Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үлемдән – тыныс тормошҡа

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға – 30 йыл.

Сәрүәр Хәмиҙуллин Учалы районының Сәфәр ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Миңә уның ата-әсәһе ҡулында белем алыу бәхете тейҙе. Рафаэль ағайҙың онотолмаҫ, фәһемле, ҡыҙыҡлы дәрестәре, талғын, тыныс тауышы әле лә ҡолаҡ төбөндә ишетелгәндәй. Уны беҙ, уҡыусылары, ныҡ хөрмәт иттек. Ә Хәлиҙә апай беҙҙең класс етәксеһе булды. Тынғыһыҙ, талапсан һәм яуап­лы уҡытыусы ине. Беҙҙең менән ниндәй генә саралар үткәрмәне.

Афған тауҙарына илткән юл

Бына ошондай ғаиләлә тыуып үҫә лә инде беҙҙең Сәрүәр. Ул Сәфәр урта мәктәбен тамамлай. Бала саҡтан спорттың байтаҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп, гел призлы урындар яулай. Мәктәп­тең хоккей командаһында иң яҡшы уйынсыларҙың береһе була. Бынан тыш, йүгереү, һике­реү, волейбол, футбол, баскетбол уйнарға ла ярата үҫмер. Киләсәген спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәгән малай дәрестән һуң үҙенә йөкмәтелгән өй эш­тәрен атҡара ла ҡаршылағы Ҡалмаҡар тауының маяғына тиклем йүгерер була. Һәр ярышта еңеү яулаған үҫмер: “Их, үҙемдең тәғәйен генә тренерым булһа ине”, – тип хыяллана.

Сәрүәр гитарала уйнарға ла өйрәнә, сығыштарын яратып тыңлайҙар. Шуға ла мәктәптә генә уҡыуына ҡарамаҫтан, уны ауыл клубына художество етәк­сеһе итеп ҡуялар.

Йәмәғәт тормошонда ҡайнап, ихлас күңелдән ҡатнашып йө­рөгән егетте армия сафына саҡыралар. 1985 йылдың 17 октяб­рендә Сәфәр ауылы халҡы класташтар Илшат Нуретдиновты, Вадим Мотаһа­ровты, Рәфис Мөхәмәтйәновты, Рәил Ҡасимов­ты (мәрхүм), Әлим Моратшинды (мәрхүм) хеҙмәткә оҙатып ҡала.

Егеттәр Учалы – Күмертау поезына ултырып, Өфөгә килеп төшә. Унда медицина комиссия­һы үткәс, бер нисә көндән Ҡа­занға ебәреләләр. Алты клас­таштың дүртеһе Афғанстанға эләгә. Рәфис Мөхәмәтйәновты, өс ай хәрби күнекмә үткәс, Афған­стандың Пули-Хумри ҡалаһына оҙаталар. Рәфис юл-комендант ғәскәренә тәғәйен­ләнә. Вадим Мотаһаров Төрк­мәнстанда хәрби әҙерлек үткәс, 1986 йылдың 6 февра­ленән Афған­станда водитель булып хеҙмәт итә. Илшат Нуретдиновты тоҫ­ҡаусы һөнә­ренә уҡыталар һәм 1986 йылдың ғинуарында Афғанстанға оҙата­лар, ул артиллерия полкына эләгә.

Илшат менән Сәрүәр күрше булып үҫә, улар Төркмәнстандың Иолатань ҡалаһында башҡаларға ҡарағанда бер көнгә оҙағыраҡҡа тотҡарлана. Иртәгәһенә уларҙан бер нисә көнгә һуңлап хеҙмәткә алынған аймаҡташтары Ринат Тайыпов менән саҡ ҡына маң­лайға-маңлай бәрелешмәйҙәр. Ул Сәрүәргә: “Атайың үлеп ҡалды, ерләнеләр”, – тип хәбәр һала. Донъяла иң яратҡан, яҡын кешеһенең вафаты хаҡында ишеткәс, ун һигеҙ йәшлек егет сүгеп барып ултыра, күҙенән атылып сыҡҡан йәшен еңе менән һыпыра. Бына шундай ауыр ҡайғы менән башлана уның һалдат тормошо.
Сәрүәр Иолатандән 30 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Килета районында өс ай тауҙарҙағы хеҙмәт күнекмәһе үтә. Буржуйкалар яғып йылытылған палаткаларҙа йә­шәйҙәр. Егеттәр үҙҙәрен Афған­стандағы һуғышҡа әҙерләү­ҙәрен яҡшы аңлай. Һәм бына уларҙы самолетта – Ҡабулға, артабан Джелалабадҡа ебәрәләр.

“Әсирлеккә төшөргә ярамай…”

Сәрүәр 66-сы бригаданың десант-һөжүм разведка ротаһының 93992 “Ф” хәрби часына эләгә. Улар, тау-таш аша үтеп, Марульгад районына сыға. Тау башында йәшәйҙәр, аҙыҡты вертолеттан ташлап торалар. Шулай ҙа һыу­һаған, асыҡҡан саҡтары байтаҡ була. Джелалабад тирә­ләй бер ваҡытта ла һуғыш тынмай, әле бында, әле тегендә атыш, шартлау тауыштары яңғырап тора.

Афғанстанда хеҙмәт иткән егеттәр күп нәмәне иҫтәренә төшөрөргә яратмай. Сәрүәргә лә һөйләү, хәтерләү үтә лә ауыр. “Беҙ геройҙар түгел, хәрби буры­сыбыҙҙы үтәнек”, – тип кенә ҡуйҙы ул. Шулай ҙа 1986 йылдың октябрь айында булған хәлде һөйләне.

Ул көндә иртүк тирә-яҡты байҡап килергә әҙерләнәләр, әммә йыйылып сығыуҙарына “дух”тар пулеметтарҙан көслө ут менән ҡаршылай. Кемдер ҡалған иптәштәрен уятырға йүгерә, ҡалғандар, таштар артына йәше­ренеп, ҡаршы ут аса. Яраланған рота командиры, өлкән лейтенант Анатолий Опеко тарлауыҡҡа ҡолай. Сәрүәр уны ҡотҡарам тип артынан төшә, әммә дошмандар егетте утлы ҡурғаш менән ҡо­йон­дора. Шуға ҡарамаҫтан, ул командирының үле кәүҙәһен алып сыға. Байтаҡ ҡан ҡойоштан һуң, егеттәр һөжүмгә күтәрелә, шул саҡ “дух”тар ҡорған мина­ларға эләгеп дүрт егет һәләк була.

Сәрүәрҙең дуҫы, радист Юрий Ҡорбанов (Мәсетле районы егете) ҡаты яралана, яҡтыртып осоу­сы пуля эләкһә лә, тере ҡала.
Әйткәндәй, хеҙмәттән ҡайтҡас, Сәрүәр дуҫы менән Өфөлә осраша. Уның ике ҡыҙы тыуғанын ишетеп шатлана. Юра һаулығы юҡлығы тураһында һүҙ ыңғайы ғына әйтеп ҡуя. Баҡһаң, операция ваҡытында уның эсәктәре ара­һында марля киҫәге тороп ҡалған була. Афғанстандан иҫән ҡайтһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йә­шәмәй… Байтаҡ егеттәр ҡулһыҙ, аяҡһыҙ ҡала. Сергей Глушко протезда ҡайта, Сергей Самоновский тома һуҡыр ҡала, аяғын юғалта. Ярҙамға килгән вертолеттарға дошмандар ергә төшөргә ирек бирмәй, уларға ҡаршы ата.

Сәрүәр ҡапыл үҙенең хәлһеҙ­ләнгәнен тоя, башын түбән эйһә, салбарынан һарҡып торған ҡан­ды күрә, ҡулбашының һыҙлаған урынын ҡулы менән баҫа, тик шунда ғына үҙенең ике урындан яраланғанын аңлай. Пулеметын иптәшенең автоматына алмаштыра ла тағы алға йүгерә. Атыша торғас, хәлһеҙләнгән егет үҙенең өс кенә патроны ҡалғанын күрә. “Нисек кенә булмаһын, әсирлеккә төшөргә ярамай”, – тип уйлап, ике яғына ике граната һала…

Алыш баҫылып, вертолеттар төшкәнсә, бер нисә егет күп ҡан юғалтыуҙан һәләк була. Учалы егете Радик Сөнәғәтуллин менән осрашҡанда: “Үҙем тураһында бер нимә лә һөйләмәйем, ә бына һеҙҙең ауылдашығыҙ Сәрүәр тураһында әйтәм: шәп егет, мин уны үҙ ҡулдарым менән күтәреп, ауыр хәлдә вертолетҡа индереп һалдым”, – тине. Радик Джелалабадта медицина хеҙмәткәре булып хеҙмәт итә. Уның да үҙ иңенән үткәргәндәрен күҙ алдына килтереү ҡыйын түгелдер.

Сәрүәр госпиталдә ятып, йүнәлеп сыҡҡас, үҙенең изге бурысын үтәр өсөн яңынан тауҙарға артыла. Йыш ҡына разведкаға йөрөгән егеттәр төрлө сетерекле хәлдәргә осрай. Бер саҡ ҡаялар аша китеп барғанда, ҡаршыһына дошмандар килеп сыға, атайым тиһә, пулеметы эшләмәй ҙә ҡуя.

Ярай әле иптәштәре уның ҡо­ралының боҙоҡлоғон һиҙеп ҡала. Пулеметты алмаштырып, тирә-яҡты күҙәтергә сыҡҡанда ике “дух” менән йөҙгә-йөҙ бәре­лешә. Был юлы пулеметының саҡма һуҡҡысы эшләмәй ҙә ҡуя. Ауыр хәлдә спорт менән ныҡлап шөғөл­ләнеүе, һиҙгерлеге, хәрби зирәк­леге ярҙам итә. Пулемет төйҙәһе менән береһен ауҙара һуға, ҡурҡып йүгергән икенсеһен барып эләктереп, ике “тел” алып ҡайта.

Сәрүәрҙе ротала иптәштәре ифрат ихтирам итә. Аҙ ғына буш ваҡыттары булһа, егеттәрҙе каратэ алымдарына өйрәтә йә иһә гитарала уйнап күңелдәрен күтәрә.

1987 йылдың ноябрендә Хә­миҙуллин һуғыштан әйләнеп ҡайта. Яраланған, контузия алған егет ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Ул инде – ябай һалдат түгел, ә өлкән сержант.

28 йыл элек яҙылған хаттар

Ҡайтҡанда юлы Өфө аша үтә. Институт бөтөп эшләп йөрөгән апайҙары Фиалка, Роза, Лариса менән осрашып күңеле була. Күмертау – Учалы поезына ултырып, тыуған ауылында төшөп ҡала. Ҡаршыһына үҙенең уҡыу­сылары менән күҙ йәшенә мансылған әсәһенең ашығып йүгереп килгәнен күреп, йөрәге өҙөлөп төшкәндәй була. Егет тә күҙ йәшен йәшермәй.

Сәрүәр бер аҙ ял итеп алғас, Үрге Урал ҡалаһында машина йөрөтөүсегә уҡый, икенсе йыл көҙөн Силәбе дәүләт педагогия институтының физкультура бүле­генә уҡырға инә. Интернациональ бурысын үтәп ҡайтҡан егет өсөн армия хеҙмәте бөтмәй әле, 1992 йылдың аҙағында Силә­бе хәрби комиссариатында Абхазия менән Грузияның ҡорал­лы бәрелешенә ебәреү ихтимал­лығын белдереп, саҡырыу кө­төргә ҡушалар...
Институтты уңышлы тамамлап, Сәрүәр Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Адлер ҡалаһына күсә, “Афғанстрой” фирмаһын ойоштора, бында ла спортты ташламай. Афғанда, Абхазияла һәләк булғандарҙың ата-әсә­ләренә ярҙам итәләр, концерттар ойошторалар, һәйкәлдәр ҡуялар һәм башҡа изге эштәр башҡа­ралар. Ҡатыны Альбина менән ҡыҙ үҫтерәләр.

2008 йылда әсәһе Хәлиҙә апай яҡты донъяны ҡалдыра. 2014 йылдың 15 февралендә Сәрүәр үлемесле һуғыш һынауҙарын үткәндә бер туғанға әйләнгән яҡын дуҫтарының береһен юғал­та. Был көндә уның хеҙмәттәш­тәрен взвод командиры Игорь Ремцов Одессала туплай. Күҙ йәштәре, иҫкә алыу, хәтирәләр, уфтаныуҙар…

Сәрүәргә командирҙары әсәһе­нең егерме һигеҙ йыл элек яҙған ике хатын тапшыра. Балаһының күңелен уйлаған әсә тәүге хатында: “...атаһы ҡаты ауырыуҙан һуң 29 октябрҙә мәрхүм булды. “Улыбыҙҙы мине ерләргә саҡыр­ма, ҡабат китеүе ауыр булыр”, – тине ул. Һеҙҙән үтенеп һора­йым, Сәрүәргә ипләп кенә ошо ауыр хәбәрҙе еткерегеҙ инде, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ...” – тип яҙа. Ә икенсе хатында интернациональ бурысын үтәгән бар егеттәрҙең әсәләре исеменән уларға һаулыҡ, тыуған йорттарына имен-аман әйләнеп ҡайтыу­ҙарын теләй һәм, улын тыуған көнө айҡанлы ҡотлап, шулай уҡ хеҙмәттәш­тәренә арнап, берәй йыр бүләк итеүҙәрен һорай.

Сәрүәр Рафаэль улы, уларҙы уҡып, атаһы менән әсәһенең тауышын ишеткәндәй була. Тыуған өйө, атаһы, әсәһе күҙ алдына килеп баҫа. Хаттарҙы тотоп, бер аҙға шаңҡып ҡала һәм: “Ниңә һеҙ быларҙы ваҡытында бирмә­негеҙ?” – тип һорай.

– Һиңә ул саҡта ун һигеҙ генә йәш ине бит, ә хәҙер ҡырҡ ете тула, ана сәстәреңә лә сал төшкән, – тип командиры уны күкрәгенә ҡыҫа.
…Батыр хеҙмәте өсөн Сәрү­әрҙе орденға тәҡдим итәләр, әммә ул ниндәйҙер сәбәп менән әлегәсә тапшырылмаған. Юғары­ла әйтелгән “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарынан тыш, Хәмиҙуллин юбилей миҙалдары һәм “Фиҙакәр хәрби хеҙмәте өсөн” билдәһе, Оборона министрлығының Маҡ­тау ҡағыҙы менән дә бүләкләнгән. Уның күкрәген “Әүҙем хәрби-патриотик хеҙмәте өсөн”, Абхаз Республикаһы Оборона министр­лығының “Абхазияла тыныслыҡ һаҡлаусы” юбилей миҙалдары һәм ике тиҫтәгә яҡын башҡа наградалар ҙа биҙәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518