Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көткәндәр ҡабул булһын
Һәммәбеҙгә лә уҫал ғына абалаған Эт йылы көтмәгәндә үҙгәрҙе лә, йылмайып, Башҡортостандың “ваҡытлыса” тип аталған яңы Башлығын ҡаршы алды. Был үҙгәреш бөтә республика халҡын ҡыуандырҙы, яңы өмөттәр уятты.

Матур, әммә буш һүҙҙәрҙән туйған, урындағы түрәләрҙән ҡаҡшаған, эшһеҙлектән һәм аҡсаһыҙлыҡтан ялҡҡан замандаштар күптән үҙгәреш көтә ине. Иң сәмле һәм ғәмле, әҙерлекле яҡташтарыбыҙ Себер гиҙҙе, юғары белемле, өмөтлө йәштәр Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларына юлланыуҙы хуп күрҙе. Бөгөнгө ысынбарлыҡ “тыуған ереңдә олтан булыуҙы” ҡабул итмәй, мәғлүмәт даръяһында иркен йөҙгән йәштәр бөтәһен дә күрә, белә, сағыштыра һәм үҙенә оҡшағанын, отошлоһон һайлай.

Бай һәм данлыҡлы тарихы булған республикабыҙға заман талаптарына яуап бирерлек етәксе талап ителә ине. Күп милләтле, талантлы һәм эшсән Башҡортостан халҡы ла үҙ төбәгенең даны өсөн арымай-талмай тир түгергә әҙер.

Яңы быуат бөтә кешелек, шул иҫәп­тән Рәсәй алдында ла ҡаты талаптар, бығаса булмаған ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡуя. Башҡортостан йөҙәрләгән йылдар дәүләтебеҙҙең ышаныслы таянысы булды һәм булып ҡаласаҡ. Бының өсөн, тәү сиратта, ныҡлы иҡтисади нигеҙ төҙөргә кәрәк.
Яңы етәксенең “Беҙ яҡшыраҡ булды­рабыҙ!” тигән һүҙҙәре ышаныс өҫтәй, бик күптәр, айырыуса белемле, рухлы йәштәр, уның командаһында эшләргә ынтыла. Республиканың бөтә милләт вәкилдәре лә уны “үҙенеке” итеп ҡабул итте. Хәҙер яңы командаға биргән вәғәҙәләрҙе эш менән иҫбатларға ғына ҡала.

Көн кеүек асыҡ: Башҡортостан сәскә атһын тиһәк, ошо изге ерҙә меңдәрсә йыл йәшәгән башҡорт та сәскә атырға тейеш. Матур, күркәм баҡсала бер генә һулыған сәскәнең дә булыуы мөмкин түгел.

Пенсияға сығыр алдынан, һигеҙ йыл буйы (2001–2009) хеҙмәтте һаҡлау буйынса төбәк-ара дәүләт инспекторы булып эшләнем. Мин хеҙмәтләндергән биләмәгә Мәләүез һәм Күмертау ҡала­лары, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары инде. Был төбәк­тәрҙә баш­ҡорттар күпсе­лекте тәшкил итә, шуға миңә төрлө шарттарҙа ябай эш­сән­дәрҙән алып ҡала, район етәксе­ләре менән аралашып, үҙем өсөн күп кенә асыштар яһарға тура килде.

Тарих, археология, эпостар, яңы фән этногеномика Көньяҡ Уралдың автохтон халҡы – башҡорттоң этногенез пирамидаһының бер нисә ҡаттан тороуын иҫбатлай:
lБоронғо һинд-иран ҡатламы Шүлгәнташтан башлана, Арҡайым, Урал батыр менән тамамлана. Меңәр­ләгән йылдар.
lУғыр ҡатламы (иштәктәр). Биш йөҙ йыл тирәһе.

lТөрки ҡатлам (башҡорттар). Яҡынса VII быуаттан 1557 йылға тиклем.
lХәҙерге Рәсәй дәүере. 1557 йылдан бөгөнгәсә.

Башҡорттоң бөгөнгө асылын һуңғы Рәсәй ҡатламының йоғонтоһо менән аңлап һәм аңлатып була. Ул асыл нимәнән ғибәрәт:
1. Көндәлек тыныс тормошта башҡорт коллектив ҡанундарға таянып һәм буйһоноп йәшәргә өйрәнмәгән. Крепостной Рәсәйҙә ер хужаһы аҫаба булыуҙан тыш, башҡорт империя сиктәрен дә һаҡлаған. Башҡорт әйткән һүҙен тотҡан һәм командирынан башҡа бер кемде лә һанға һуҡмаған. Совет заманындағы “сит партномен­кла­тура”ны тыңла­маған башҡортта командалы эшкә һәм “начальник”ка ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә.
Быға XVII-XVIII быуаттарҙағы ҡан ҡойошло, еңелеү менән бөткән ихтилалдарҙы ҡушһаң, башҡорттоң милли ғорур­лығының, милли үҙаңының ҡаҡшауын аңлай­һың. Республиканың элекке етәк­селеге башҡортҡа үҙ телендә аңларлыҡ һәм үтерлек итеп мөрәжәғәт итмәне, вәғәҙәләр бирмәне.

2. Крепостной Рәсәйҙең иҙелгән ҡасҡындарын йөҙәр йылдар һый­ҙырған, уларға ҡуртымға ер биреп файҙа күргән башҡорт түләүле хеҙмәт күрһәтә белмәгән һәм бөгөн дә өйрәнергә уйламай. Өҫтәүенә йүнә­леш биреүсеһе лә юҡ хәлендә. Элегерәк мин хеҙмәтләндергән биләмәлә шәхси эшҡыуарлыҡ тамыр йәйеп китә алманы. Был хәл әле лә артыҡ үҙгәрмәгән. Колхоз-совхоздар тарҡалып юҡҡа сыҡҡан осорҙа бик аяныслы күренеш. Шуға ла ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа Себер гиҙә, ә тыуған төбәк бөлгөнлөккә төшә.

3. Башҡортта мин-минлек һәм күршеңдән кәм булмау хисе көслө. Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығышты үҫтереү программаларына ярашлы ыҡсым ғына ит, һөт, йөн, балыҡ, емеш-еләк эшкәртеү үҙәктәрен төҙөүҙе республика үҙ өҫтөнә алһа, кеше сәмләнеп һәм ярышып эшкә тотонор, күләмле бурыстарҙы бергәләп үтәр ине. Ауылдарҙа йәштәр ҙә ҡаласаҡ.

4. Технологик революция һәм донъя баҙары кеше, милләт төшөн­сәләрен бөтөнләй тиерлек үҙгәртте, уларҙың баһаһын юҡ хәленә төшөрҙө. Бөгөнгө ысынбарлыҡта кешелекте тәшкил иткән меңәрләгән халыҡ үҙенең милли тамырҙарын барлай, яңырта һәм нығыта. Рәсәйҙә быға урыҫтар менән татарҙар ныҡлап тотондо. Башҡорт алдында был мәсьәлә киҫкен тормай – ғалимдарыбыҙға рәхмәт. Беҙҙең 15 мең йылдан ашыу дәлилләнгән тарихыбыҙ бар. Тарих һынауын лайыҡлы үтергә ярҙам иткән аҫабалыҡ ер биләүҙе генә түгел, ә йәшәү фәлсәфәһен аңлата. Халҡы­быҙға аҫыл аҫабалыҡтың асылын ҡайтарырға кәрәк. Күҙ ҡараһындай һаҡланған рухи байлыҡҡа йән аҫрарлыҡ матди байлыҡ табыуҙы өҫтәгәндә, башҡортлоҡ йылдан-йыл көсәйәсәк, үҙенә ылыҡтырып торасаҡ.

Зарланып, үтенеп, кемгәлер көнлә­шеп йәшәгәнсе, “Беҙ яҡшыраҡ булды­рабыҙ!” тип алға, еңеүҙәргә ынты­лайыҡ.


Автор: Тимер НИӘТШИН
Фото: most-beauty.ru
Район: Мәләүез ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518