Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелендә – йәйғор балҡышы
Тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеү һәм үҙен бәхетле итеп тойоу күп осраҡта кешенең үҙенән тора, ти күңел белгестәре. Ысынлап та, кемдер, мәҫәлән, ямғыр яуған мәлдә бысраҡ күләүекте күреп ытырғанһа, икенсе берәү тап унда сағылған йәйғорҙо абайлап, күңеленә йәм ала, дымлы саф һауа һулап кинәнә. Бөгөнгө геройыбыҙ ҙа ғүмерҙең һәр көнөнән, минутынан йәм-тәм табып, яҙмыш һынауҙарынан өҫтөн булып ғүмер итә. “Тормош шул тиклем матур, йәшәп туймаҫлыҡ”, – ти ул.

Һатлыҡ ауылында, бер-береһе өсөн йән атып торған мөхәббәтле ғаиләлә, йәш парҙың тәүге шат­лығы, һөйөү емеше булып донъя­ға килә Тәскирә апай Ишемтаева. “Бар донъя тик наҙҙан, шатлыҡ­тан ғына тора һәм туғандарым менән һәр ваҡыт шулай ата-әсә һөйөүенә кү­мелеп, бәхеткә генә төрөнөп йәшәр­беҙ кеүек тойола торғайны”, – ти ул, хәтирәләрҙән күҙҙәренә тығылған йәштәрҙе йәшерергә тырышып.

...Салт аяҙ күк йөҙөн кинәт ҡап­лаған ҡара болоттай була уларҙың ғаилә бәхетен емергән яҙмыш һы­науы. Быға тиклем ерҙән атлап түгел, осоп тигәндәй йөрөгән, һәр эште йырлап ҡына еренә еткереп эшләгән әсәһе ҡапыл хәрәкәтһеҙ ҡала. Бере­һе­нән-береһе бәләкәй биш балаһы күҙенә мөлдөрәп ҡарап торғанда (был ваҡытта уларҙың иң ҙурына – 11, иң кесеһенә ни бары бер йәш була), ике ҡулының береһен күтәреп, улар­ҙың башын да һыйпай алмаған йәш ҡатын ниҙәр кисергәндер, күҙ алдына ла килтереүе ауыр... “Энцефалопатия сире” тигән диагноз ҡу­йылһа ла, асылда ҡатындың һаулығына бәйле бихисап һорауҙар тороп ҡала. Бына шулай, Тәскирә Тәлғәт ҡыҙының ғәм­һеҙ бала сағы 11 йәшендә тамамлана, артабан ул ике ҡустыһы менән ике һеңлеһенә әсәй урынына ҡала, балаларҙы бағыу, өйҙәге икмәк һалыу, кер йыуыу, ашарға бешереү, баҡса утау кеүек донъя мәшәҡәттәре уның иңенә төшә. Кеше көнлө булып, хәрәкәтһеҙ ултырған, үҙе хатта үрелеп һыу ҙа эсә алмаған әсәнең балалары яфаланыуға нисек йөрәге түҙһен инде – иренә икенсе ҡатын алырға кәңәш итә. 16 йәштән кәләш итеп алған Асия­һын ни тиклем өҙөлөп яратһа ла, ҡайҙа барһын ир, күмәк бала­ны ҡарарға, үҫтерергә, донъя кө­төргә кәрәк – яҙмышына баш эйеп, Тәлғәт ағай Фатима исемле ҡыҙға өйләнә.

– Шундай тетрәнеүҙәр кисер­һәм дә, бала сағымды бик бәхет­ле осор тип иҫләйем. Ҡартәсәйем (уны “әббәй” тип йөрөттөк) беҙҙе бик яратты, һәр ваҡыт урман-ҡыр­ҙарға алып сыға ине, үлән та­нырға өйрәтте. Әсәйем хәрә­кәт­һеҙ ултырһа ла, шуны шула­йыраҡ, быны былайыраҡ эшлә­геҙ, тип үҙе белгән бар эшкә тө­шөн­дөрҙө, шуға ла аптырашып торманыҡ. Әйткәндәй, әсәйем Фатима апайҙан тыуған һеңле­беҙҙе лә бик яратты. Уны үҙе ултырған еренән бер аҙ хәрәкәтләндерә алған аяғына һалды­рып, бәүетә торғайны.

Йәштән сынығып, донъя көтөүҙең бар мәшәҡәттәрен белеп үҫкән ҡыҙ 1978 йылда Ибраһим ауылына килен булып төшкәс тә һынатмай, тормош иптәше Әмир Нуретдин улы Ишем­таев­тың ғына түгел, уның туған­да­ры­ның да ихтирамын, һөйөүен яулай.

Йәш саҡта кешенең күңеле яңы офоҡтарға тартыла бит ул, Ишемтаевтар ҙа 1983 йылда Үзбәкстанға барып төпләнә. Атаһына, туған­дарына ауыр булмаһын тип, йәнә ике йылдан сирле әсәһен дә үҙҙәренә алып киләләр. Илдә сәйәси болғаныш башланғас, яҙмыш елдәре уларҙы 1993 йылда Яңы Уренгой ҡалаһына алып китә. 17 йыл йәшәй улар был тарафта. Тыуған яҡтарға, йәғни Мораҡ ауылына 2010 йылда ҡайтып төпләнәләр.

Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, Тәскирә апай әсәһен (ул 2002 йыл­да вафат була) үҙенән ҡал­дырмай, ҡәҙерләп тәрбиәләй, тыу­ған яҡты һағынып һары һа­ғыш­тарға батмаһын өсөн, йыл һайын ял ваҡыттарында ауылға алып ҡайта. Ҡыҙы һымаҡ уҡ Асия апай ҙа тормошто, кешеләрҙе яра­та, ауылға ҡайтҡанда яҡын­дары, ауылдаштары менән аралашып туя алмай...

Яҙмыштың уҫал шаярыуы буламы – атаһы Тәлғәт ағай ҙа ғүмеренең һуңғы йылдарында бер ҡулһыҙ, бер аяҡһыҙ ҡала. Ғүмер буйы эшһеҙ тора алмаған ир хатта махсус арбала ултырған килеш тә һыңар ҡул менән утын өйә, түтәлдәр утай...

Кешене эсәр һыу, ейәр ризыҡ йөрөтә, ти ололар. Башта Ибра­һимға ҡайтып төпләнергә ҡарар итһәләр ҙә, Чернобылдә һаулы­ғын ныҡ ҡаҡшатып ҡайтҡан Әмир ағайға дауаханалы ерҙә яҡшыраҡ булыр тип, район үҙәгендә ни­геҙләнә Ишемтаевтар. Күңел­дәренә ятҡан йорт һатып алып, уны үҙҙәренең зауығына тап килтереп биҙәп, матурлап алалар. Бәләкәйҙән ҡәртәсәһе менән дарыу үләндәрен йыйып өйрәнгән Тәскирә апайҙың баҡсаһында ниндәй генә үлән, сәскәләр үҫмәй! Шифалы үләндәрҙең һәр береһен матурлап үҫтереп, ваҡытында йыйып киптереп, үҙҙәре генә ҡулланып ҡалмай, бар туған-ырыуға, таныш-тоношҡа ла тараталар. Өй эстәре иһә бәй­ләнгән, тегелгән ҡул эштәренән торған күргәҙмәне хәтерләтә. Балаҫ һуғыуҙы ла үҙ итә уңған хужабикә. Шуға ла был өйҙә һәр ваҡыт һағынып көтөп алынған ҡунаҡтар – улдары Фәрүәз менән Зилфәт, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтҡан һайын бүләккә мотлаҡ аллы-гөллө ептәр алыуҙы ғәҙәт итеп алған.

Тормош аҡлы-ҡаралы төҫтәрҙән генә тормай. Уның йәйғор балҡышын күреү өсөн үҙ күңелеңдә лә ҡояш балҡыуы кәрәк. Тәскирә апайҙың күңеленә иһә барыһына ла етерлек йылылыҡ, изгелек тупланған. Шуға ла барлыҡ туғандарының, яҡында­рының сағыу ҡояш нурҙарына үрелгән сәскәләрҙәй уның янына тупланыуы һис тә ғәжәп түгел. Донъяға ғашиҡ ке­ше үҙе лә донъяға нур таратып йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 861

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 825

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 131

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 955

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 916

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 935

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 209

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 159

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 275

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 265

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 227