Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бадабер ҡәлғәһе тотҡоно

Хәбәрһеҙ юғалғандар хәбәрһеҙ юғалманы.

Былтыр тап ошо ваҡытта үҙәк телевидениенан туҡтауһыҙ “Бадабер ҡәлғәһе” тигән фильм­ды рекламаланылар. Ҡыҙыҡһынып, интернеттан уның нимә тураһында икәнен белергә булдым. Тапҡан мәғлүмәт мине шаңҡытты. Унда һүрәтләнгән ваҡиғалар ҡанлы Афған һуғышының билдәһеҙ бите генә түгел ине. Был фильм беҙҙең яҡташыбыҙҙың да әсе яҙмышы тураһында һөйләп илатты...

Ҡәлғә тарихы

Һүҙ тарихта Бадабер ихтилалы тип аталған ваҡиға хаҡында бара. Был – Пакистандағы Пешавар ҡа­ла­һынан 24 километр көньяҡтараҡ урынлашҡан пуштун ауылы янында 500 гектар ерҙә төҙөлгән йәшерен лагерҙың исеме. Уны уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында американдар авиабаза итеп файҙаланған. Ә инде 80-се йылдар башында унда афған мөжәһиттәре килеп нығынған.

Базала хәрби күнекмәләргә өйрәнгән биш меңгә яҡын кеше тупланған. Ул, балсыҡ-таш диуар менән уратып алынып, ҡорал келәттәренән, әрме палаткалары лагерынан, мәсеттән, футбол майҙансығынан, өс ер аҫты төрмәһенән торған. Биләмәнең уртаһында боронғо Бадабер ҡәлғәһе башнялары һерәйеп ултырған.

80-се йылдар уртаһында бында Афған һуғышының совет әсирҙәрен дә килтерә башлайҙар. Шаһиттар һөйләүенсә, улар егерменән ашыу кеше була. Ошонда уҡ тотолған, был мәхшәрҙә иҫән ҡалған Афғанстан хөкүмәтенең элекке офицеры Мөхәммәт Шах әйте­үенсә, төрмәлә иҙән таштан, әсир­ҙәрҙе ағас һикеләрҙә бер ниндәй түшәк-маҙарһыҙ йоҡлаталар, арлы-бирле ашаталар, көнө буйы эҫе ҡояшта эшләтәләр. Бер ваҡыт йөк машинаһынан келәткә снарядтар ташығанда ул күршелә бер төркөм рус тотҡондарын шәйләп ҡала. “Улар ун икеләп кеше ине. Бөтәһенең дә тәнендә туҡмалған һәм ҡул-аяҡтарында бығау эҙҙәре. Бер нисә көндән уларҙы тағы осраттым. Берәүһе фарсы телендә шым ғына мөжәһиттәрҙең уларҙы ошонда ер аҫты төрмәһендә бер нисә йыл тотоуын, туҡмауҙарын, язалауҙарын һөйләне”, – ти ул. Совет тотҡондары исемһеҙ була, уларға мосолман ҡушаматтары тағалар: Абдул Рахман, Ибраһим, Ҡасим, Исламетдин, Рөстәм, Юныс, Рәхимхуда...

Апрель ихтилалы

1985 йылдың 26-27 апрелендәге Бадабер ихтилалы тураһындағы мәғлүмәт оҙаҡ ваҡыт “йәшерен” билдәһе менән һаҡлана. 90-сы йылдар башында ғына хәрби хәбәрселәр был теманы күтәрә башлай. Рәсәй матбуғаты журналистары мәсьәләне тикшереү барышында ул ваҡиғаның шаһит­тарын эҙләп таба. Афғанстанда һуғышҡан беҙҙең 40-сы армия штабы документтарынан “йәшерен” билдәһен алыу ҙа мөһим мәғлү­мәттәрҙе асыҡлай.

Бына уның разведка хеҙмәте нимә тип хәбәр иткән: “1985 йыл­дың 26 апрелендә киске сәғәт 9-ҙа намаҙ ваҡытында Бадабер төр­мәһендәге совет әсирҙәре төркөмө, артиллерия келәттәре янындағы алты һаҡсыны ҡорал­һыҙландырып, арсенал йоҙаҡ­тарын ватып эскә инә. Ҡоралланғас, ҡыйыҡта урын­лаштырылған зенит ҡулайлама­һына һәм ДШК пулеметына һуғыш припастары ташый. Шулай уҡ миномет һәм РПГ гранатометтары хәрби әҙерлеккә килтерелә. Ҡәлғәнең барлыҡ мө­һим нөктәләре күҙәтеүгә алына.

Мөжәһиттәр тревога буйынса базаның бөтә һуғышсыларын – Америка, Пакистан, Египет инс­трукторҙары менән бергә өс меңләгән кешене – аяҡҡа баҫтыра. Улар, һөжүмгә күсеп, ҡәлғәгә контроллек итеүҙе ҡайтарып алмаҡсы була, әммә ҡаты ҡаршылыҡҡа осрап, кире сигенә. Киске сәғәт 11-ҙә Бадаберҙағы уҡыу полкы командиры Борханетдин Раббани ҡәлғәне ҡамарға бойора һәм баш күтәреүселәргә бирелергә ҡуша. Совет хәрбиҙәре яуап һүҙендә СССР һәм Афғанстан илселектәре, Ҡыҙыл Тәре һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы вәкилдәрен саҡырыуҙы талап итә. Икенсе һө­жүм башлана, ләкин ул да беҙҙең “афғансылар” тарафынан кире ҡағыла. Был ваҡытҡа Бадаберҙы Пакистан ҡораллы көстәренең 11-се армияһы һалдаттары өс ҡат ҡамауға алған була. Һауала хәрби самолеттар оса. Ҡаты алыш төн буйы бара.

27 апрелдә Раббани совет һуғышсыларын йәнә бер тапҡыр ҡорал һалырға саҡыра, әммә тағы ла кире яуап ала. Ахырҙа ул артиллерия ҡулайламаларынан ҡәл­ғәгә һөжүм итергә бойора. Ауыр техника һәм вертолеттар оҙаты­уындағы ғәскәр Бадаберға бәреп ингәс, иҫән ҡалған яралы совет әсирҙәре унда һаҡланған хәрби арсеналды шартлата. Шул рә­үешле үҙҙәре лә һәләк була, дошмандың да байтаҡ көсөн тар-мар итә”.
Шулай итеп, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 14-тән алып 27-гәсә совет һалдаты 100 мөжәһитте, Пакистан ғәскәренең 90 хәрбиһен, 28 офицерын, 13 власть органы вәкилен, алты Америка инструкторын, өс “Град” ҡулайламаһын, 40 берәмек ауыр техниканы, ике мең дана ракета һәм снарядты юҡ итә. 29 апрелдә Афғанстандың ислам партияһы етәксеһе Гөлбетдин Хикмәтиәр “бынан һуң рустарҙы әсир төшөрмәҫкә, тотҡан урында юҡ итергә” бойороҡ сығара...

Туймазы егете Радик

1992 йылда ғына, Рәсәй яғының үтенесе буйынса, Пакистан сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары Шахрийәр Хан Бадабер ихтилалында ҡатнашҡан алты кешенең исем-фамилияһын атай. Ә 2002 йылда Рәсәй дипломат­тарының ҡулына был лагерҙың мөлкәте теркәлгән хужалыҡ под­разделениеһы журналы килеп эләгә. Унда ҡалған 17 әсирҙең исеме табыла. Араларында Башҡорт­остан егете рядовой Радик Рәхимҡолов та була.

Радик 1961 йылдың 14 апре­лендә Туймазы районының Ҡа­мыштау ауылында механизатор Рәйес Мөҙәрис улының һәм баҫыу эшсеһе Наилә Самат ҡыҙының ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. Тәүҙә үҙҙәрендә, бишенсе кластан һуң ете километр алыҫ­лыҡтағы Соҡаҙытамаҡ ауылы мәктәбендә уҡый. 1974 йылда ғаилә башлығы мәрхүм була. Әсә кеше ике улын Туймазы ҡала­һындағы 1-се мәктәп-интернатҡа ебәрә. Ә дүрт йылдан ғаилә бөтөнләйгә Ҡандра ҡасабаһына күсенә.

1979 йылдың көҙөндә егет әрме сафына китә. Һауа-десант ғәскәр­ҙәре составында Үзбәкстанға эләгә. 1980 йылдың февраленән пулеметсы сифатында Афғанстанда яуға инә. 12 апрелдә Пактия провинцияһының Хиджагар ҡышла­ғы янында лейтенант Евтухович, сержант Васильев һәм рядовой Рәхимҡолов ҡамауҙа ҡала. Алыш ваҡытында башҡалар һәләк була, ауыр яралы Радик иһә әсиргә эләгә.

Ҡандра ҡасабаһына 56-сы десант-штурм бригадаһының 9-сы ротаһы пулеметсыһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Туғандары оҙаҡ йылдар буйы ошонан башҡа бер нимә лә белмәй, һөйгән ҡыҙы Лилиә 12 йыл һал­датты көтә. Ә ул эҙһеҙ юғалғандан һуң тағы ла биш йыл – батырҙарса һәләк булғанға тиклем – Бадабер ҡәлғәһендә тотҡонлоҡта яфалана...

Хәтер мәңгелек

Егерме йылдан ашыу Радик Рәхимҡолов хәбәрһеҙ юғалған һанала. Ғаилә ағзалары уны эҙләүен дауам итә. Ниһайәт, 2005 йылдың 9 майында журналистар тырышлығы менән уның яҙмышы асыҡлана. Ә 2006 йылдың 7 декабрендә Туймазы район суды Рәсәй Федерацияһы исеменән Радик Рәйес улы Рәхимҡоловты “1985 йылдың 27 апрелендә Афғанс­танда хәрби бурысын үтәгәндә вафат булды” тигән ҡарар сығара.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстандан айырмалы, Рәсәйҙең Оборона министр­лығы Бадаберҙа баш күтәреүҙә ҡатнашҡан геройҙарҙы наградлау­ҙан баш тарта.

Әммә хәтер юйылмай. 2007 йылда Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Франц Клинцевич һалдатты ойошманың “Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныш­тары өсөн” миҙалы менән бүләкләп, уны Наилә Самат ҡыҙына тапшыра. Шул уҡ йылда Туймазылағы 1-се мәктәп-интернатта Радик Рәхимҡо­ловҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Мәктәп музейында уға арналған мөйөш булдырыла, уның етәксеһе Ғәлиә Ғөбәйҙуллина хәтер кисәһе ойоштора. 2014 йылда Ҡандралағы 2-се мәктәптең тарих уҡытыусыһы һәм музей етәксеһе Руфина Камалетдинованың уҡыусыһы Диана Шәйнурова “Ябай һалдат яҙмышында Бадабер ихтилалы тарихы” тигән ғилми-тикшеренеү эшен башҡара. Ә Радиктың хеҙмәттәштәре уның ғаиләһе менән бәйләнеште өҙмәй, әсәнең хәлен белешеп тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508