Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ваҡытың булманы, улым..."
Заманында бер ғалимдан ишеткәнемде бәйән итмәксемен. Үҙе менән булған хәлде тулҡынланып, күҙ йәше аша һөйләгәйне ул. Был ваҡиға күптәргә фәһем бирер, уйландырыр тигән өмөттәмен.

Бер ваҡыт ир ҡатынына: “Әйҙә, ресторанға барып киләйек, – ти. – Рәхәтләнеп ял итербеҙ. Улайтып йөрөргә ҡасан ваҡыт табылыр әле?”

Хәләл ефете иһә һис көтмәгәндә тәҡдимдән баш тарта.

– Юҡ, – ти ул. – Ресторанға бөгөн икенсе ҡатын менән барыуыңды һорайым.

Ир кеше бөтөнләй аптырауға ҡала.

– Нисек инде улай? – тип ҡыҙып китә. – Мин ундай ир түгел. Һәм, ғөмүмән, ниндәй ҡатын хаҡында һүҙ барыуы мөмкин?!

– Ул – һинең әсәйең, – тип тыныс ҡына яуаплай ҡатыны. – Ҡәйнәм хаҡында уйлайым да һинең тәҡдимеңде бер нисек тә ҡабул итә алмайым. Әсәйең өсөн ҡасан ваҡыт бүлгәнең бар? Һөйләшеп ултырырға ла, ял итергә лә саҡырғаның юҡ. Бөгөн ошо хатаңды төҙәт.

Ир ҡапыл тынып ҡала. Ғәйепле йөҙ менән ғәзиз кешеһенең телефон һандарын йыя: “Әсәй, әйҙә, икәүләп ял итеп, һөйләшеп алайыҡ. Һине ресторанға саҡырам. Йыйына тор, оҙаҡламай килеп етермен”.

Әсәй кеше шаҡ ҡата, ишеткәненә бер килке ышана алмай тора: “Ысынды һөйләйһеңме ул, улым?” Ыңғай яуап алғас, йәһәтләп, осоп йөрөп тигәндәй йыйына башлай.

Ресторанға киләләр. Икеһенең дә шатлығының сиге юҡ. Әсәй кеше айырыуса ныҡ һөйөнә. Ҡәҙерле улы уның өсөн ваҡыт тапты бит! Ресторанда нимә ашатһалар ҙа, нисек хеҙмәтләндерһәләр ҙә, риза әсә. Бындай күркәм бинала түгел, хатта ки иҙәндә йәки урамдағы эскәмйәлә ултырһалар ҙа, бәхетенең сиге булмаҫ ине. Иң мөһиме – улы эргәһендә.

– Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенән айырмаһын үҙеңде, балам, – тип изге теләген еткерә әсә. – Үҙемде иң бәхетле кеше итеп тойҙом бөгөн.

– Бында тағы ла килербеҙ бит, әсәй?

– Иншаллаһ, шулай булһын. Тик икенсе мәртәбә мин һине үҙем саҡырырмын.

Улы риза була. Көндәр, айҙар үтә. Әсә кеше улын ресторанға бер нисә ҡат саҡырһа ла, уныһы һис ваҡыт таба алмай. Төрлө сәбәп сығып ҡына тора. Шулай көн артынан көн үтеп, әсәй кеше ауырып үлеп китә...

Күпмелер ваҡыттан иһә улына әлеге ресторандан саҡырыу ҡағыҙы килә. Ике кешелек урын. Алдан түләнгән. Быны кемдең эшләүе ихтимал?

Ғәжәпкә ҡалған ир, ҡатынын алып, ресторанға китә. Теге юлы әсәһе менән ултырған өҫтәл янына барһалар, унда хат ята икән. “Ҡәҙерле улым!..

– Был һүҙҙәрҙе уҡыу менән күҙҙәренән йәш атылып сыға ирҙең. – Мин һине ошо урынға саҡырырға вәғәҙә биргәйнем. Әммә һинең ваҡытың булманы. Әйткәнемде нисек тә үтәү өсөн килен менән икегеҙҙе саҡырырға ниәт иттем”.

...Әсәй – иң бөйөк кеше. Уны бер ҡасан да үпкәләтмәйек, рәнйетмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ҡәҙерлеләребеҙҙең хәлен белеү, күңелен күреү өсөн мөмкинлек табайыҡ. Быға күп ваҡыт та талап ителмәй бит. Ихлас күңелдән әйтелгән яғымлы һүҙ, ихтирам-хөрмәт сағылған йылы ҡараш етә әсәйҙәргә. Күптәребеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиз кешеһенең ҡәҙерен ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә аңлай. Иҫән сағында яратыуыбыҙҙы белдереп, хәстәрлек күрһәтеп өлгөрәйек. Хәлен белешеп, шылтыратып торайыҡ. Шул саҡта, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшербеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840