һөйләшергә тырышам, сөнки улар һымаҡ матур итеп әңгәмәләшә белмәүемдән уңайһыҙланам. Телде боҙоп һөйләгәнде яратып етмәйем.

Нурға ла ҡайһы саҡ башҡортса өндәшәм, тик ул ун ете йәшенән Өфө­нән сығып китте, шуға күрә аралашыуы самалы. Тик ул һәр ва­ҡыт таҙа итеп башҡортса һөйлә­шә алмауына, ейәндәренең баш­ҡортса белмәүенә бик әрней. Атайҙың яҙғандарын төп нөсхәлә рәхәтләнеп, кинәнеп уҡырға ине лә бит, ти ул. Ә телде атайым кимәлендә аңлар, тойор өсөн беҙгә күп ваҡыт кәрәк. Ул бит башҡорттар араһында үҫкән, телдең бар моңон, нескәлеген һеңдереп үҫкән кеше.

Бала сағым Туймазыла, Өфөнөң Ленин урамында үтте...

— Һеҙ Ленин урамындағы киң билдәле йортта үҫкәнһе­геҙ...
— Эйе, унда башта Ленинградтан килгән зыялылар йәшәгән. Фрунзе исемендәге завод инженерҙары ине улар. Шунан яйлап төбәктәгеләргә лә урын биргәндәр. “Бэто” заводы тип тә йөрөттөләр уны. Беләһе­геҙ­ме, улар шундай юғары мәҙәниәтле, һәр ҡылығы, фиғеле менән зыялы кешеләр ине. Ҡатындарының сәстә­ре өйөп ҡуйылған, затлы кейемдәр, костюмдарының зауыҡлылығын әйтеп тә тормайым. Балалары бөхтә кейенеп, ҙур банттар тағып йөрөй. Беҙ Лариса менән уйнарға сыҡһаҡ, улар бары тик урыҫса һөйләшә һәм, беҙ аралашып һүҙ әйтһәк, аңла­майынса көләләр. Беҙ уңайһыҙ­ланабыҙ. Урыҫсаға ылығыу йәнә лә ана шул йәшәгән мөхиттән дә кил­гәндер инде, сөнки бергә уйнаған балаларҙың беҙҙе аңлауы ла кәрәк бит. Әсәй урыҫса әллә ни белмәһә лә, атай урыҫса ла, украинса ла яҡшы һөйләште, тәржемәләр менән шөғөлләнде. Ул бит балалар йортона тап Украинаға барып эләгә.

— Был хаҡта ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине?

— 1921 йылда илдә ҡот осҡос аслыҡ була. Тап шул йылда Һамар өлкәһенән, Волга буйынан бала­ларҙы йыйып, балалар йортона ебәрәләр. Ер кибеп, уңыш булмай. Ауылы-ауылы менән халыҡ ҡырыла. Чернигов районының өс башҡорт ауылынан ете баланы йыялар. Улар­ҙы Һамарҙағы балалар йортона алып киләләр, әммә унда ла ашарға бер нимә лә булмай тиерлек. Аслыҡ... Шунан Башҡортостан Хөкүмәтенән килеп, Ғәззә апаға был балаларҙы беркетеп, Украинаға ебәреүҙе хәл итәләр. Ул интернатта тәрбиәсе булып эшләгән кеше. Беҙ Ғәззә апаға йыш барып йөрөй тор­ғайныҡ, үҙебеҙҙең өләсәйҙәр күптән гүр эйәһе ине бит инде. Ғәззә апа – ул Фатима Хәмит ҡыҙы Моста­финаның әсәһе. Белеүегеҙсә, улар барыһы ла – Һамар башҡорттары.

Украинала уларҙы яҡшы ҡараған­дар, ашатҡандар. “Беҙ беренсе тапҡыр аҡ ҡалас ашаныҡ, буйға үҫеп киттек, тамаҡ та туйҙы, үҙ-ара тик башҡортса һөйләштек,” – тип һөйләр ине атайым. 1921 – 1923 йылдарҙа Украинала иген уңа, шуға күрә уларҙың хәле яҡшы булған. Унда аслыҡ 1930 йылдарҙа килә. Атайым Украинаны бик яратты, рәх­мәтле булды, йыш ҡына Шев­чен­коның китаптарын уҡыр ине. А. Пуш­киндың “Полтава”һын украин телен­дә уҡыны. Шунан мин урыҫса тексты алып, сағыштырып ҡарайым. Атай тәбиғәттән әҙәпле кеше ине. Уның беҙҙе әрләгәнен дә хәтерләмәйем, әммә бер генә ҡарауы ла етә, һәм беҙ нимәлер дөрөҫ эшләмәгәне­беҙҙе аңлай инек.

— Рәшит Ниғмәтиҙең тыуған көнө бер ерҙә – 29 ғинуар, икенсе урында 9 февраль тип яҙыл­ған. Был нимә менән бәйле икән?

— Стилдәр алмашыныуға бәйле. Элек-электән уның тыуған көнө 29 ғинуарҙа билдәләнде, ә бер мәл килеп уны яңы календарь стиле буйынса 9 февралгә күсерҙеләр. Ҡәберендә лә шулай яҙылды.

Атай туберкулез менән ауырығас, яҙ етеү менән Ағиҙел ярына паркка килеп, боҙ китеүен ҡарар булды. Ҡан төкөрөп ятҡан кешенең үпкә­ләренә саф һауа тулып, иркен тын алып ҡала: “Сания, тағы ла бер йыл йәшәйем әле!..” – тиер ине. Уның был урынды яратҡанын белеп, ҙур ғалим, һоҡланғыс кеше Әхнәф Харисов Зыя Нурыевҡа мөрәжәғәт итеп, ошонда ерләүҙе хәстәрләне.

9 февралдә Өфөлә Һамар баш­ҡорттарын өйөмә йыям, арала­шабыҙ, атайҙы, туғандарҙы иҫкә алабыҙ. Ҡәберенә лә ошо көндә барабыҙ. Әйткәндәй, Ларисаның ейәнсәре лә тап 9 февралдә тыуҙы.

Һамар башҡорттары менән даими аралашабыҙ, улар мине ҡурса­лап тора. Уҡытыусы Дауыт Шәмғу­нов килеп йөрөй. Яҡташтар туғанға әйләнеп бөттө, бында бер туғанда­рым юҡ бит. Миңә 82 йәш, әсәйем­дең туғандары барыһы ла – Туймазыла. Ул шул ҡала ҡыҙы ине. Атайым да ижади эшмәкәрлеген шунда башлаған, гәзит редакция­һында эшләгән.

— Һамар башҡорто Туйма­зыға нисек барып сыҡҡан һуң?

— Ул 1932 – 1934 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ғәли Мансуров тигән егет менән әрме хеҙмәтен үткән. Ваҡыт еткәс, атайҙың Һамарҙа яҡын туғандарын тапмаясағын белеп, дуҫы Ғәли унан: “Рәшит, һин ҡайҙа ҡайтаһың?” – тип һораған. Атай аптырап ҡалған: “Рәсәйҙең ҡайһы төбәгенә булһа ла...” – тигән, сөнки тыуған яғында нәҫел-нәсәбе ҡалһа ла, яҡындары китеп бөткән икән. “Нисек инде Рәсәйҙең ҡайһы төбәгенә булһа ла? Улай ярамай. Һин минең менән Туймазыға ҡайтаһың!” – тигән ул.

Ә улар ғаиләлә алты бала булған: өс ҡыҙ һәм өс егет. Ғәли дуҫы тағы ла былай тип өҫтәп ҡуйған: “Кесе Сания һеңлем кейәүгә лә сыҡмаған. Шулай булғас, беҙ һеҙҙе танышты­райыҡ әле!” Ә бит әйткәне тура килгән, атай менән әсәй ошо рәүешле танышып, матур, татыу ғүмер итте. Әммә мәле-мәле менән бәхәсләшеп китһәләр, әсәй: “Юҡҡа мин һиңә кейәүгә сыҡҡанмын, Рәшит, Васильцовты һайларға кәрәк булған!” Ни өсөндөр ул һәр саҡ был кешене фамилияһы менән әйтә ине. Кем булғандыр инде ул?

Шунан атай йөрөй-йөрөй ҙә: “Сания, һин, ысынлап та, миңә сыҡҡа­ныңа үкенәһеңме ни?”– ти. Әсәйем көлөп ебәрә лә: “Асыу менән ни генә әйтмәҫһең!” Ә улар бер-береһен тәрән аңлап, хөрмәт итеп йәшәне. Беҙгә лә матур тәрбиә бирергә тырышты. Барыбыҙҙы ла уҡыттылар. Бик рәхмәтлебеҙ уларға. Әсәйем бик хәлле ғаиләлә үҫкән, ғүмере буйы өйҙә торҙо. Туймазы ҡалаһының Суворов урамындағы 6-сы йортта йәшәгәндәр. Әсәйемдең әсәһе, Хәҙисә өләсәй, Петербургта Бестужев курсында уҡыған. Хәҙер бит шәжәрәләр төҙөлә, шуларға ҡарап, туғандарыбыҙҙың зыялы­лығына, белемле булыуына һоҡла­нам! Шунда хәрби академияла Ғәбдрәхим Мансуров та уҡыған булған. Ана шулай танышып киткән олатай менән өләсәй.

Олатай Туймазыға ҡайтып, өлә­сәйҙең ата-әсәһенән фатиха алып, улар Райман ауылына күсеп киткән. Унда мин бер ҙә булғаным юҡ. 1943 йылда беҙ Туймазынан сығып киткәнбеҙ, шуға миңә ул ауылда булырға тура килмәне. Өләсәйебеҙ бая алдан әйткән өс ҡыҙҙы һәм улды тапҡан кеше лә инде.

Кесе улы һуғыш яланында ятып ҡалған. Өләсәй бик талапсан, хатта уҫал булған. Шулай булмай ни, анау йылдарҙа балаларын нисек аяҡҡа баҫтырыр ине улайһа! Туймазы аша үтеп барғанда, бело­чехтарҙың бер отряды Райманға килгән. Кемдер аҡтарға, бына был йортта ҡыҙыл­армеец бар, тип әйткән һәм килеп ингәс тә олатайҙы штык менән сәнскәндәр. Ул ярты йыл яфаланып, ҡорһағы эренләп, бик интегеп үлгән.

Өләсәй алты бала менән бер үҙе ҡалған. Әлбиттә, уларҙың булған мөлкәтен тартып алғандар, әммә йорто һәм алты балаһы ҡалған. Суфия исемле ҡыҙы юлда, поезда холеранан үлеп ҡалған. Әсәйем ни мәктәпкә бара алмай яфаланған, ни комсомолға инә алмай аптыра­ған, сөнки бай балаларына урын юҡ, тигәндәр. Ул мәҙрәсәлә ғәрәп телендә белем алған. Атай менән үҙ-ара ла тик ғәрәпсә яҙышты. Ул урыҫса яҙырға үҙаллы өйрәнде.

Тәбиғәте менән зыялы ҡустым Нур

— Нур ағайҙың ғаиләһе менән ҡыҙыҡһыналар. Сайт аша һорау килде.
— Ул институтты тамамлағас, Димитровградҡа юлланды, тип әйткәйнем инде. Унда ул кандидат­лыҡ диссертацияһын яҡланы. Атай яҡты донъянан киткәндә, Нурға 16 йәш ине. Ул шул мәлендә үк өлкә­нәйгән кеүек тойолдо. Нур бик тотанаҡлы, бөтәбеҙ тарафынан да бик яратылған, һөймәлекле бала булды. Ларисаның ейәне Сабир уға оҡшаған.

Ул Ленинград политехник институтын тамамланы. Бергә уҡыған ҡыҙ­ға өйләнде. Ә инде атом сәнә­ғәтендә эшләй башлағас, уларға йәшләй бала табырға кәңәш иткән­дәр, сөнки аҙаҡ һаулыҡҡа зыян ки­ле­үе ихтимал. Ана шулай бер-бер артлы Марат менән Максим тыуҙы.
— Уның ҙур вазифаларҙа эшләгәне тураһында уҡыға­ныбыҙ бар.

— Шул йылдарҙа Украинала “Южноукраинская” тип аталған атом станцияһы төҙөлә ине. Нур шунда атом реакторҙарын урынлаштырыу эшен ойоштороуҙа ҡатнашты. Яҡшы йәшәнеләр. Дүрт бүлмәле фатир бирҙеләр. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, Чернобыль фажиғәһе бар донъяға яңғыраны. Ә ул ваҡытта атом реакторҙары буйынса ул Украинала берҙән-бер белгес булып сыҡты. Унда Мәскәүҙән, төрлө илдәрҙән белгестәр йыйылды. Украинаны, хакимиәтте, станция­ларҙы белгән кеше булараҡ, Нур ана шул эшсе төркөмдө етәкләне.
— Исеме лә Нур бит әле!

— Ә беҙ уны оҙаҡ ваҡыт Нурик тип йөрөттөк. Хәҙер хәтерләһәм, аптырап ҡуям. 19 йәшлек егеткә беҙ Нурик тип хат яҙа инек.
— Хәҙер һеҙҙең яратҡан Нурикка нисә йәш инде?

— 75 йәш! (көлә — авт.) Уның балалары тыуғас, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫ­тән, беҙ уға улай тип өндәшеүҙән туҡтағанбыҙҙыр, моғайын. Ул, ҡеүәтле, көслө заттарҙың балаһы булараҡ, бик олпат кәүҙәле булды. Улдарының буйҙары ла 190-ға саҡ етмәй. Атай яғынан да, әсәй яҡлап та туғандарҙың кәүҙәһе ҙур булған. Анау аслыҡ булмаһа, атай үҙе лә бейек булыр ине әле.

Атайҙың 90, 95, 100 йыллыҡ юбилейҙарын үткәргәндә, Диңгеҙбай ауылында булырға насип итте. Ундағы боронғо сырайлы ҡарт­тарҙың зирәк зиһенле булыуына таң ҡалдым! Улар барыһын да хәтерләй, Рәшиттең ҡыҙы тип, мине яҡын күреп һөйләштеләр.
— Бөгөн Нур ағай нисек йәшәй? Гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡлы бит.

– Былтыр Алина ире, балалары менән Сочиға Ҡыҙыл яланға эшкә саҡырылғайны. Уның янына Нурҙың улдары ҡатындары менән килде. Миңә лә фотолар ебәреп торҙолар. Балалары урыҫ, украин телдәрен дә яҡшы белә.

Уның үҙенең дә бында ҡайтып китергә теләге бар, атайҙың ҡәбере­нә баш эйеп китер инем, ти. Ул хә­ҙер башта мине көтә, сөнки ейән­дәрен күрһәткеһе килә. “Мин бөтәһе менән бергә ҡайта алмайым, ә бына беҙҙә барыһын да йыйырға була, кил, һине көтәбеҙ! Шунан күңелем дә тыныс булыр”, – тип саҡыра.

Чернобыль фажиғәһенән һуң Украинала Атом энергетикаһы ми­нистр­лығы булдырылды. Нурға уны етәкләргә тәҡдим иттеләр. Ул фән һәм технологиялар буйынса министр урынбаҫары итеп тәғәйен­ләнде.

Сибәрлек ғүмер өҫтәмәй шул...

— Минең аҙашым, һеңлегеҙ Лариса апай тураһында ла һөйләгеҙ әле?
— Атай яҡты донъянан киткәндә, Ларисаға 19 йәш ине. Ул Лев Николаевич Егоров тигән кеше менән дуҫлашып йөрөй ине, атай был хаҡта белде. 20 йәшендә уға кейәүгә сыҡты һәм 21-е тулыуға Светлананы тапты. Тик бала фажиғәле рәүештә һәләк булды, һәм Лариса быны бик ауыр кисерҙе. Бындай ҡайғы әсә күңелендә эҙһеҙ үтмәй, күрәһең. Һөҙөмтәлә Лариса үҙе яман сиргә дусар булды.

Лариса Ленинградта Театр, музыка, кино институтында уҡыны, әммә бала табыу сәбәпле, аҡса етмәй башлағандыр инде, өсөнсө курстан һуң уҡыуын ташларға мәжбүр булды. Лариса шул тиклем сибәр ине. Атайға оҡшаған ул: оҙон буйлы, һомғол, ҡарап ҡына торор­лоҡ, кәүҙәһе ҡойоп ҡуйған кеүек (алтмыш йәшендә лә үлер алдынан шул килеш ине), атайҙыҡы һымаҡ сөм-ҡара сәсле, әсәйҙеке кеүек ҡыйғас ҡашлы, теҙелеп кенә торған ынйы һымаҡ тештәре әле лә хәтеремдә. Ул көлөп ебәрһә, бөтә донъя йылмайған кеүек була ине.

Уның ижади асылын тәрән баһалап, минең Наил уға телевидениела режиссер ассистенты эшен тәҡдим итте. Ике йылдан ул режиссер булып китте, яҙыусы­ларҙы, спектаклдәрҙе төшөрҙө. Мәҙәниәт буйынса эшләне, “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Әммә ҡыҙының үлеме уның бар көсөн алды, ул ауырыны. Уға яңынан бала табырға тәҡдим иткәс, 42 йәшендә Алинаны тапты һәм яңынан йәшәй башлағандай булды. Йылмая, көлә башланы.

Ларисаның оҫта әңгәмәсе бул­ғанын, ҡыҙыҡлы итеп көләмәстәр һөйләгәнен әхирәттәрем әле лә хәтерләй. Ул Алинаны 21 йәшенә еткереп, ейәне Сабирҙы ла күреп өлгөрҙө. Малайға 10 ай ине, әммә яман сир уны ике йыл эсендә теге донъяға тартып алды.
Әйткәндәй, хәтирәләр ҙә яҙам. Бер мәл “Ағиҙел” журналына яҙыусы Ринат Камал иҫтәлектәр һорап алғайны, әммә урыҫ телендә яҙғас, тәржемә итеп баҫтылар. Күп кеше шылтыратып, рәхмәтен еткерҙе.

Шәжәрәмде бер әхирәтем ярҙа­мында төҙөнөм. Ул атайым­дарҙың башҡорт дворяндарынан булыуын күрһәтте. Үҫәргән ырыуынан икән улар. Бикбау бейҙән таралғандар. Диңгеҙбай ауылы ла ошо уҡ исемле олатайыбыҙҙан киткән.

Атай тәрбиәһе – халыҡ тәрбиәһе

— Йәнә Рәшит ағайға ҡайтып, шуны ла белге килә: ул һеҙҙе нисек тәрбиәләне?
— Ул беҙгә бер ҡасан да шулай­тығыҙ, былай итегеҙ, шуға кейәүгә сығығыҙ, тегегә сығырға ярамай, тип тәрбиәләмәне. Ул нисектер беҙгә ирек бирҙе, иң мөһиме — эске тәрбиә, белем бирергә тырышты. Ленинградтан килгән халыҡтың күбеһе йәһүд ине. Атайым уларҙың үҙҙәрен тотошон, мәҙәни кимәлен беҙгә өлгө итеп ҡуйыр ине. Ысын зыялылар булды ул эвакуация ваҡытында килгән кешеләр.

Атай менән әсәй үҙ-ара сер­лә­шергә ярата ине. Һәҙиә Дәү­ләт­шинаның талантын юғары баһалай ине атай. Ул “Ырғыҙ” романын яҙғас, беҙгә килде. Саҡ-саҡ ҡына хәтер­ләйем уны хатта. Әҫәрен бер ҡайҙа ла баҫмайҙар ине. Әсәй уны һый­ларға тырыша, ҡунаҡ бит инде. Һәҙиә апай атай менән оҙаҡ һөй­ләште. Йылдар үткәс, Ғәзим Шафи­ҡов Һәҙиә Дәүләтшина тураһында документаль әҫәр ҙә яҙҙы. Башҡорт­остан Яҙыусылар союзының идара ултырышында атайым Һәҙиә Дәү­ләт­шинаның “Ыр­ғыҙ”ын баҫтырырға кәрәклеге ха­ҡында сығыш яһай. Бына ошо протоколдар барыһы ла һаҡланып, Ғәзим Шафиҡов уларҙы урыҫ телле гәзиттә баҫтырып сығарҙы.

Атай бик талапсан ине, ул Һәҙиә апайҙың үҙен дә, әҫәрен дә яҡлай. “Һинең туберкулез, бала­лар үҫтерә­һең, ниңә уны яҡлай­һың?” – тиеүсе­ләр ҙә була, әммә атай үҙ һүҙен әйтә һәм ошо хәлдән һуң уның үҙенең яҙғандары ла баҫылмай башлай. Эш хаҡы юҡ, баҫылғандары өсөн генә гонорар алыу хоҡуғы бар ине, уныһынан да мәхрүм булды. Ә уның күңеленән урғылып шиғырҙар килде, яҙғанын уҡыусыға еткереү теләге лә ҙур ине, әммә ғәҙеллекте яҡлағандан һуң, уның ижады баҫыл­май башланы. Ул башҡаса була алмай ине. Йәнә лә, Назар Нәжми әйт­кәнсә, һәр китапта партия, идеология, Ленин хаҡында һүҙ булмаһа, йыйын­тыҡ бөтөнләй баҫылмай, тигән һүҙ.

Бер мәл, Ғәйнан Әмири Һәҙиә Дәүләтшинаның повесын урлаған, тип ғәйепләнеләр. Был ялған һүҙ, беҙ аралашып йәшәнек. Атай иҫән булһа, Ғәйнан Әмириҙе яҡлап сығыр ине. Ул бит, киреһенсә, әҙибәне яҡларға теләгән.

Атай башҡорт халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарҙы. Улар бит бө­төнләй икенсе төрлө итеп, боронғоса йырланы. Уның хатта туғандарға никах уҡыуын да беләм. Ул көйләп кенә, матур итеп доғалар һөйләгән. Олатайыбыҙ, атаһы ауылдан-ауылға йөрөп, бәйеттәр, ҡобайырҙар баш­ҡарған. 12 йәшенән атайһыҙ ҡалған кеше бит атайыбыҙ.

Ғәзиз кешебеҙ ижад иткән баш­ҡорт теле лә бит башҡаса. Хәҙер күптәр уның моңон аңламайҙыр ҙа әле. Туберкулез менән ауырып китмәһә, атай әллә ниҙәр яҙыр ине әле...

— Туберкулез менән Рәшит ағай ҡасан ауырый башлаған?
— Был сирҙе ул 1943 йылда Бө­йөк Ватан һуғыш яугирҙәре – 112-се башҡорт кавалерия диви­зияһы – ал­дына сығыш яһарға барғас, туң ерҙә ятып, эләктереп ҡайтты. Халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова менән бергә барған улар. “Үлтер, улым, фа­шисты!” тигән шиғырын һөйләгән ул унда. Атайымды яугирҙәр бик яҡын күргән, оҙаҡ алҡышлағандар! “Һинең кәлә­шеңдең хаттары” әҫәрен яугир­ҙәр ҡуйынында йөрөткән. Төр­көм менән йөрөгәндә, улар генерал Доватор менән таныша. Ул атайға про­фессиональ бинокль бүләк иткәйне.

Әйткәндәй, беҙ балконға сығып, уның менән Иҫке Өфө яғына ҡара­һаҡ, кешеләрҙең ишек алдында йө­рө­гән тауыҡтарына тиклем күрә инек.
Доватор әрмеһе концерт брига­даһы менән бергә ҡамауға эләгә, һәм өс көн улар ҡар өҫтөндә ята. Үпкәһенә һыуыҡ үтеп, атай шунда уҡ ныҡлап ауырып киткән. Уларҙы Алкинға алып ҡайтҡандар, һалдат­тар госпиталендә ҡалдырғандар. Әгәр бер һалдат танып, әсәйгә хат яҙмаһа, ул шунда үлеп ҡалыр ине.

Хәбәр килеп төшөү менән, әсә­йем, Гөлсөм апай менән ат егеп, ҡаҡланған ҡаҙҙар тейәп, юлға сыҡ­ҡан. Килеп тапҡанда, атайҙың хәле бик мөшкөл булған. Бөтә сирлеләр бер мәктәптең иҙәнендә теҙелешеп ята икән, улар исемләп ҡысҡырып та ҡараған, атайҙың хатта өндәшер­лек тә хәле булмаған. Гөлсөм апай уны ҡулына күтәреп алған, сөнки һөйәк тә тире ҡалып, тамам үлер сиккә еткән булған. Бер ҡатын менән һөйләшеп, ҡаҙанда аш бешереп, атайҙы йыуындырып, ашатып, иртәгәһенә юлға сыҡ­ҡандар. Бешер­гән ашты улар мәктәп иҙәнендә ятҡан һалдаттарға ла алып барған. Оҙаҡ йылдар әсәй менән Гөлсөм апай атайҙы бурһыҡ майы, бал менән дауаланы. Ә атай шундай теләһә нәмә ҡабып, ашап барған кеше түгел ине, бигерәк тә таҙалыҡ ярата ине бит инде, уға ул бурһыҡ майын эсереү бик еңелдән булманы. Нур ҙа шундай холоҡло.

Әсәйем, Яҙыусылар союзы рәйе­се Сәйфи Ҡудашҡа хат яҙып, ярҙам һораны. Ул тиҙ арала дауалауҙы хәстәрләгән, йәшәргә урын табыш­ҡан. Быға тиклем беҙ Туймазыла йәшәнек бит инде. Бына ошо рә­үеш­ле исеме халыҡ араһында танылған атайым менән бергә Өфөгә килеп урынлаштыҡ!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509